Эстәлеккә күсергә

Абдрахманов Рәфил Фазыл улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Абдрахманов Рафил Фазылович битенән йүнәлтелде)
Абдрахманов Рәфил Фазыл улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 апрель 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Оло Аҡа, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө химик
Эшмәкәрлек төрө Гидрогеология[d]
Эш урыны Геология институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре докторы[d] (1993)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Салауат Юлаев ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Абдрахманов Рәфил Фазыл улы (5 апрель 1942 йыл) — ғалим-гидрогеолог, университет уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (1996), Башҡортостан Республикаһының (2000) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011), Аграр белем биреүҙең халыҡ-ара академияһы ағзаһы (академик) (2000) һәм Экология, кеше һәм тәбиғәт именлеге фәндәренең халыҡ-ара академияһы мөхбир ағзаһы (академик) (2002)[1],[2]. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017)[3][4].

Автобиографик китабына таянып төҙөлдө[1].

1942 йылдың 5 апрелендә БАССР‑ҙың Мәсетле районы Оло Аҡа ауылында тыуған.

19491959 йылдарҙа Оло Аҡа урта мәктәбендә белем ала.

19591964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының география факультетында уҡый.

19621963 — Дмитрий Герасимович Ожиганов етәкселегендәге геология отряды экспедицияларында ҡатнаша.

19641965 — Совет Армияһында хеҙмәт итә.

19651968 — Балаҡатай районы Ҡарлыхан урта мәктәбе директоры булып эшләй. 1967 йылда Балаҡатай районында беренсе булып Ҡарлыхан урта мәктәбендә Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы асыуға өлгөшә. Шул уҡ йылда Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының V съезына делегат итеп һайлана. 1968 йылда КПСС сафына ҡабул ителә, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы ике йыллыҡ партия мәктәбен тамамлай.

1968 йылда Өфөгә күсә, «Башспецнефтестрой» тресының 8-се төҙөлөш-монтаж идаралығына геодезист булып эшкә инә, һуңынан мастер булып эшләй.

1970 йылдан хеҙмәт юлын «Башгипроводхоз» проект-тикшеренеүҙәр институтында дауам итә: инженер, өлкән инженер-гидрогеолог (19711973), тикшеренеүҙәр отряды (1973) һәм тикшеренеүҙәр партияһы етәксеһе (1973 йылдан) вазифаларын башҡара. Институтта тәүге партия ойошмаһы секретары була (19711974).

19701974 — СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалының Геология институты аспирантураһында ситтән тороп уҡый.

1977 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡорт филиалы Геология институтында (әлеге ваҡытта Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Геология институты) өлкән инженер, кесе ғилми хеҙмәткәр (19771982), өлкән ғилми хеҙмәткәр (19821989), әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр (1989—1991), гидрогеология һәм геоэкология лабораторияһы мөдире (19911994), бер үк ваҡытта 19861989 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының гидравлика һәм ГТС кафедраһында өлкән уҡытыусы, доцент (1987 йылдан) булып эшләй.

19942007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының гидрогеология, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм һуғарыу кафедраһы мөдире, 1996 йылдан гидрогеология, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм һуғарыу кафедраһы һәм 2004 йылдан тәбиғәт төҙөлөшө кафедраһы профессоры, диссертациялар яҡлау советы ағзаһы, бер үк ваҡытта Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Геология институтында гидрогеология һәм геоэкология лабораторияһы мөдире.

20072012 йылдарҙа Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Геология институтының фән буйынса директор урынбаҫары, әлеге ваҡытҡа тиклем гидрогеология һәм геоэкология лабораторияһы мөдире вазифаларын башҡара. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡытыу эшен дауам итә.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының гидрогеология өлкәһендәге беренсе геология-минералогия фәндәре докторы. Фәнни тикшеренеүҙәре Көньяҡ Урал һәм Урал алды ер аҫты гидросфераһының өҫкө ҡатламындағы гидрогеодинамик һәм гидрогеохимик төҙөлөшөн, ер аҫты һыуҙарының барлыҡҡа килеүе һәм урынлашыуы, уларҙы файҙаланыу, бысраныуҙан һәм кәмеүҙән һаҡлау проблемаларын өйрәнеүгә бәйле. Ауыл хужалығын һыу менән тәьмин итеү, нефть сығарыу, нефть химияһы, эре агросәнәғәт эшмәкәрлеге алып барылған райондарҙа ер аҫты гидросфераһын һаҡлау мәсьәләләре төп ғилми эшмәкәрлеге булып тора. Йомағужа һыуһаҡлағысына, республиканың карст ҡатламдарына ҡағылышлы ғилми эштәре бар.

Башҡортостан Республикаһының Һыу кодексын төҙөүҙә ҡатнаша.

Башҡортостан Республикаһының шифахана-курорт селтәрен үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә, Бүздәк, Дүртөйлө, Оло Ыҡтамаҡ (Мәсетле районы), Хазина (Краснокама районы) минераль һыу ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша.

350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 17 монография һәм 6 ғилми брошюра авторы. Уның етәкселегендә 3 докторлыҡ һәм 8 кандидатлыҡ диссертациялары яҡланған.

Башҡорт энциклопедияһын, Башҡортостан Республикаһы Атласын (2005), Балаҡатай һәм Шишмә райондары белешмә китаптарын баҫмаға әҙерләүҙә һиҙелерлек өлөш индерә. Мәсетле районы энциклопедияһының («Мечетлинский район Республики Башкортостан»  (рус.)) йәмғиәт башланғысындағы редколлегия етәксеһе һәм энциклопедия мәҡәләләре авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Фән, техника һәм мәғариф мәсьәләләре буйынса Халыҡ-ара форумдың Алтын дипломы лауреаты (1998)
  • Рәсәй Фәндәр академияһы президентының Рәхмәт хаты (1999)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011)
  • Салауат Юлаев ордены (2017)[4]

Геология институты, ИРБИС сайты һәм «Хәтер еллары»[1] китабы мәғлүмәттәре буйынса төҙөлдө.

  1. Гидрогеология Южного Предуралья / Абдрахманов Р. Ф., Попов В. Г. Уфа: БФАН СССР, 1985. 123 с.
  2. Формирование подземных вод Башкирского Предуралья в условиях техногенного влияния / Абдрахманов Р. Ф., Попов В. Г. Уфа: БНЦ УрО АН СССР, 1990. 119 с.
  3. Обменно-адсорбционные процессы в подземной гидросфере : монография / В. Г. Попов, Р. Ф. Абдрахманов, И. Н. Тугуши. Башк. науч. центр Урал. отд-ния Рос. акад. наук. Ин-т геологии. — Уфа: [б. и.], 1992. — 156 с. : ил., табл. — Библиогр.: с. 150—156. — ISBN 5-7691-0047-8.
  4. Техногенез в подземной гидросфере Предуралья: монография / Р. Ф. Абдрахманов ; Рос. акад. наук. Уфим. науч. центр. Ин-т геологии. — Уфа: УНЦ РАН, 1993. — 208 с. : ил., табл. + [1] отд. л. табл. — ISBN 5-7691-0267-5.
  5. Утилизация промышленных и бытовых отходов / Зайнуллин Х. Н., Абдрахманов Р. Ф., Савичев Н. А. — Уфа: УНЦ РАН, 1997. — 235 с.
  6. Биоценотическая характеристика хвойных лесов и мониторинг лесных экосистем Башкортостана. / Старова Н. В., Мукатанов А.Х и др. — Уфа: Гилем, 1998. — 308 с.
  7. Минеральные лечебные воды Башкортостана / Абдрахманов Р. Ф., Попов В. Г. — Уфа: Гилем, 1999. 298 с.
  8. Водно-балансовая станция. / Абдрахманов Р. Ф., Батанов Б. Н., Габбасов И. М. и др. — Уфа: Изд-во БГАУ, 2002. — 81 с.
  9. Карст Башкортостана: 50 лет / [Р. Ф. Абдрахманов, В. И. Мартин, В. Г. Попов и др. ; Отв. ред.: Р. Ф. Абдрахманов, В. Г. Попов]; Рос. акад. наук, Уфим. науч. центр, Ин-т геологии. — Уфа : РА"Информреклама", 2002. — 382,[1] с., [6] л. ил. : ил., карты ; 22 см. — Библиогр.: с. 354—379. — 500 экз. — ISBN 5-902279-07-0.
  10. Проблемы экологии. Принципы их решения на примере Южного Урала = Ecology problems. Principles of their solution in the South Urals as an example : монография / [Р. Ф. Абдрахманов, Д. Н. Салихов, И. М. Габбасова и др.] ; Под ред. Н. В. Старовой; Рос. акад. наук, Уфим. науч. центр, Ботан. сад-ин-т и др. — Москва : Наука, 2003. — 287 с., [8] л. ил. : ил. — Библиогр.: с. 276—285. — 500 экз. — ISBN 5-02-002811-8
  11. Гидрогеоэкология Башкортостана / Р. Ф. Абдрахманов ; Рос. акад. наук, Уфим. науч. центр, Ин-т геологии, Башк. гос. аграр. ун-т. — Уфа : Информреклама, 2005. — 342 с. : ил. ; 23 см. — Библиогр.: с. 329—339. — 250 экз. — ISBN 5-94780-062-4
  12. Обращение с отходами производства и потребления / Х. Н. Зайнуллин, Р. Ф. Абдрахманов, У. Г. Ибатуллин и др. — Уфа: Диалог, 2005. — 292 с.
  13. Пресные подземные воды Башкортостана / Р. Ф. Абдрахманов, Ю. Н. Чалов, Е. Р. Абдрахманова ; Рос. акад. наук, Уфим. науч. центр, Ин-т геологии, Акад. наук Респ. Башкортостан. — Уфа : Информреклама, 2007. — 183 с., [2] л. карт. : ил. ; 23 см. — Библиогр.: с. 177—180. — 500 экз. — ISBN 978-5-94780-132-3
  14. Юмагузинское водохранилище: формирование гидрологического и гидрохимического режимов / Р. Ф. Абдрахманов, В. А. Тюр, В. М. Юров ; Ин-т геологии Уфим. науч. центра Рос. акад. наук, Акад. наук Респ. Башкортостан, ООО «Юмагузин. водохранилище». — Уфа : Информреклама, 2008. — 151 с. : ил. ; 22 см. — Библиогр.: с. 139—145. — 500 экз. — ISBN 978-5-94780-156-9.
  15. Геохимия и формирование подземных вод Южного Урала / Р. Ф. Абдрахманов, В. Г. Попов // Отв. ред. чл.-корр. РАН В. Н. Пучков. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 420 с.
  16. Пресные подземные и минеральные лечебные воды Башкортостана / Р. Ф. Абдрахманов ; Рос. акад. наук, Уфим. науч. центр, Ин-т геологии, Акад. наук Респ. Башкортостан, Отд-ние наук о земле и природ. ресурсов. — Уфа : Гилем, 2014. — 414, [1] с. : ил. ; 22 см. + Прил. (1 л. карт). — Библиогр.: с. 336—342. — 300 экз. — ISBN 978-5-88185-160-6
  1. 1,0 1,1 1,2 Абдрахманов Р. Ф. Жить и помнить. Хәтер еллары. — Уфа, 2012. — 232 с.:ил.
  2. Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
  3. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. , 2017, 13 июля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2017)
  4. 4,0 4,1 СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан 2021 йыл 21 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2017)
  • Абдрахманов Р. Ф. Жить и помнить. Хәтер еллары. — Уфа, 2012. — 232 с.:ил.  (рус.)