Альфахор
Альфахор | |
исп. Alfajor | |
Дәүләт |
Аргентина ba Перу Уругвай |
---|---|
Ил | Әл-Әндәлүс |
Альфахор Викимилектә |
Альфахор (alfajor [alfaˈxor],ғәрәп: الفاخر) — традицион кондитер изделиеһы, уны Испанияның ҡайһы бер өлкәләрендә һәм Латин Америкаһы илдәрендә, шул иҫәптән Көньяҡ Америка, Үҙәк Америка һәм Мексиканы ла индереп, табырға мөмкин. Төп өлөшө ике ҡатламдан: араһына һөт карамеле йәки шәкәр пудраһы менән ҡапланған джем һалынған түңәрәк татлы печеньенан тора. Альфахорҙың күбеһендә — ике ҡатлам печенье һәм улар араһына һалынған эслек.
Көньяҡ Америкала альфахор Аргентина, Уругвай, Эквадор, Парагвай, Чили, Перу һәм Бразилияның көньяҡ төбәгендә йышыраҡ осрай. XIX быуат уртаһынан Аргентина менән Уругвайҙа был тәмлекәс ныҡ популяр булыуға ҡарамаҫтан, ул ғәрәп донъяһында барлыҡҡа килгән. Альфахор атамаһығәрәп телендәге الفاخر, [ælˈfæːxɪr] һүҙенән килеп сыға һәм «фантастик» йәки «бына тигән» тәмлекәс тигәнде аңлата. Тәүге тапҡыр альфахор Аль-Андалус булған заманда Иберияла барлыҡҡа килә.
Төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Альфахорҙың тағы ла бер популяр (хәйер, йыш ҡулланылмаһа ла) ингредиенты — аҡ йәки ҡара шоколад менән ҡаплатылыуы (альфахорҙарҙың күбеһе «ҡара» һәм «аҡ» төрҙә һатыла). Тағы бер төрө «de Alfajor nieve» тип атала, быныһы шоколад урынына «ҡар» менән ҡаплана (йомортҡа ағы һәм шәкәр ҡатышмаһынан барлыҡҡа килә). Перуан альфахорҙары шәкәр пудраһы менән ҡаплана, ә печеньелар араһына blanco manjar (аҡ тәмләткес) һалына. Альфахор, ғәҙәттә алюминь фольгаға төрөп һатыла. Мексикала альфахор - кокостан әҙерләнгән өс төҫлө тәм-том. Никарагуала альфахорҙың Канар утрауҙарында таралғаны өҫтөнлөк ала. Был тәм-том төрлө ҡуҙаҡлыларҙың онона какао һәм меласса ҡушып әҙерләнә һәм пластикҡа йәки майлы ҡағыҙға төрөлә.
Альфахорҙарҙың башҡа төрҙәре ингредиенттары (мәҫәлән, арахис ҡушып) һәм эслектәре менән генә айырыла
Испанияның Кадис провинцияһында бөтөнләй икенсе төрлө кондитер изделиеһы альфахор тип атала. Улар он, бал, миндаль һәм бер нисә тәмләткес, мәҫәлән, дәрсен ҡушып әҙерләнә . Йышыраҡ Раштыуа байрамында һатыла.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Альфахорес (рецепт на русском)
- Alfajores TRADICIONALES CORDOBESES
- Alfajores de Argentina (испанский, английский)
- El Blog De Los Alfajores
- Alfajores Balcarce (испанский, английский)
- Alfajores Guaymallen
- Alfajores HAVANNA
- Alfajores Jorgito
- Alfajores Merengo (Santafesino Type) 2018 йыл 12 октябрь архивланған. (испанский, английский)
- Alfajores Estancia El Rosario (Cordobes Type) (испанский, английский)
- Alfajores Portezuelo (испанский, английский)
- Alfajor Ibope made entirelly from Carob tree fruit 2019 йыл 30 ноябрь архивланған. (испанский)
- Alfajor Bits’nBites, non traditional Mexican alfajor (испанский)