Аварҙар (күсмә халыҡ)
Аварҙар | |
Аварҙар Викимилектә |
Аварҙар (грек. Άβαροι; лат. Avari; бор.-урыҫ. обърѣ, ед.ч объринъ; рус. о́бры) — VI быуатта Үҙәк Европаға күсеп килгән һәм унда Авар ҡағанаты (VI—IX бб.) дәүләтен төҙөгән килеп сығышы буйынса үҙәк азиялы күсмә халыҡ. Шулай уҡ билдәһеҙ сығышлы төрлө евразия күсмә халыҡтары альянсы составына ингән Вархонитҙар[1] (Varchonites) һәм Псевдоаварҙар[2] (византия сығанаҡтарында) булараҡ билдәле[3][4][5][6][7]. Традиция буйынса аварҙар жужандарға[8][9]тиңләштерелә. Күпселек тикшеренеүселәр фекере буйынса, жужандарҙың төп ҡәбиләләре монгол телле, әммә улар ҡайһы бер төрки ҡәбиләләрҙе лә буйһондорған була[10][11].Уарҙар (шулай уҡ Варҙар, ҡытай телендә: 滑; пиньинь: Huá) — Европала эфталиттар һәм Ҡытайҙа Yanda (嚈噠) тип аталған һәм Хорезмдың өҫтөнлөклө этносынан торған конфедерацияның этник компоненттарының иң ҙуры булған. По мнению Фирҙәүси фекеренсә, Уарҙарҙың легендар ата-бабаһы Афрасиаб булған.
Феофилакт Симокатт хеҙмәттәренә ярашлы, уарҙар (хиониттар менән бергә) европа аварҙарының ата-бабалары булған.
Этник сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта тарихнамәлә аварҙар этногенезына өс төп ҡараш бар:
- улар монгол телле этнос — сяньби йәки жужандәр.
- улар төрки телле уғырҙар этносы;
- күпселектә улар иран телле этнос —Арал буйында йәшәгән һәм уғырҙар менән берләшкән хиониттар. Б. э. т. IV быуатта Аммиан Марцеллин телгә ала (шулай уҡ ҡара: уарҙар);
Шуның менән бергә бөтә теориялар ҙа төрлө этник элементтарың йоғонтоһо булыуы, һәм аварҙар, ҡайһы осраҡта ла, бер төрлө генә ҡәбилә түгел, уларҙың Европаға үтеп ингән һайын, төрки ҡәбиләләренең көслө йоғонтоһо аҫтында булыуы менән ризалаша[12].
Традиция буйынса тарихсылар араһында аварҙарҙы үҙәк азия жуань-жуань (жоу-жань) — (ҡыт. упр. 蠕蠕, пиньинь: Ruǎnruǎn, йәки ҡыт. упр. 柔然, пиньинь: Róurán) халҡы менән оҡшатыу ҡабул ителгән. Б Шпулер, Й. Маркварт, В Эберһард, Р. Груссэ, К. Менгес, П. Пельо, Е. А. Хелимский ошо фекер яҡлы. Үрҙә аталған тикшереүселәр фекере буйынса, жужандәрҙең монгол теллелеге бәхәсһеҙ. Лингвистик материалда славян телдәрендә монгол теленән алынған иртә үҙләштереүҙәр: мәҫәлән, «хоругвь» һәм «телега», шулай уҡ жужандәрҙә билдәле булған ҡаған титулы менән раҫлана.
Жужань сығышына ҡарата скептик кәйефле ғалимдарҙың фаразынса, жужандәрҙең авар союзына күпмелер өлөшө булыуы мөмкин, тик ул төп түгел, тип һанай. Мәҫәлән, Тарим бассейнынан Афғанстанғакүсеп килгән хуа (ҡыт. упр. 滑, пиньинь: Huá) ҡәбиләһе тураһында ҡытай йылъяҙмаһында телгә алына һәм улар юэчжи йәки эфталиттар тармағынан тиелә. Төрөк тикшеренеүсеһе Мәһмәт Тезжан һалып, хуа эфталит төркөмөнөң сәйәси атамаһы сифатында сығыш яһағандыр тип иҫәпләй[13].
Иртә аварҙарҙың күп өлөшөнөң иран теллелеген нигеҙләүгә һәм Афғанстан һәм уның янындағы өкәләрҙә йәшәгән: эфталиттар, хионит, кидариттар ҡәбиләләренең «аҡ һундар» (White Huns, Huns Aryan) менән туғанлыҡ бәйләнештәре булыуына япон тикшеренеүсеһе Кацуо Эноки[14]хеҙмәттәре тос өлөш индерҙе. Асылда, ошо уҡ позицияны Николай Кёррер, К. Цегледь, А. Һерманн һ. б. яҡлай. А. Һерманндың "Ҡытай атласы"нда Хөрәсән, Тохаристан һәм башҡа уларға йәнәш ятҡан көнсығыш территориялары афу/хур/авар/эфталит халҡының аҫаба ерҙәре сифатында күрһәтелгән[13]
Белешмә әҙәбиәттә[15] аварҙарҙың төрки сығышы хаҡында фараз киң таралған. Был раҫлау ҡағанатҡа ингән төрки ҡәбиләләре йоғонтоһо аҫтында аварҙарҙың этник йөҙө үҙгәреүе менән бәйле булған һуңғы осор өсөн дөрөҫөрәк. Ғилми әҙәбиәттә иртә аварҙарға ҡарата был теорияны венгр тарихсыһы А. Рона-Таш үҫтерә. Уның фекере буйынса, тәүге аварҙар (жужандәр) уғыр (r-төрки) теле төрөндә һөйләшкән, ә авар союзының арҡа үҙәген төрки-уғырҙар (уйғыр)[16]әшкил иткән.
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр, византия тарихсылары Менандр Протектор (VI быуат) һәм Феофилакт Симокатта (VII быуат) хәбәрҙәренә нигеҙләнеп, Европала — вархониттар (уар һәм хуни ҡәбиләләре), күршеләрен ҡурҡытыр өсөн, аварҙар исемен файҙаланған «псевдоавар», булған тип фаразлай.
Император Юстиниан батша тәхетен биләгән саҡта, уар һәм хунни ҡәбиләләренең ҡайһы бер өлөшө Европаға ҡасып килә һәм урынлаша. Үҙҙәрен авар тип атайҙар, юлбашсыларына почётлы ҡаған исемен бирәләр. Ни өсөн улар үҙатамаһын үҙгәрткән, беҙ хәҡиҡәттән тайпылмай һөйләп бирәбеҙ. Барселт, уннугурҙар, сабирҙар һәм, уларҙан тыш, башҡа һун ҡәбиләләре, үҙҙәре янына уар һәм хунниҙарҙың бер өлөшөн генә күреп, ҡурҡыуға төшкән һәм аварҙар күсенгән тип уйлаған. Шуға күрә улар, үҙҙәренең хәүефһеҙ йәшәүен тәьмин итеү маҡсатында, был ҡасаҡтарҙы йомарт бүләкләгәндәр. Уар һәм хунниҙар, үҙҙәренә ни тиклем уңайлы шарттар тыуыуын күргәнлектән, уларға үҙҙәренең илселектәрен ебәргән халыҡтарҙың хатаһын оҫта файҙаланып, үҙҙәрен аварҙар тип атаған; һөйләшеү, скиф ҡәбиләләре араһында аварҙар иң эшлеклеһе һәм һәләтлеһе тиҙәр. Тәбиғи, беҙҙең көндәргә тиклем был псевдоаварҙар (уларҙы шулай тип йөрөтөү дөрөҫ булыр ине), ҡәбилә эсендә беренселекте үҙләштереп, төрлө исемдәрен: элекке ғәҙәт буйынса уларҙың ҡайһы уар, ә башҡалары хунни атамаһын һаҡланған.[17]
Аварҙарҙың теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҙма сығанаҡтарҙа һаҡланып ҡалған авар титулдары һәм шәхси исемдәр төрки һәм монгол ҡәбиләләре өсөн универсаль була[18]. Археология мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, аварҙар руна яҙмаһының төрөн ҡулланған, әммә табылған бөтә яҙмалар ҙа ҡыҫҡа һәм асыҡланмайшифровке. Ғалимдар өйрәнгән һәм аңларға тырышҡан берҙән-бер ҡомартҡы: бер һауытҡа грек хәрефтәре менән соҡолоп яҙылған Надь-Сент-Миклош ҡомартҡыһы ғына бар[19]:
ΒΟΥΗΛΑ • ΣΟΑΠΑΝ •ΤΕCΗ • ΔΥΓΕΤΟΙΓΗ • ΒΟΥΤΑΟΥΛ • ΣΩΑΠΑΝ • ΤΑΓΡΟΓΗ • ΗΤΖΙΓΗ • ΤΑΙCΗ |
Тел белгестәренең һығымталары төрлө. Рәсәй тел белгесе Е. Хелимский аварҙарҙың телен тунгус-маньчжур төркөмөнә[20]ҡарата. О. Мудрак, киреһенсә, «болғар» (йәғни төрки уғыр «болғар» төркөмө)нә[21]тип билдәләне. Болғар тикшеренеүсеһе Ж. Войников был яҙманы тәржемә иткән[22]:
- ΒΟΥΗΛΑ • ΣΟΑΠΑΝ — «Бойла Жупан», титул — бойл-жупан йәки жупан Бойл, Войлдың исеме.
- ΤΕCΗ — «теси» — маньчжур телендә toso — әҙерләү, эшләп сығарыу, эшләү, ҡуйыу (килтереү) монгол tos/toso — алыу, ҡулына бирергә, йәки эвенк сә tojus, удэгейса tausi — сүкеү, дағалау[23].
- ΔΥΓΕΤΟΙΓΗ — «дигетоиги» — прототунгус-маньчжур *dug, эвенкса, эвенса, негидалсә duγ, маньчжурса du, улчийса, орокса dūči, нанайса dōči, удэгейса dukte — суҡып тишеү, эвенкса duγtike, duktike — ағасҡа соҡоп яҙыу гравировать, duku — яҙыу, сыуашса tăxşa, tăkxča — сүкеү, суҡып тишеү, протоалтайса *tugì, боронғо төрөксә (караханид) tög, төркмәнсә, төрөксә döv, әзербайжанса döj, татарса, башҡортса töj, башҡа төрки телдәрҙә tüj — һуғырға, туҡылдарға, суҡырға, протомонголса *tügsi, монголса tügsi, халха-монголса tügši, ҡалмыҡса tükšэ, ордосса dügši — һуғырға, туҡылдарға[23]. Дигорса dохъ — суҡыуға тәғәйенләнгән ағас инструмент, тунгус-маньчжур һәм монгол формалары менән оҡшашлығын күрһәтә.
- ΒΟΥΤΑΟΥΛ • ΣΩΑΠΑΝ — «Войтаул йәки Бойтаул — жупан» — шәхси исем.
- ΤΑΓΡΟΓΗ — «тагроги» — тунгус-манчжур ғаиләһендә, эвенкса tiγэ, tiγэruk — туҫтаҡ, һауыт-һаба, негидальса tigэ — киң туҫтаҡ, тәрилкә, ульчийса tukuru — шешә һымаҡ һауыт, корейса tuguri — түңәрәк металл сынаяҡ, японса tok(k)uri — шешә һымаҡ һауыт, монгол toxo’an toqo’ an tuγān — атамаһы боронғо төрөк теленән сыҡҡан, металл һауыт, сахаса tögürük, үзбәксә taγar, төркмәнсә tagara, төрөксә tagar, татарса taγaraq — киң сынаяҡ, протоалтайса *t`iage — һауыт[24][25]. Алтай һүҙе енисей телдәренә лә: кет, юг ti, арин taj, пумпоколь tïg, протоформаһы *thigэ — һауыт. Шлай итеп «тагроги» киң сынаяҡ тигәнде аңлата, яҙыу бокалда түгел, ә киң сынаяҡҡа яҙылған.
- ΗΤΖΙΓΗ — «итсиги» — монгол телендәге itege, халха-монголса itge, jatga, бүрәтсә idxa, ҡалмыҡса itkэ, ордосса etege — ышанырға, эвенкса itiγā, эвенса itъγ — ни өсөндөр әҙерләргә, эвенкса iti, эвенса itqa, негидальса itqaменән бәйләр кәрәк — йола, протоформа *it`á — ышаныс, йола[24][26].
- Һуңғы һүҙ ΤΑΙCΗ — «тайся» һүҙен ике вариантта аңлатырға мөмкин:
- маньчжур телендә tэjsu — ярашлы, үлсәм, tэsu — ҡәнәғәтләндерергә, орокса tes, негидальса tēss, нанайса tias, удэгейса teæsi — тулы, бөтөн, маньчжурса tusa, солонса tosa, эвенкса tusaka, удэгейса tuhi, боронғо монголса һәм төркисә tusa — файҙа, ҡәнәғәт[27];
- тунгус-маньчжурса tэsī, эвенкса tэsi, tэši, эвенса tes, tъs, негидальса tэsi, ульчийа, орокса tesu — таҙартырға[28].
Шулай итеп, һүҙҙең мәғәнәһе: Бойла жупан, Бойтауыл жупан, ҡәнәғәтлек йәки таҙарыныу өсөн ҡулланһын өсөн, йола буйынса, йәки ышаныс йөҙөнән, яҙыуҙы ҡуйҙы, эшләне, соҡоп яҙҙы.
Антропологик мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венгр археологтары аварҙарҙы европеоид (күпселеген) тип билдәләүенсә, бәләкәй — өҫтөнлөклө ҡатлам хәҙерге бүрәттәр һәм монгол (Тунгидтар) кеүек тибында монголоид раса һыҙаттарын һаҡлаған. Хәйер, йыш ҡына хакимлыҡ вәкилдәре тип аталған төркөмдә туран (урта азия) тибындағы йөҙ төҙөлөшө билдәләнгән[29].
Палеогенетика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]VII—VIII быуаттарҙа ерләнгән 23 авар элита ҡәберендә C, D, F, M, R, Y, Z митохондриаль гаплотөркөм асыҡланған. Элек асыҡланған аварҙарҙың Y-хромосомалы N1a1-M46 (алдараҡ Tat йәки N1c), R1b-U106, I2a-M170 гаплотөркөмдәргә[30], Венгрия аварҙарында Y-хромосомалы N1a1a, C2-P44/M217, G2a, I1, R1a-Z94 һәм E1b-V13 гаплотөркөмдәр өҫтәлде[31]. Vii быуатта Дунай-Тисса йылғалар аралығында VII быуат аварҙарында янындағы аварҙар-һыу өлгөләре араһында ике азия митохондриаль макрогаплотөркөм c4a1a4 ике өлгөһө — береһе C4a1a4a, икенсеһе C4b6 ҡарай. D макрогаплотөркөмөнә 5 өлгө (берәр — D4i2, D4j, D4j12, D4j5a, D5b1), өс өлгө — F гаплотөркөмөнә (бер f1b1b һәм ике F1b1f) инә. M7c1b2b, R2, Y1a1 һәм Z1a1 митохондриаль гаплотөркөмдәр бер индивидта ғына күренә. Шулай уҡ тағы бер — М7 (моғайын M7c1b2b) (AC20 өлгөһө) гаплотөркөмө табылды. Европа митохондриаль гаплотөркөмдәр нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙа осрай һәм түбәндәге гаплотөркөмдәрҙә: Н (береһе H5a2 һәм икенсеһе H8a1), береһе J1b1a1 бер, ике T1a (ике T1a1), бер U5a1 һәм бер U5b1b сағыла. Түбән ҡатлам кешеһе ҡәберлегендә бер T1a1b (HC9) митохондриаль гаплотөркөм өйрәнелгән. Дунай-Тисса йылға аралығындағы 14 ир-ат Y-хромосомалы N-Tat (N1a1-M46) гаплотөркөмөнә ҡарай. Transtisza төркөмөнән ике ир-егет (AC4 һәм AC7) Y-хромосомалы Q1 гаплотөркөмөнөң төрлө субкладына: Q1a2-YP791 (F1096, M25) һәм Q1b-Z35973 (L330, M346) ҡарай[32].
Йолалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Авар ир-аты сәстәрен оҙон итеп үҫтергән һәм толомға үргән.
Сәйәси тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъя тарихы аренаһында аварҙар 555 йылда көнбайышҡа күсенеүсе халыҡ булараҡ барлыҡҡа килгән. Ул саҡта улар көнбайыш Ҡаҙағстан далаларында көтөү көткән. 557 йылда уларҙың йәйләүҙәре Волганың көнбайыш ярына һәм дала Төньяҡ Кавказ далаларына күсә, бында улар савир һәм утигурҙара ҡаршы аландар менән альянса төҙөй. Византия сығанаҡтарында телгә алынған аварҙарға ҡәрҙәш забендер ҡәбиләләре, бәлки, Дағстанда Каспий буйында торған Сәиәндәргә мөнәсәбәте барҙыр.
558 йылда авар илселәре, византия биләмәләре сиктәрендә урынлашыу маҡсаты менән, Константинополгә император Юстиниан һарайына килә, әммә уларға хуплау булмай, әммә союз килешеүе төҙөлә, империя яңғыҙы «һундар»ға ҡаршы торғанлыҡтан, анттарҙы ҡалдыра. Әммә һуңынан сәйәси вектор үҙгәргәс, улар болғар-кутригурҙар менән сәйәси килешеү төҙөп, анттарға һөжүм итә, уларҙы буйһондора һәм византия стеналарын штурмлаған кутригур хакимы Заберган армияһына ебәрә.
565—566 йылдарҙа аварҙар, төньяҡтан Карпат тауҙарын уратып үтеп, алыҫ Тюрингия һәм Галлияға талау рейды ойоштора. Григорий Турский хәбәр итеүенсә, улар тылсым ярҙамында франктар ғәскәрен ҡыйрата һәм король Сигиберт I-не әсирлеккә ала.
567 йылда аварҙар лангобардтар менән берлектә еңеп Византия ярҙам күрһәткән гепидтарҙы еңә һәм Тиса үҙәнен яулай. Йыл узас, һуң булып китте Лангобардтар Италияға китеп, бер йыл үтеүгә, аварҙар, үҙҙәренең ҡаған Баян I етәкселегендә бөтә Дунай аръяғы биләмәләренә хужа була һәм Византия биләмәләренә һөжүм итеүҙең төп урынына әүерелә.
578 йылда, II Друз мөрәжәғәтенән һуң, Византия императоры Тиберий II мөрәжәғәтенән һуң, авар ҡағаны Баян империя хәрби начальнигы (түрә) ярҙамы менән славяндарға ҡаршы хәрби поход ойоштора. Менандр мәғлүмәттәре буйынса, Баян ҡаған махсус хәрби кейемле һәм ҡораллы 60 мең һыбайлыларын йылға аръяғын йөҙҙөрөп сығара һәм славян отрядтарын тар-мар итә, сөнки уларҙың төп көстәре был ваҡытта Греция походында йөрөгән була. 581 йылда аварҙар һәм император Тиберий II, аварҙарға яһаҡ түләү шарты менән, Византияны һөжүменән һаҡлау өсөн, аварҙарҙың славяндарға һөжүм итеүе буйынса килешә.
Авар ҡағанаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта Дунайҙа Паннонияла урынлашып, аварҙар үҙҙәре хәрби аристократия дәүләтен төҙөй. Ағас ҡәлғәләренә хрингтарына таянып, үҙҙәре үк уларҙың Далмацияла, Иллирияла һәм Фракияла таралыуҙарына ярҙам иткән славян ҡәбиләләрен буйһондорған.
623 йыл Само етәкселегендә көнбайыш славяндары аварҙарға ҡаршы ихтилалға күтәрелә һәм уларҙың власынан ҡотола.
627 йылда аварҙар византийлыларҙан етди еңелеүгә дусар була, һәм был кутургурҙар ихтилалына килтерә[33]. 631 йылда аварҙар кутургурҙарҙы тар-мар итә.
640 йылда хорваттар аварҙарҙы Далмациянан ҡыҫырыҡлап сығара.
Етди дошманы франктар 796 йылда аварҙарға һиҙелерлек һөжүм яһай. 797 йыл аҙағында авар илселәре Бөйөк Карлға тоғролоҡҡа ант итә.
Ҡыҫымы аҫтында славяндар-карантанец аварҙар мәжбүр булды хатта дошманға ныҡ яҡлап сығыш яһаны һәм үҙенең элекке йылдарҙағы франк 811 вконец аварҙар була инде. Был 896 йылда Паннония биләй венгрҙар (мадьяр), уларҙың ҡалдыҡтары менән аварҙар өҫтәрәк ҡушыла. Был йылъяҙмалар славян һәм византия яҙмаларына хатта киләһе мәғлүмәттәр бар: «бөйөк һәм ғорур кәүҙәһен обр вафат була, һәм аллаһ уларҙы юҡ, үлеп бөтә, обрин береһе лә ҡалманы. Рустә көндә әйтем бар: погибош, обр аким»
802—811 йылдарҙа Авар ҡағанаты территорияһын үҙ-ара Бөйөк Карлдың франктары менән хан Крумдың болғарҙары үҙ-ара бүлешә. Славян-карантанлылар 811 йылда аварҙарҙы ҡыҫымға алғанлыҡтан, франктар ирекһеҙҙән үҙҙәренең элекке дошманы, әммә хәҙер ныҡ көсһөҙләнгән аварҙарҙы яҡлап сығыш яһарға мәжбүр була. 896 йылда Паннонияны венгрҙар (мадьярҙар) яулай, һәм аварҙарҙың ҡалған өлөшө улар араһында йотола. Славян йылъяҙмаларында һәм византий хроникаларында түбәндәге мәғлүмәт бар: «Были обры телом велики и умом горды, и Бог истребил их, умерли все, не осталось ни одного обрина. Есть по сей день поговорка на Руси: погибоша, аки обры»[33].
Аварҙарҙың мираҫы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аварҙар венгр халҡының этногенезында мөһим роль уйнай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Avars at the Encyclopedia of Ukraine
- ↑ According to Grousset, Empire of the Steppes, page 171,Theophylact Simocatta called them pseudo-Avars because he thought the true Avars were the Rouran.
- ↑ Frassetto, Michael. Encyclopedia of Barbarian Europe: Society in Transformation. — ABC-CLIO, 2003. — С. 54—55. — ISBN 978-1576072639.
- ↑ Waldman, Carl; Mason, Catherine. Encyclopedia of European Peoples. — Infobase Publishing (инг.)баш., 2006. — С. 46—49. — ISBN 978-1-4381-2918-1.
- ↑ Beckwith 2009: «… the Avars certainly contained peoples belonging to several different ethnolinguistic groups, so that attempts to identify them with one or another specific eastern people are misguided.»
- ↑ Kyzlasov 1996: «The Juan-Juan state was undoubtedly multi-ethnic, but there is no definite evidence as to their language… Some scholars link the Central Asian Juan-Juan with the Avars who came to Europe in the mid-sixth century. According to widespread but unproven and probably unjustified opinion, the Avars spoke a language of the Mongolic group.»
- ↑ Pritsak, 1982
- ↑ Таскин В. С. Материалы по истории древних кочевых народов группы дунху / Н. Ц. Мункуев. — Москва: Наука, 1984. — С. 4. — 487 с.
- ↑ Комиссаров С. А., Шульга Д. П. Аварские древности как возможная основа для выделения археологических памятников жужаней // Вестник Новосибирского государственного университета. Серия: История. Филология. — 2009. — В. 5. — Т. 8. — С. 186—188. — ISSN 1818-7919.
- ↑ Конрад Н. И. Избранные труды: история. — Москва: Наука, 1974. — С. 348. — 472 с.
- ↑ Всемирная история. Том III. — Москва: Академия наук СССР. Государственное издательство политической литературы, 1957. — С. 30.
- ↑ Краткий обзор мнений см. Фарид Шафиев. Этногенез и история миграций тюркских кочевников: закономерности процесса ассимиляции. Баку 2000.
- ↑ 13,0 13,1 Tezcan Mehmet, Dr. The Ethnonym Apar in the Turkish Inscriptions of the VIII. Century and Armenian Manuscripts // Электронный журнал «Transoxiana» = Journal Libre de Estudios Orientales = (www.transoxiana.org). — ISSN 1666-7050. (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2019)
- ↑ The Origin of the White Huns or Hephthalites. Roma: -East and West, IV. 1955, № 3; смотри также On the nationality of the Hephthalites. Tokyo: Memories of the Department of the Toyo Bunko, № 18, 1959
- ↑ БСЭ. Т. 1, М., 1969.
- ↑ Hungarians and Europe in the Middle Ages. CEU press
- ↑ Феофилакт Симокатта (перевод С. П. Кондратьева). История.
- ↑ Немет Ю. К вопросу об аварах / перевод с немецкого И. Г. Добродомова. // Turcologica. — Л.: Наука, 1976. — С. 298—305.
- ↑ Мудрак О. А. Аварская надпись на сосуде из клада Надь-Сент-Миклош // Orientalia et Classica, Аспекты компаративистики — М.: Изд. РГГУ, 2005. — Вып. VI. — С. 81-103.
- ↑ Хелимский Е. Тунгусоманьчжурский языковой компонент в Аварском каганате и славянская этимология // Материалы к докладу на XIII Международном съезде славистов. Любляна, 15-21 августа 2003
- ↑ Мудрак О. А. Заметки о языке и культуре дунайских булгар // Аспекты компаративистики 1. — М: изд. РГГУ, 2005. — С. 83-106.
- ↑ Алано-древнеболгарское письмо — В. Тырново: изд. Фабер, 2010. — С. 157—159.
- ↑ 23,0 23,1 Сравнительный словарь тунгусо-маньчжурских языков, 1975
- ↑ 24,0 24,1 Altaic etymology. S. Starostin. Copyright 1998—2003. Этимологический словарь алтайских языков, над которым группа исследователей — С. Старостин, А. В. Дыбо, О. А. Мудрак и И. Шервашидзе — работали уже около четырёх лет. Эта база данных содержит большое количество ещё довольно сырого материала, который авторы надеются отполировать в финальном издании, однако готовы выставить этот материал на всеобщее обозрение, чтобы последние достижения алтаистики стали общедоступными. Веб-сайт 2017 йыл 27 июнь архивланған.
- ↑ Сравнительный словарь тунгусо-маньчжурских языков, 1975, Ҡалып:Уточнить2, С. 176
- ↑ Сравнительный словарь тунгусо-маньчжурских языков, 1975, Т. 1., С. 333
- ↑ Сравнительный словарь тунгусо-маньчжурских языков, 1975, Т 2., С. 229, 241, 173, 223
- ↑ Сравнительный словарь тунгусо-маньчжурских языков, 1975, Т 2., С. 240–241
- ↑ Кёррер, 2001
- ↑ Endre Neparáczki et al. Y-chromosome haplogroups from Hun, Avar and conquering Hungarian period nomadic people of the Carpathian Basin, 12 November 2019
- ↑ Endre Neparaczki et al. Y-chromosome haplogroups from Hun, Avar and conquering Hungarian period nomadic people of the Carpathian Basin, 2019
- ↑ Veronika Csáky et al. Genetic insights into the social organisation of the Avar period elite in the 7th century AD Carpathian Basin, 22 January 2020
- ↑ 33,0 33,1 ГумилёвЛ. Н. Древняя Русь и Великая степь.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Древнетюркский словарь / Авторы: Наделяев В. М., Насилов Д. М., Э. Р. Тенишев, Щербак А. М., Боровкова Т. А., Дмитриева Л. В., Зырин А. А., Кормушин И. В., Летягина Н. И., Тугушева Л. Ю. — Л., 1969. — цит. по Cайту «Monumenta altaica» = Алтайское языкознание = (altaica.narod.ru) — Сканирование: Илья Грунтов, 2006. (недоступная ссылка — история, копия) Проверено 17 апрель 2019..
- История Венгрии / Отв. ред. В. П. Шушарин. — М.: Наука, 1971. — Т. I. — С. 75-80.
- Кёррер, Николай Погибоша аки обре… // Газета «История». — 2001. — № 19. (Одна из версий происхождения аварских племён)
- Сравнительный словарь тунгусо-маньчжурских языков. Материалы к этимологическому словарю / Отв. редактор В. И. Цинциус. Составители: В. А. Горцевская, В. Д. Колесникова, О. А. Константинова, К. А. Новикова, Т. И. Петрова, В. И. Цинциус, Т. Г. Бугаева.. — Л.: Издательство «Наука». Ленинградское отделение, 1975. Архивная копия от 2 февраля 2012 на Wayback Machine — цит. по Cайту «Monumenta altaica» = Алтайское языкознание = (altaica.narod.ru) — Сканирование: Александр Лиджиев (Элиста), 2005. (недоступная ссылка — история, копия) Проверено 17 апрель 2019.
- Тараторин В. В. «Монголы»
- Эрдейи И. Исчезнувшие народы. Авары // Журнал «Природа». — 1980. — № 11.
- Эрдейи И. Авары // Исчезнувшие народы: Сборник статей (по материалам журнала «Природа») / Сост. канд. филос. наук С. С. Неретина; Под ред. д-ра ист. наук П. И. Пучкова; Худож. оформл. Е. Л. Гольдина. — М.: Наука, 1988. — С. 99—110. — 176 с. — 25 000 экз. — ISBN 5-02-023568-7. (обл.)
- Beckwith, Christopher I. (инг.)баш. Empires of the Silk Road: A History of Central Eurasia from the Bronze Age to the Present. — Princeton University Press, 2009. — ISBN 978-0691135892.
- Breuer, Eric: Byzanz an der Donau. Eine Einführung in Chronologie und Fundmaterial zur Archäologie im Frühmittelalter im mittleren Donau Raum. Tettnang, 2005. — ISBN 3-88812-198-1 (Neue Standardchronologie zur awarischen Archäologie, Standardwerk)
- Die Awaren am Rand der byzantinischen Welt. Studien zu Diplomatie, Handel und Technologietransfer im Frühmittelalter. Innsbruck 2000. — ISBN 3-7030-0349-9 (Sammelband mit kurzen Aufsätzen verschiedener Autoren zu geographisch, formenkundlichen Zusammenhängen, insbesondere byzantinischem Einfluß)
- Kyzlasov, L. R. Northern Nomads // History of Civilizations of Central Asia: The crossroads of civilizations, A.D. 250 to 750 / Litvinsky, B. A.. — UNESCO, 1996. — С. 315—325. — ISBN 978-9231032110.
- Lovorka Bara, Marijana Perii, Irena Martinovi Klari, Siiri Rootsi, Branka Janiijevi, Toomas Kivisild, Jüri Parik, Igor Rudan, Richard Villems and Pavao Rudan. Y chromosomal heritage of Croatian population and its island isolates // «European Journal of Human Genetics». — 2003. — # 11. — pp. 535—542. (Medizinische Studie zu Genvergleichen, von Fachleuten eher kritisch beurteilt)
- Nikolajev S. L., Starostin S. A. A North Caucasian Ethymological Dictionary. — Moscow, 1994.
- Pohl, Walter. Die Awaren, Ein Steppenvolk in Mitteleuropa 567—822 n.Chr. — München, 2002. — ISBN 3-406-48969-9, (Publikation zu den frühmittelalterlichen Awaren aus der Sicht eines der angesehensten Historiker auf diesem Gebiet. Standardwerk!)
- * Pritsak, Omeljan. The Slavs and the Avars. — Spoleto, 1982.
- Rasonyi, Laszlo. Tarihte Türklük. — Ankara: Türk Kültürünü Araştırma Enstitüsü, 1971.
- Reitervölker aus dem Osten. Hunnen + Awaren. Burgenländische Landesausstellung 1996, Schloß Halbturn. — Eisenstadt, 1996. (Ausstellungskat., behandelt alle archäologischen Themenbereiche, besonders für Laien als Einstieg)
- Sinor, Denis. The Cambridge History of Early Inner Asia. — Cambridge, 1990. (Publikation zu reiternomadischen Völkern in Mittel-und Innerasien)
- Szentpéteri, József (Hrsg.) Archäologische Denkmäler der Awarenzeit in Mitteleuropa. // «Varia archaeologica Hungarica» — 13. — Budapest, 2002. — ISBN 963-7391-78-9, ISBN 963-7391-79-7 (Lexikonartige, kurze Zusammenstellung tausender archäologischer awarenzeitlicher frühmittelalterlicher Fundorte, meist Gräberfelder, wichtig als Literaturnachweis)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Византийский историк Феофилакт Симокатта считает
- Война на западе, Авары в Причерноморье
- Аварский каганат в истории Евразии(недоступная ссылка)
- Harald Haarmann. Awarisch
- О происхождении нирунских родов и Чингисхана см. Олег Лушников. Монгольский Митраизм. К вопросу об этнической и религиозной принадлежности рода Борджигин и Чингисхана
- Сайт аварского фан-клуба в Германии. Образцы аварских костюмов, сшитых современными модельерами
- Эфталиты и их соседи в IV в.
- Karl Menges. Altaic peoples(недоступная ссылка)
- Studien zur Archäologie der Awaren (1984 ff.) und zahlreiche weitere Publikationen von Falko Daim
- HomePage der Ausstellung Reitervölker aus dem Osten, Hunnen + Awaren, Burgenländische Landesausstellung 1996
- Awarische Funde
- Awarenfunde bei Wien, Karte (Anm: Die nördliche und nordwestliche Grenze des Awarenreichs ist auf dieser recht vereinfachten Karte falsch eingezeichnet, sie verlief viel südlicher)?
- О результатах краниологических исследований аваров см. Erzsébet Fóthi. «Anthropological conclusions of the study of Roman and Migration periods». Acta Biol Szeged 2000, 44:87-94 Abstract PDF 2020 йыл 5 ноябрь архивланған.
- Жужан Буюу Нирун Улс
- Об антропологическом облике аваров и социальном статусе аваров-монголоидов см. Chapter VII, section 2. «The Turks and Mongols»
- Авары, германцы, византийцы и славяне в Карпатском бассейне см: Avars, Germans, Romans and Slavs in Karpatian Basin 2016 йыл 3 октябрь архивланған.
- Alχon und/oder Alxon, Hunnen, iranische Hunnen, Khingila
- Baric et al (2003), Y chromosomal heritage of Croatian population and its island isolates, European Journal of Human Genetics 11, 535—542 2012 йыл 17 декабрь архивланған.
- Об аварских потомках в Хорватии см. Y chromosomal heritage of Croatian population and its island isolates, European Journal of Human Genetics (2003) 11, 535—542.(недоступная ссылка)
- [www.familytreedna.com/pdf/DNA.RootsiHaplogroupISpread.pdf Phylogeography of Y-chromosome haplogroup I reveals distinct domains of prehistoric gene flow in Europa. Am J Hum Genet (2004) 75, 128—137]
- The Peopling of Modern Bosnia-Herzegovina: Y-chromosome Haplogroups in the Three Main Ethnic Groups. Annals of Human Genetics (2005) 69,1-7
- Mitochondrial DNA and Y-Chromosome Variation in the Caucasus (2004)
- Менандр Византиец
- Аварские доспехи
- Карта Аварского каганата Avarok. In the Empire of the Avars
- Карта расселения аваров в 6-9 вв.
- HUN-AVAR-MAGYAR AZONOSSAG ES FOLYTONOSSAG
- KIK IS VOLTAK AZ AVAROK
- Mihaly Dobrovits. «They called themselves Avar»
- Археологические раскопки в Вене 2013 йыл 17 октябрь архивланған.
- Les Huns
- Who are Mongols? China History Forum 2018 йыл 1 февраль архивланған.
- Iranian Huns
- Huns
- The Hephthalites of Central Asia
- Links to subject Iranian Origin of Croatians
- Avar kori üveggyöngyök