АНЗЮК
АНЗЮК | |
Нигеҙләү датаһы | 1 ноябрь 1971 |
---|---|
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 16 декабрь 1974 |
АНЗЮК Викимилектә |
АНЗЮК (ингл. ANZUK) — 1971—75 йылдарҙа оборона буйынса биш яҡлы килешеү нигеҙендә эшләгән хәрби-сәйәси берлек (Азия-Тымыҡ океан төбәге өсөн НАТО-ға оҡшаш), атамаһы өс төп ағза ил — Австралия, Яңы Зеландия һәм Бөйөк Британия менән Төньяҡ Ирландия Берләшкән Короллеге (ингл. Australia, New Zealand, United Kingdom) — исеменең башланғыс хәрефтәренән төҙөлгән.
АНЗЮК-тың составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]АНЗЮК-ҡа инәләр:
- Австралия
- Бөйөк Британия
- Малайзия
- Яңы Зеландия (1974 йылға тиклем)
- Ҡалып:Флаг Сингапура Сингапур.
АНЗЮК-ты ойоштороу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]АНЗЮК-ты ойоштороу тураһындағы килешеү 1971 йылдың 15-16 апрелендә Лондонда ойошмала ҡатнашҡан илдәрҙең оборона министрҙарының берлектәге коммюникеһы рәүешендә төҙөлә, 1957 йылғы Британия менән Малайзияның оборона тураһындағы договорының мөҙҙәте тамамланғас, 1971 йылдың 1 ноябрендә көсөнә инә.
АНЗЮК договорының маҡсаттары һәм бурыстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Килешеүҙең маҡсаты — «Малайзияны һәм Сингапурҙы тышҡы һөжүмдән һаҡлау». Лондондың Суэцтан көнсығышта ятҡан төбәктәрҙән британ ғәскәрҙәрен сығарыу тураһында 1970 йылғы ҡарарына бәйле, Договор Азия-Тымыҡ океан төбәген һаҡлау маҡсатын ҡуя.
АНЗЮК Австралия, Яңы Зеландия һәм АҠШ составында 1952 йылда эшләй башлаған АНЗЮС һәм 1956-77 йылдарҙа эш иткән СЕАТО хәрби-сәйәси блоктарына үҙенсәлекле өҫтәмә булып тора. АҠШ АНЗЮК-ты, донъяла йәки төбәктә хәл киҫкенләшә ҡалһа, Американың бөтә берлектәштәренән төҙөләсәк хәрби коалицияның бер өлөшө итеп күрә.
Блоктың төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]АНЗЮК-тың даими штаб-фатиры булмай. Берлек менән идара итеү өсөн түбәндәгеләр ойошторола:
- биш илдең оборона министрҙарынан торған консультатив совет
- ҡораллы көстәр өҫтөнән берләштерелгән командование
- Малайзия менән Сингапур өсөн һауа һөжүменә ҡаршы берҙәм командование.
АНЗЮК-тың берләштерелгән ҡораллы көстәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Килешеү буйынса, АНЗЮК-тың берләштерелгән ҡораллы көстәре төҙөлә, уларға АНЗЮК-ҡа ингән бөтә илдәрҙең ҡоро ер ғәскәрҙәре, хәрби һауа һәм хәрби диңгеҙ көстәре подразделениелары, шулай уҡ төбәктәге британ хәрби базаларының шәхси составы инә.
АНЗЮК-ты төҙөгәндән һуң, берләштерелгән ҡоро ер ғәскәрҙәре составына 3 батальондан (британ, австралий, яңы зеланд) торған 1 пехота бригадаһы; 2 ялан артиллерияһы дивизионы; инженер ғәскәрҙәре һәм элемтә ғәскәрҙәре подразделениелары; вертолёт подразделениелары инә.
Берләштерелгән хәрби һауа көстәренә Австралияның «Мираж» истребителдәренән торған 2 эскадрильяһы (40 самолёт); 1 транспорт самолеттары эскадрильяһы; 1 патруль самолеттары отряды инә.
Берләштерелгән хәрби диңгеҙ көстәренә 4 һаҡ карабы; 1 һыу аҫты кәмәһе инә.
АНЗЮК барлыҡҡа килгәндән һуң Малайзия менән Сингапур территорияһында сит ил ғәскәрҙәренең дөйөм шәхси составы һаны 7 мең кеше була, шул иҫәптән:
- британ ғәскәрҙәре — 2 210;
- австралий ғәскәрҙәре — 3 300;
- яңы зеланд ғәскәрҙәре — 1 150.
Малайзияла — Австралия хәрби һауа көстәренең «Мираж»дар эскадрильяһы (38 самолёт), Сингапурҙа Яңы Зедандияның пехота батальоны (800 һалдат) урынлаштырыла, улар был илдәрҙең хәрби командованиеһына, һауа һөжүменә ҡаршы оборонаһына һәм хәрби диңгеҙ көстәренә буйһона.
Блоктың таратылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1974 йылда Яңы Зеландия хөкүмәтенең ядро ҡоралына ҡаршы булыуы арҡаһында Яңы Зеландияның АНЗЮК-тан сығыуына бәйле, шул уҡ йылдың 12 декабрендә ойошманы таратыу тураһында ҡарар ҡабул ителә, әммә блоктың рәсми таралыуы 1975 йылда була.