Эстәлеккә күсергә

Күмертау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кумертау битенән йүнәлтелде)

Ҡаҙағстан менән бутамаҫҡа.

Күмертау
Күмертау
Байраҡ
Нигеҙләү датаһы 1947
Рәсем
Рәсми атамаһы Күмертау
Ҡушамат Город авиастроителей[1]
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Күмертау ҡалаһы ҡала округы[2]
Административ-территориаль берәмек Күмертау ҡалаһы ҡала округы[2] һәм Көйөргәҙе районы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 57 949 кеше (2021)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 310 метр
Майҙан 170 км²
Почта индексы 453300
Рәсми сайт admkumertau.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1947
Урындағы телефон коды 34761
Карта
 Күмертау Викимилектә

Күмертау(тыңлау) Башҡортостандың Өфө ҡалаһынан 250 км, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 102 км көньяҡта урынлашҡан ҡалаһы.

1947 йылда, Көньяҡ Урал күмер бассейнының Үрге-Бабай ятҡылығында күмер үҙләштереү сәнәғәте башланғас, Бабай ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килә.

1949 йылдан — эшселәр ҡасабаһы.

1953 йылда ҡала статусын ала.

19651990 йылдарҙа — Күмертау районы административ үҙәге.

1990 йылдан — республика әһәмиәтендәге үҙ аллы ҡала.

2008 йылдың 1 ғинуарына ҡала округында 67 158 кеше иҫәпләнә[7], шул иҫәптән 62 418 кеше ҡалала, 4 740 кеше ауылда йәшәй.

Йыл Халыҡ һаны
1959 30,9 мең
1970 44,4 мең
1989 64,3 мең
2002 65,0 мең
2008 62,4 мең
2010 66,8 мең

Милли составы[7]:

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 63572 29483 34089 46,4% 53,6%
2002 йыл 9 октябрь 65003 29646 35357 45,6% 54,4%
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күмертау ҡалаһы хакимиәтенә ҡараған ауыл советтары:

Исеме Үҙәге Код ОКАТО
01 Маяҡлы Маяҡлы 80 423 804
02 Подгорный Ира 80 423 805
03 Иҫке Урал Иҫке Урал 80 423 806
04 Алексеевка Алексеевка 80 423 807
05 Пятки Пятки 80 423 806
07 Таң Таң 80 423 806
08 Николаев Николаев 80 423 806
  • 2009 йылдың 26 февралендә 453350, Башҡортостан, Күмертау ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 24 адресы буйынса урынлашҡан, ҡасандыр ҡеүәтле эшләгән «Башкируголь» ААЙ бөтөрөлә. Хәҙерге ваҡытта был төҙөлгән ҡаралтыны Өфө дәүләт авиация техник университетының Күмертау филиалы файҙалана.
  • Машиналар төҙөү (тирмән, икмәк бешереү ҡорамалдары һ.б.)
  • «Искра» сәнәғәт роботтарын төҙөү (хәрби завод), асылда банкрот.
  • Авиация заводы «КумАПП» (Ка-31, Ка-32, Ка-226 вертолеттар етештереү).
  • Аҙыҡ-түлек (балыҡ эшкәртеү) сәнәғәте.
  • Брикет фабрикаһы («Башкируголь» комбинаты менән бөтөрөлә).
  • Йылылыҡ электр үҙәге (ТЭЦ).
  • Ҡаланың тирә-яғында газ сығарыла.Ҡала янында (Ҡансура ауылы эргәһендә) Ҡансура-Муса газды ер аҫтында һаҡлау комплексы эшләй (КМКПХГ). 1969 йылда Ҡансура ауылы эргәһендә станция булараҡ барлыҡҡа килә. 2004 йылда Муса газды ер аҫтында һаҡлау станцияһы төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта был ике станция берләштерелгән һәм Ҡансура-Муса газды ер аҫтында һаҡлау комплексы тип йөрөтөлә. Комплекс ҡала иҡтисадына һәм социаль обьектары өсөн бик ҙур өлөш индерә. Реконструкция һөҙөмтәләре буйынса актив газдың күләме 3,4 милиард куб метрҙан 5,5 милиард куб метрға хәтле күтәреү күҙ уңында тотола, йәғни бер ярымға күберәк. Бынан тыш комплекстан газ ҡулланыусылар өсөн уның сифаты ла күтәреләсәк. Шулай уҡ юғары кимәлдәге етештереү автоматтары менән эшләү өсөн ышаныс арта, тирә-яҡ мөхитте бысратмау яйға һалынған. Республиканың көньяҡ төбәге ҡыш көндәрендә ошо Ҡансура-Муса комплексында айырып алынған газ менән ҡуллана. Иң эре ҡулланыусылар — Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалалары.

Шулай уҡ ҡала янында нефть һәм эйәрсән газ табыла.

Күмертауҙа белем алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ҡалала 26 мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн ойошма, 19 дөйөм урта белем биреү мәктәбе, 2 гимназия, йәтим балалар өсөн мәктәп-интернат, ата-әсәһеҙ балалар өсөн балалар йорто, республика политехник лицей-интернаты һәм киске мәктәп эшләй. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең өҫтәмә белем биреү ойошмаларына йөрөргә мөмкинлеге бар: Балалар ижады үҙәге, йәш техниктар, йәш туристар, йәш натуралистар станциялары, үҫмерҙәр спорт мәктәбе, уҡыу комбинаты, ике музыка мәктәбе, художество һәм хореография мәктәбе, «Самоцветы» йәштәр һәм үҫмерҙәр үҙәге. Кадрҙар әҙерләү буйынса 16 һөнәри белем биреү үчереждениеһы, Тау колледжы, Авиация техникумы, Педагогия колледжы, Башҡорт иҡтисади-хоҡуҡ техникумы, юғары белем биреү өсөн Өфө дәүләт авиация техник университеты, Ырымбур дәүләт университеты филиалдары, Күмертау иҡтисад һәм хоҡуҡ институты эшләй.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ионн Предтеча исемендәге Храм
  • Мәсет
  • Ҡаланың үҙәк майҙанында вертолет макеты ҡуйылған.
  • Юрий Гагарин исемендәге ял паркында Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына бағышлап МиГ-15 истребитель самолеты һәйкәле ҡуйылған