Алумян Самвел Сумбатович
Алумян Самвел Сумбатович | |
әрм. Սամվել Սմբատի Ալումյան рус. Самвел Сумбатович Алумян | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 3 май 1941[1] |
Тыуған урыны | Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР |
Вафат булған көнө | 7 сентябрь 1987[1] (46 йәш) |
Вафат булған урыны | Бухарест, Румыния |
Ерләнгән урыны | Мәскәү |
Һөнәр төрө | пианист, музыка педагогы |
Эш урыны |
Ереванская государственная консерватория имени Комитаса[d] П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Уҡыу йорто |
Чайковский исемендәге Ереван урта махсус музыка мәктәбе П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Ғилми дәрәжә | доцент[d] (1979) |
Кемдә уҡыған | Флиер, Яков Владимирович[d] |
Музыка ҡоралы | фортепиано |
Жанр | классик музыка |
Самвел Алумян (арм. Սամվել Սմբատի Ալումյան; 3 май 1941 йыл, Ереван — 7 сентябрь 1987 йыл, Бухарест) — СССР һәм Әрмәнстан пианисы, уҡытыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Самвел Сумбатович Алумян 1941 йылдың 3 майында Ереванда инженерҙар ғаиләһендә тыуған. 1948 йылда ул Еревандағы Чайковский музыка мәктәбенә С.А. Апоян классына уҡырға инә, һуңынан А. В. Айказян класында уҡыуын дауам итә. 1959-1964 йылдарҙа ул Яков Владимирович Флиерҙың фортепиано класында Мәскәү консерваторияһында уҡыған. 1966-сы йылда уның етәкселегендә аспирантураны тамамлай.
1966-1968 йылдарҙа Ереван консерваторияһында эшләй. Унан һуң 1968-се йылда, Яков Флиер саҡырыуы буйынса, ул Мәскәүгә күсенә һәм унда Мәскәү консерваторияһында уҡыта башлай. Ул М.Плетнев һәм Н.Коган кеүек пианистарҙың формалашыуына үҙ өлөшөн иңдерә. 1973 йылдан ул үҙ синыфын уҡыта һәм шул уҡ ваҡытта Флиер ярдәмчесе булып эшләй. Ул 30 ашыу студент өсөн уҡытыусы була, улар араһында А. Балакаускас, Д. Григорян, В. Дяченко, И. Ермилова, А. Иванов, К. Кнорре, В. Лихперова, А. Лушин, Д. Мамбетова, Л. Мартинес, М. Никешичев, Ю. Оганесов, А. Резник, А. Романова, М. Султанова, С. Татубаева, Э. Теплухина, А. Токарев, А. Турянская, Д. Хакимова, Е. Чемберджи кеүек билдәле музыканттар була.
Ул солист һәм ансамблсы булып сығыштар яһай, һәм 1967 йылдан сит илдәрҙә гастролдәрҙә була. "Фортепиано фантазиялары" концерт циклының инициаторы булып өлгөрә.
Б. Сметана исемендәге "Прага яҙы" халыҡ-ара пианистар конкурстары лауреаты (Прага, 1963, 3-сө премия), Дж. Неск (Бухарест, 1967, 1-се премия) һәм башҡалар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Ալումյան Սամվել Սմբատի // http://am.hayazg.info/index.php?curid=11152
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Никешичев М. В. Алумян Самвел Сумбатович // Московская консерватория. От истоков до наших дней. 1866—2003 / под ред. Н. А. Мироновой. — М.: «Прогресс-Традиция», 2005. — С. 20—21. — 744 с. — 1500 экз. — ISBN 5-89826-232-6.
- Алумян Самвел Сумбатович // А — Гонг. — М. : Советская энциклопедия : Советский композитор, 1973. — Стб. 113. — (Энциклопедии. Словари. Справочники : Музыкальная энциклопедия : [в 6 т.] / гл. ред. Ю. В. Келдыш ; 1973—1982, т. 1).