Ай тотолоу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ай тотолоу (диалекттарҙа ай эрәнйеү, ай ауырыу) — ышаныуҙар буйынса, ай тотолоу айҙың кеше гонаһтарынан рәнйеүе, ауырыуы менән бәйле. Шуның өсөн ай тотолһа, балаларҙы, малдарҙы ҡысҡырталар. Ышаныуҙар буйынса, ошоно күреп, ишетеп, гонаһһыҙ заттарҙы йәлләп, ай күккә кире ҡайта, имеш. Ҡайһы бер легендалар буйынса, ай тотолоу айҙың яман заттар тарафынан урланыуы менән бәйле. Был осраҡта айҙы яман заттан ҡотҡарыу өсөн күберәк тимер - томор һуғалар, мылтыҡ аталар, доға ҡылалар, йәғни ҡурҡытыу ысулы ҡулланыла.

Һүҙҙең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һүҙбәйләнештең килеп сығышы төрки сығанаҡлы ай һәм тотолоу һүҙҙәре менән бәйле һәм айҙы йәмләндереп ҡарауҙы саҡылдыра.

Ай һүҙе башҡорт телендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт телендә ай, ай башы, ай битен йыуа, ай күрҙе, ҡояш алды, ай ҡолаҡланыу, ай тотолоу, ай ҡалҡыу ай алған кеүек һүҙбәйләнештәр бар.

Ай һүҙенә бағышланған исемдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айһылыу, Айбикә, Айсолтан, Айбулат, Айым, Айгөл, Айнур, Айназ, Айзат һ.б

Сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" драмаһынан кино төшөрөлгән, шулай уғ БДАДТ-та спектакеле лә ҡуйылды.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хисамитдинова Ф.Г. Мифологический словарь башкирского языка. – М.: Наука, 2010. – 452 с. – ISBN 978-5-02-037580-2