Аветисян Минас Карапетович
Аветисян Минас Карапетович | |
әрм. Մինաս Ավետիսյան | |
![]() | |
Заты | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 20 июль 1928[2][3][4][…] |
Тыуған урыны | Джаджур[d], Ахурянский район[d], Әрмән ССР-ы[d], СССР[5][6] |
Вафат булған көнө | 23 февраль 1975[7][8] (46 йәш) |
Вафат булған урыны | Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР[6] |
Үлем сәбәбе | авария[d] |
Ерләнгән урыны | Тохмахское кладбище[d] |
Хәләл ефете | Гаяне Мамаджанян[d] |
Балалары | Нарек Аветисян[d] |
Һөнәр төрө | рәссам |
Эшмәкәрлек төрө | Живопись |
Уҡыу йорто |
Ереванский государственный художественно-театральный институт[d][5] И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты[5] |
Кемдә уҡыған | Мартирос Сарьян[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы[5] |
Сәнғәт йүнәлеше | абстрактный экспрессионизм[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Әрмәнстандың Милли картиналар галереяһы |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
![]() |

Минас Карапетович Аветисян (әрм. Մինաս Ավետիսյան; 20 июль 1928 йыл, Әрмән ССР-ының Ахурян районы Джаджур ауылы — 24 февраль 1975 йыл, Ереван, Әрмән ССР-ы) — әрмән рәссамы.
1960 һәм 1975 йылдар араһында Аветисян 500-ләп картина, шул сама уҡ рәсем, 20 ҙур фреска һәм тиҫтәнән ашыу театр тамашаһы өсөн проект эшләй. Ижады донъя һынлы сәнғәтендә шөһрәтле урын биләп тора.
1988 йылда Спитакта ер тетрәгәндә Гюмриҙа уның фрескаларының бер өлөшө һәм тыуған ауылы Джаджурҙағы тыуған йорто емерелә.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
- 1947—1952 — Ф. Терлемезян исемендәге Ереван художество мәктәбендә уҡый.
- 1952—1954 — Ереван художество-театр институтында уҡый.
- 1952—1954 — И. Е. Репин исемендәге Ленинград һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм зодчество институтында уҡый.
- 1960 йылдан — Ереванда йәшәй.
- 1962 — Ереванда «Биш рәссам» экспозицияһы эшләнә, ул рәссамға ҙур билдәлелек килтерә.
- 1968 — Әрмәнстандың атҡаҙанған рәссамы исеме бирелә.
- 1972, 2 ғинуар — Ереванда рәссамдың оҫтаханаһында янғын сыға.
1975 йылдың 24 февралендә тротуарға килеп менгән автомобилгә тапалып һәләк була. Күптәр Минас үлтерелгән тип уйлай[9].
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2000 йылда Әрмәнстанда Аветисянға арналған почта маркаһы сыға.
- рус шағирәһе Юнна Морицтың «Армения» (1983) тигән шиғри дилогияһының икенсе өлөшө Аветисянға бағышланған (беренсе өлөшө шағир Паруйр Севакҡа арналған).
Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Минас Аветисян ижадының өлгөргән осоро әҫәрҙәре контраст төҫтәрҙә, эре экспрессив эҙҙәр менән төшөрөлгән, уларҙа фовизм принциптары урын алған. Әҫәрҙәрендә Кавказ аръяғы сәнғәте традициялары ла ҙур сағылыш тапҡан. Оҫтаның пейзаждары, автопортреттары, жанрлы-символик ауыл мотивтары үҙенең эстетик асылын күрһәтеү ысулы тип баһалана. Минас Аветисян, дөйөм алғанда француз модернына һәм раннему авангарду начала XX быуат башындағы иртә авангардҡа тартылһа ла, үҙ заманына хас булған Рәсәйсә «ҡырыҫ стилгә» лә яҡын тора. Театр рәссамы һәм живописец-монументалист булараҡ та уңышлы эшләй.
Эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лаваш бешерәләр, 1972 — Ереван хәҙерге заман сәнғәте музейы
- Әңгәмә,1973-Шәхси тупланма-[1]
- Хачкарлы пейзаж, 1974 — Ереван хәҙерге заман сәнғәте музейы
- А. Спендиаров исемендәге Опера һәм балет театрында А. Хачатуряндың Гаянэ балеты сценографияһы, 1974.
- Гюмриҙа завод интерьерҙарын биҙәү, 1970—1974.
Кинола[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Record #8288452 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ Bibliothèque nationale de France Minas Avetisian // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Sokolov M. N. Minas Avetisyan // Avetisyan, Minas (ингл.) // Grove Art Online / J. Turner — [Oxford, England], Houndmills, Basingstoke, England, New York: OUP, 2017. — ISBN 978-1-884446-05-4 — doi:10.1093/GAO/9781884446054.ARTICLE.T005305
- ↑ Minas Karapeti Awetisyan // Artists of the World Online, Allgemeines Künstlerlexikon Online, AKL Online (нем.) / Hrsg.: A. Beyer, B. Savoy — B: K. G. Saur Verlag, Verlag Walter de Gruyter, 2009. — ISSN 2750-6088 — doi:10.1515/AKL
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Армянская советская энциклопедия (әрм.) / под ред. Վ. Համբարձումյան, Կ. Խուդավերդյան — 1974. — Т. 1. — Б. 613.
- ↑ 6,0 6,1 Армянская краткая энциклопедия (әрм.) — 1990. — Т. 1.
- ↑ Մինաս Ավետիսյանի հիշատակի օրն է
- ↑ Խորհրդային տարիների գրաքննության հետևանքով Մինաս Ավետիսյանի մահվան օրը նշվել է այսօր
- ↑ Минас: Реквием