Эстәлеккә күсергә

Йәшлек (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
("Йәшлек" гәзите битенән йүнәлтелде)
«Йәшлек»
Тип

Башҡортостан йәштәре гәзите

Веб-сайты

http://www.ye02.ru/

Йәшлек — башҡорт йәштәре гәзите. «Йәш юҡсыл» (1923), «Башҡортостан йәштәре» (1925), «Ленинсы» (1930) гәзиттәре вариҫы. 1990 йылдың ғинуарынан әлеге исеме менән баҫыла. Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә башҡорт телендә аҙнаһына ике тапҡыр нәшер ителә. Гәзит биттәрендә республикала һәм унан ситтә барған ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар, сәйәсәт, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре яҡтыртыла, йәмәғәт тормошоноң төрлө яҡтары тураһында объектив һәм киң мәғлүмәт бирә, йәштәр проблемалары сағыла, башҡорт халыҡтарҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә, уларҙың йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата ихтирамлы булырға саҡыра, . Ойоштороусыһы: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ. Баш мөхәррире — Дәүләтбәков Артур Хәсән улы.

  • 1990 йылдың ғинуарынан «Ленинец» — «Ленинсы» газеты нигеҙендә ике баҫма булдырыла: урыҫ телендә — «Ленинец» (1996 йылдан исеме «Молодежная газета» итеп үҙгәртелә) һәм башҡорт йәштәре өсөн өр-яңы гәзит — «Йәшлек» донъя күрә башлай.
  • 1951 йылдың 4 ғинуарында ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының бюро ултырышында «Ленинсы» гәзитен тергеҙеү мәсьәләһе көн тәртибенә ҡуйыла. ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарары нигеҙендә урыҫ телендә «Ленинец» тигән гәзит, ә башҡорт телендә уның тәржемәһе (дубляжы) сыға башлай.
  • Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән йәштәр баҫмалары сығыуҙан туҡтай.
  • 1939 йылда йәштәр баҫмалары урыҫ графикаһына күсә башлай.
  • ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһының 1930 йылдың 26 марттағы ултырышында «Башҡортостан йәштәре»нең исемен үҙгәртергә ҡарар ителә, 6 апрелдән ул «Ленинсы» исеме менән донъя күрә.
  • 1928—1930 йылдарҙа йәштәр гәзите ғәрәп яҙмаһынан латин алфавиты графикаһына күсә.
  • 1925 йылдың 27 мартында гәзит «Башҡортостан йәштәре» исеме менән сыға.
  • Гәзиттең беренсе һаны 1923 йылдың 12 ғинуарында «Йәш юҡсыл» исеме менән донъя күрә.
  • Гәзит сығарыу мәсьәләһе 1922 йылдың 7 декабрендә РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты президиумы ултырышында ҡарала.

Төп тарихи ваҡиғалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурс комиссияһы ултырышы
  • 1922 йылдың 7 декабрендә РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты президиумы ултырышында РКСМ-дың башҡорт телендәге гәзитен сығарыу мәсьәләһе ҡарала.
  • «Йәш юҡсыл» тип аталған гәзиттең беренсе һаны 1923 йылдың 12 ғинуарында донъя күрә. Ул «Берләшегеҙ, донъя юҡсылдары!» тигән саҡырыу аҫтында сыға, 2 биттән тора.
  • Гәзиттең тәүге мөхәррире — Ғөбәйҙулла Ҡушаев, мөхәрририәт ағзалары Д. Юлтый менән Ғ. Абдрахманов була.
  • «Йәш юҡсыл» редакцияһы Совет урамындағы 7-се йортта урынлаша. Гәзит Башпромдың «Октябрьский» натиск типо-литографияһында баҫыла.
  • Йәштәр баҫмаһының идея-тематик йөкмәткеһендә дүрт төп йүнәлеш айырым-асыҡ күренә: дингә ҡаршы көрәш, фән һәм техника өлкәһендәге яңылыҡтар, комсомол, коммунистар партияһы эшмәкәрлеге һәм әҙәбиәт.
  • 1924 йылда «Йәш юҡсыл»ға балалар, пионерия тормошо темаһы килеп инә. Ул «Балалар мөйөшө» тип аталған рубрика аҫтында бирелгән ваҡ хәбәрҙәрҙән тора.
  • 1925 йылдың 27 июнендә йәш пионерҙарҙың Башҡортостан өлкә бюроһы менән берлектә «Ҡыҙыл галстук» тип аталған ҡушымта сығарыла башлай.
  • 1924 — 25 йылдарҙа гәзит даими 4 битлек, ҡайһы саҡтарҙа 6, 8 битлек булып та сыға. Төҫлө номерҙар ҙа күренгеләй.
  • РКЛСМ-дың 3-сө Бөтә башҡорт съезында (2—7 апрель, 1924 йыл) Ҡушаев "Йәш юҡсыл"ды башҡорт һәм татар телдәрендә сығарырға тәҡдим итә.
  • 1925 йылдың 27 мартында башҡорт йәштәре өсөн өр-яңы гәзит асыла. Ул «Башҡортостан йәштәре» тип атала. «Йәш юҡсыл» артабан татар йәштәренә тапшырыла, ике баҫма ла бер үк ижади коллектив тарафынан сығарыла. Был баҫмаларҙың йөкмәткеһендә лә асыҡ сағыла, уларҙағы рубрикалар бер-береһен ҡабатлай.
  • 1926 йылдың авгусында Ғабдулла Амантаев — "Башҡортостан йәштәре"нә, Сиражетдинов «Йәш юҡсыл»ға мөхәррир итеп тәғәйенләнә.
  • 1926 йылда "Башҡортостан йәштәре"нә эшкә Сәғит Агиш менән Ғайнан Хәйри килә.
  • Гәзиттә «Ауыл көнкүреше», «Ҡыҙҙар мөйөшө» тигән яңы рубрикалар барлыҡҡа килә. Комсомол сафтарын тулыландырыу, союзды үҫтереү мәсьәләләре көн ҡаҙағына ҡуйыла.
  • 1926 йылдың мартында "Башҡортостан йәштәре"нең тиражы 1000 данаға етә, «Йәш юҡсыл» 4200 данала сыға.
  • Коммунистик йәштәр союзы үҫеү менән комсомолдар өсөн урыҫ телендә баҫма сығарыу мәсьәләһе килеп тыуа. Ул 1925 йылда «Красная Башкирия» гәзитендә «Комсомолия» тигән ҡушымта рәүешендә барлыҡҡа килә.
  • 1926 йылдың 25 ғинуарында комсомолдың 5-се Бөтә Башҡорт съезында гәзиттәрҙең тиражы ҡәнәғәтләнерлек түгел тип табыла һәм «Йәш юҡсыл» — 10000, «Башҡортостан йәштәре» — 5000, «Комсомолия» 5000 тираж рубежын яуларға тейеш тигән маҡсат ҡуйыла.
  • 1927 йылда "Башҡортостан йәштәре"ндә — 33 ауыл хәбәрсеһе, эшсе-хәбәрсе, "Йәш юҡсыл"да 4ауыл хәбәрсеһе һәм 2 эшсе-хәбәрсе иҫәптә тора.
  • 20-се йылдар аҙағында башҡорт йәштәре гәзитендә мөхәррирҙәр йыш алмашына. Был осорҙа баҫманы Рәшит Мағазов, Ҡорбанғәле Әбделмәнов, Смаҡ (Исмәғил) Дауытов, Әхмәт Хәҙисовтар етәкләй. Улар, Ғ. Амантайҙан башлап, бөтәһе лә тиерлек репрессияға эләгә.
  • 1928—30 йылдарҙа йәштәр гәзиттәре ғәрәп яҙмаһынан латин графикаһына күсә.
  • 1929 йылдың 16 мартында ике редакция көсө менән әҙерләнгән радиогәзит эфирға сыға.
  • 1930 йылда "Башҡортостан йәштәре"ндә өс мөхәррир алмашына: Әхмәт Хәҙисовтан һуң Сәрүәй Бикбов тәғәйенләнә, аҙаҡ был вазифа Сәлих Тимербулатовҡа тапшырыла.
  • Башҡорт йәштәре баҫмаһына был осорҙа С. Агиш, Ғ. Сәләм, Б. Бикбай, С. Кулибай, Х. Кәрим, М. Хәй, Мөслим Марат әүҙем яҙыша.
  • "Башҡортостан йәштәре"нең 1930 йылғы 1-се һаны тулыһынса латин яҙмаһында сыға.
  • ВЛКСМ-дың өлкә комитеты бюроһының 26 марттағы ултырышында "Башҡортостан йәштәре"нең исемен үҙгәртергә ҡарар ителә, 6 апрелдән ул «Ленинсы» исеме менән донъя күрә.
  • 30-сы йылдарҙа "Ленинсы"ла ауыл хужалығы темаһына төп урын бирелә, әҙәбиәт, балалар темаһы юҡҡа сыға.
  • Ошо уҡ осорҙа башҡорт һәм татар баҫмалары дөйөм көс менән уртаҡ номерҙар сығара башлай. Мөһим ваҡиғаларға, күренекле даталарға арналған бындай һандар урыҫ телендә баҫыла.
  • 1934 йылда ВЛКСМ өлкә комитеты төбәктәргә разнарядка бирә һәм шул рәүешле өҫтән ҡәтғи күрһәтмә буйынса тираж йыйыу башлана.
  • 1937 йылда баш мөхәррир итеп Л. Фәхриев тәғәйенләнә.
  • 1938 йылдың февралендә мөхәррирлек бурысы Б. Мәғәсүмоваға йөкмәтелә.
  • 1939 йылда йәштәр баҫмалары урыҫ графикаһына күсә башлай.
  • Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән йәштәр баҫмалары сығыуҙан туҡтай.
  • Һуғыштан һуң республикала йәштәр матбуғатын тергеҙеү бик оҙаҡҡа һуҙыла. 1950 йылдың 25 ғинуарында Башҡортостан өлкә комитетының бюро ултырышында ВКП(б)-ның өлкә комитетына комсомол гәзиттәрен тергеҙеүҙе һорап мөрәжәғәт итергә тигән ҡарар ҡабул ителә.
  • 1951 йылдың 4 ғинуарында ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының бюро ултырышында «Ленинсы» гәзитен тергеҙеү мәсьәләһе көн тәртибенә ҡуйыла. ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарары нигеҙендә урыҫ телендә «Ленинец» тигән гәзит, ә башҡорт телендә уның тәржемәһе сыға башлай.
  • Бюроның 10 ғинуарҙағы ултырышында «Ленинец» — "Ленинсы"ның кадрҙар мәсьәләһе ҡарала. Баҫманың мөхәррире итеп Ғабдулла Ғарипов күрһәтелә.
  • «Ленинец» — «Ленинсы» 20 мең тираж менән 4 биттә "Өфө газеталар издательствоһының типографияһы"нда баҫыла.
  • Редакцияла биш бүлек булыдырыла: ауыл йәштәре, эшсе йәштәр, комсомол тормошо, хаттар, ойоштороу эше, әҙәбиәт.
  • 1956 йылдың 12 ғинуарында «Ленинец» — "Ленинсы"ның мөхәррире итеп Ремель Дашкин тәғәйенләнә. Ул йәштәр матбуғаты тарихында иң оҙаҡ эшләгән мөхәррир була.
  • 1958 йылда йәштәр гәзите ҙур форматта, 4 битлек булып сыға башлай. Ундай гәзиттәр Советтар Союзында бары өсәү генә: Мәскәүҙә, Ленинградта һәм Өфөлә нәшер ителә.
  • 1956 йылда гәзит 17 мең тираж менән сыҡһа, бер йыл эсендә уның тиражы 60 меңгә, 1977 йылда 145 меңгә етә.
  • 1973 йылда гәзиттең мөхәррире итеп Вәзир Хашим улы Мостафин (1941—1980) тәғәйенләнә. Был вазифала ул 1980 йылға тиклем эшләй. 1980—1982 йылдарҙа Уйылдан Ғилшан улы Сәйетов, унан һуң Марат Тәлғәт улы Әбүзәров мөхәррирлек итә.
  • 1976 — 77 йылдарҙа Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Бөрө, Күмертау, Мәләүез, Белорет ҡалаларында «Ленинец» — "Ленинсы"ның корпункттары асыла.
  • 1990 йылдың ғинуарынан «Ленинец» — «Ленинсы» газеты нигеҙендә ике баҫма булдырыла: урыҫ телендә — «Ленинец» (1996 йылдан исеме «Молодежная газета» итеп үҙгәртелә) һәм башҡорт йәштәре өсөн өр-яңы гәзит — «Йәшлек» донъя күрә.
  • Яңы баҫманың мөхәррире итеп Батыр Ғәйфулла улы Наҙарғолов тәғәйенләнә.
  • «Йәшлек» гәзите йыл һайын төрлө конкурстар, акциялар үткәреп тора. Гәзит башлап ебәргән «Йәшлек-шоу», «Һылыуҡай», «Урал моңо» кеүек конкурстар йылдар үткәс республика һәм халыҡ-ара бәйгеләргә әүерелә.
  • 1994 йылда гәзит битендә ижадсы йәштәр араһында Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына конкурс иғлан ителә. Һуңынан иһә Хөкүмәтебеҙ Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһын булдыра.
  • 2006 йылдың декабрендә мөхәрририәт Р. Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсы иғлан итә .
  • 2015 йылдың февралендә гәзит Булат Солтангәрәев исемендәге премия булдыра һәм өлкән синыф уҡыусылары араһында йәштәр проблемаларын яҡтыртҡан мәҡәләләр конкурсы иғлан итә .[1] Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурс[2].
  • «Бөтә Рәсәй-2015» Рәсәй журналистар союзының XIX фестивалендә «Йәшлек» гәзите булдырған «Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы» журналистар акцияһы илдең республика, край, округ һәм өлкә гәзиттәре араһында лауреат тип танылды.http://www.bashinform.ru/bash/773232/##ixzz3ohISDTVi
  • 2019 йылда Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы – уҡыусы йәштәр араһындағы ижади конкурс  "граждандар йәмғиәтен үҫтереү" номинацияһында   Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын яуланы. https://grant.openrepublic.ru/news/events/39/(недоступная ссылка)
  1. Республиканың алдынғы хеҙмәтсәндәре тураһында.
  2. Йыл эшҡыуары.
  3. Хеҙмәт кешеһе.
  4. Ауылым — яҙмышым.
  5. Иғтибар: Алдынғы тәжрибә.
  6. Замандаш.
  7. Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух.
  8. Илдең киләсәге — йәштәр ҡулында.
  9. Йәштәр хәрәкәте һәм ил тарихы.
  10. Студенттар тормошо.
  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй журналистар союзының Дагомыста үткән XIX «Бөтә Рәсәй-2015» фестивалендә «Йәшлек» гәзитенең «Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы» журналистар акцияһы илдең республика, край, округ һәм өлкә гәзиттәре араһында лауреат тип танылды[3].
  1. Башинформ" 4 февраль 2015 й. Булат Солтангәрәев исемендәге премияға конкурс иғлан ителде — http://www.bashinform.ru/bash/697321/
  2. .Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурс.
  3. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 14 октябрь