Эстәлеккә күсергә

Аллабирҙин Шаһивәли Әбделкәрим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аллабирҙин Шаһивәли Әбделкәрим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1896
Тыуған урыны Татлыбай, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Вафат булған көнө 16 март 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Һөнәр төрө колхозник
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы

Аллабирҙин Шаһивәли Әбделкәрим улы (1896 йыл — 16 март 1976 йыл) — совет хужалыҡ эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, ҡыҙылармеец[1][2].

Шаһивәли Әбделкәрим улы Аллабирҙин 1896 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Татлыбай ауыл хакимиәте үҙәге) Татлыбай ауылында тыуған. Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, ҡыҙылармеец[3].

Тормош һәм хеҙмәт юлы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19081915 йылдар — Татлыбай ауылындағы кулак хужалығында ялланып эшләй.

19151917 йылдар — Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.

19171919 йылдар — Татлыбай ауылында миҙгел эштәрендә хеҙмәт итә.

1919 йылдың 15 мартына тиклем — аҡтар армияһы рядовойы.

19191921 йылдар — үҙ ирке менән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә, аҡ бандаларҙы тар-мар итеүҙә ҡатнаша.

19211923 йылдар — Татлыбай ауылындағы кулак хужалығында көтөүсе.

19231925 йылдар — приискы эшсеһе.

19251927 йылдар — БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы составындағы Йәнйегет ауыл советы рәйесе.

19271928 йылдар — БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы башҡарма комитеты рәйесе.

19291930 йылдар — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозында етештереү участкаһы мөдире.

19301931 йылдар — Мәскәү ҡалаһында курстарҙа белемен камиллаштырыусы курсант.

19311932 йылдар — Сталин исемендәге колхозды партия комитеты секретары.

19321933 йылдар — Өфө ҡалаһында Башҡортостан өлкә балалар комиссияһының кадрҙар бүлеге мөдире.

19331934 йылдар — БАССР-ҙың Бөрйән районында ер бүлеге мөдире.

19341938 йылдар — сәйәси золом ҡорбаны[4][5].

19381953 йылдар — бөтә төр ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген мотлаҡ тапшырыу буйынса СССР заготовкалар министрлығының (райуполминзаг) һәм май төшөрөү сәнәғәтенең район уполномоченный (вәкәләтле) агенты.

19531957 йылдар — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Сталин исемендәге колхозының һарыҡ аҫырау-тауар фермаһы (ОТФ) мөдире.

1957 йылдан — БАССР-ҙың Баймаҡ районы «Сибай» совхозының иген ырҙын табағы (зерноток) мөдире, ҡарауылсыһы.

1976 йылдың 16 мартында вафат була[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]