Эстәлеккә күсергә

Аблаев Яҡуб Мамут улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аблаев Яҡуб Мамут улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 12 май 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Ҡырым Республикаһы, Рәсәй
Вафат булған көнө 11 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (28 йәш)
Вафат булған урыны Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Аблаев Яҡуб Мамут улы (рус. Аблаев Якуб Мамутович) (12 май 1914 йыл — 11 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, дивизияның артиллерия-техник тәьмин итеү начальнигы. 3-сө ранглы техник-интендант. ВКП (б) ағзаһы[1].

Яҡуб Мамут улы Аблаев 1914 йылдың 12 майында Таврия губернаһы (революциянан һуң — Ҡырым АССР-ының Балаклава районы) Уркуста ауылында тыуған.

1935 йылдың 5 ноябренән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында хеҙмәт иткән[2].

Хеҙмәт иткән частары — 113-сө кавалерия дивизияһы ПАРМ 128-се ПАРМ (передвижная авиационная ремонтная мастерская) һәм 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы, 741-се уҡсылар полкы.

3-сө ранглы техник-интендант Аблаев Яҡуб Мамут улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының артиллерия-техник тәьмин итеү начальнигы була. ВКП (б) ағзаһы.

1943 йылдың 11 февралендә рейд ваҡытында һәләк була. Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе (хәҙер — Луганск Халыҡ Республикаһы) Селезнёвка ауылында ерләнгән[3][4][5].

Аблаев Яҡуб Мамут улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[6] һәм Ҡырым Республикаһының Балаклава районы Хәтер китабына[7], шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән[сығанаҡ 1262  көн күрһәтелмәгән].

  • ЦАМО. Учётно-послужная картотека. Шкаф 1. Ящик 15.
  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 11458. Единица хранения 46[1].
  1. Якуб Аблаев 2021 йыл 24 июнь архивланған.