Эстәлеккә күсергә

Абдуллин Ғарифулла Ғәйфулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллин Ғарифулла Ғәйфулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Көҙән, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Вафат булған урыны Орёл өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яраларҙан вафат була[d]

Абдуллин Ғарифулла Ғәйфулла улы (рус. Абдуллин Гарифулла Гайфуллович) (19051942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкы пулемётсыһы. Рядовой ҡыҙылармеец. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].

Ғарифулла Ғәйфулла улы Абдуллин 1905 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (артабан БАССР-ҙың Маҡар районы, хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Көҙән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1941 йылдың 2 декабрендә Башҡорт АССР-ы Маҡар районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

Брянск фронты биләмәләрендә 8-се кавалерия корпусы составында хәрәкәт итеүсе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы пулемётсыһы була[2].

« 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһенең Озерки ауылы өсөн алышҡанда ҡыҙылармеец Ғарифулла Ғәйфулла улы яңғыҙы ут нөктәһе — станковый пулемёт — торған дошман күҙәтеү пунктына бәреп инә. Ике дошман һалдатын штык менән сәнсеп үлтерә, элемтәне һәм пулемётты ҡыйрата, егеүле атты алып сыға. Һуңынан ҡалҡыулыҡта торған пулемётынан атып, үҙенең эсадронына алға хәрәкәт итеү мөмкинлеген бирә.[2] »

Ошо ҡаһарманлығы өсөн наградаға, Ҡыҙыл Йондоҙ орденына, лайыҡ була.

1942 йылдың 22 июлендә Орёл өлкәһенең Большой Колодезь ауылы янындағы һуғышта алған яраларынан төҙәлә алмай вафат була[2].

Абдуллин Ғарифулла Ғәйфулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Ишембай районы Көҙән ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 682524. Единица хранения 398