Эстәлеккә күсергә

Барсуков Анатолий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Анатолий Барсуков битенән йүнәлтелде)
Барсуков Анатолий Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 ноябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Ырымбур, Урта Волга крайы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 февраль 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө директор
Уҡыу йорто Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты[d]
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Октябрь Революцияһы ордены Ленин ордены

Барсуков Анатолий Иванович (12 ноябрь 1931 йыл — 27 февраль 2016 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1973 йылдан «Башавтотранс» предприятиеһының баш инженеры, 1978 йылдан — начальнигы, 1988—1999 йылдарҙа — генераль директоры. РСФСР-ҙың 12-се, Башҡорт АССР-ының 9—12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1991). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры.

Анатолий Иванович Барсуков 1931 йылдың 12 ноябрендә хәҙерге Ырымбур ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. Ғаиләгә ярҙам итеү өсөн 15 йәшенән совхозда төрлө эштәрҙә эшләй, аҙаҡтан слесарь була. 1948 йылда «Россовхозавтотранс»тың Чкалов автобазаһында йөк автомобиле водителе булып эшләй башлай.

Һуңынан автомобиль техникумын тамамлай. Бөтә союз финанс-иҡтисади институтында ситтән тороп юғары белем ала.

1954 йылдан — 11-се һанлы Күмертау автоконтораһында өлкән механик. 1955 йылда Кумертау ҡалаһында РСФСР-ҙың Минавтотранс янындағы Башҡортостан транспорт идаралығының 1518 һанлы автоколоннаның баш инженеры була. 1959 йылда предприятиены етәкләй. Бер нисә йылдан автоколонна РСФСР-ҙа тармаҡтың алдынғы предприятиеларының береһе була.

1973 йылда Башҡортостан транспорт идаралығының баш инженеры итеп тәғәйенләнә, 1978 йылда — идаралыҡ начальнигы, 1988 йылда — «Башавтотранс» территориаль берекмәһенең генераль директоры. Уның етәкселеге осоронда предприятиела автомобиль ташыуҙарҙың һөҙөмтәлелеге күтәрелә. Анатолий Барсуков башланғысы менән йөк ташыуҙың контейнер системаһын индерелә.

РСФСР халыҡ депутаты (1990—1993), РСФСР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡорт АССР-ының 9-12-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

1999 йылдан хаҡлы ялда, дөйөм файҙаланыуҙағы автотранспорт ветерандарының республика советы рәйесе була.

Анатолий Иванович Барсуков 2016 йылдың 27 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]