Эстәлеккә күсергә

Авзалов Талип Авзал улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Авзалов Талип Авзал улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Илеш, Рәсәй
Вафат булған көнө 21 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Вафат булған урыны Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Авзалов Талип Авзал улы (рус. Авзалов Талиб Авзалович) (19011943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкы яугиры, хеҙмәт иткән һуңғы урыны — 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы штабы[1]. Гвардия ҡыҙылармеецы[2].

Талип Авзал улы Авзалов 1901 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Илеш районы) Илеш ауылында тыуған.

1941 йылда Илеш районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Гвардия ҡыҙылармеецы Авзалов Талип 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының (16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы) 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкында хеҙмәт итә.

1943 йылдың 24 февралендә Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе Ивановка районы Юлино-2 станцияһында хәбәрһеҙ юғала[1][3][4].

Авзалов Талип Авзал улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Илеш районы Ябалаҡ ауыл Советы биләмәһендәге Илеш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.