Анна де Ноай
Анна де Ноай (франц. Anna de Noailles, тыуғанда исеме — Anna Elisabeth Bibesco-Bassaraba, Princess de Brancovan, кейәүҙә — Marquise Mathieu de Noailles, 15 ноябрь 1876, Париж — 30 апрель 1933, Париж) — француз шағирәһе, әҙәби салон хужабикәһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Румыния кенәзе Григорие Бибеску-Бранковяну һәм Греция княгиняһы Ралука Музуростың (Raluca Moussouros) ҡыҙы. Ралука Музурос билдәле пианист була, уның ата-бабалары араһында болгар Яңырыуы эшмәкәрҙәре Софроний Врачанский һәм Стефан Богориди бар.
Аннаның олатаһының ҡатыны княгиня Елена Бибеско XIX быуат аҙағында Париждың әҙәби һәм художестволы тормошонда күренекле роль уйнаған.
1897 йылда Анна маркиз де Ноайға кейәүгә сыҡҡан. Уларҙың йорто Париждың донъяуи һәм интеллектуаль үҙәге булғаню Пер-Лашез зыяратында ерләнгән.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер нисә шиғырҙар йыйынтыҡтары, өс роман, автобиография китаптары авторы. Символизмға яҡын булған. Уның шиғырҙарын 1901 йылда Сара Бернар башҡарған.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Le Cœur innombrable (1901)
- L’Ombre des jours (1902)
- La Nouvelle Espérance (1903)
- Les Éblouissements (1907)
- Les Vivants et les Morts (1913)
- Les Forces éternelles (1920)
- Poème de l’amour (1924)
- Passions et vanités (1926)
- L’Honneur de souffrir (1927)
- Exactitudes, Paris (1930)
- Derniers Vers et Poèmes d’enfance (1934)
Салон хужабикәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ош урамындағы уның салонынжа башҡалар араһында артабанғы шәхестәр булған: Рейнальдо Ан, Поль Валери, Альфонс Доде, Макс Жакоб, Франсис Жамм, Андре Жид, Поль Клодель, Кокто, Колетт, Пьер Лоти, Габриэла Мистраль, Робер де Монтескью, Франсуа Мориак, Марсель Пруст.
Сәнғәттә һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шағирә портретын артабанғы рәссамдар төшөргән: Жак-Эмиль Бланш, Антонио де ла Гандара, Кеес ван Донген, Филип Де Ласло, Игнасио Сулоага (ҡарағыҙ: [1] 2019 йыл 25 март архивланған.), Жан-Луи Форен.
1906 йылда уның скульптура портретын Роден яһаған.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Почёт легионы ордены кавалеры.
- Бельгия Король француз әҙәбиәте һәм теле академияһына ҡабул ителгән тәүге ҡатын.
- 1910 йылда Француз академияһы Анна де Ноай премияһын булдырған.
- 1921 йылда Француз академияһының Ҙур әҙәби премияһына лайыҡ булған.
Рәсәйҙә Анна де Ноай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1916 йылда Марина Цветаева уның Новое упование (1903) романын урыҫ теленә тәржемә иткән (1927 йылда Марина Цветаева авторға хат яҙған — уны бында уҡығыҙ: [2]). Шиғырҙарын Иван Тхоржевский, Всеволод Рождественский, Павел Лыжин, Юрий Корнеев һәм башҡалар урыҫ теленә тәржемә иткәндәр.
Урыҫ телендә публикациялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сады / Пер. Вл. Гусева. — Киев, 1913.
- Стихи// Семь веков французской поэзии в русских переводах. — СПб: Евразия, 1999. — С. 527—530.
- Стихи// Французская поэзия XX века. — М.: Эксмо, 2005. — С. 86-91.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 база данных Léonore (фр.) — ministère de la Culture.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ http://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=20820
- ↑ LIBRIS — 2012.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118835394 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ https://archives.paris.fr/arkotheque/visionneuse/visionneuse.php?arko=YTo2OntzOjQ6ImRhdGUiO3M6MTA6IjIwMjItMTItMTEiO3M6MTA6InR5cGVfZm9uZHMiO3M6MTE6ImFya29fc2VyaWVsIjtzOjQ6InJlZjEiO2k6NDtzOjQ6InJlZjIiO2k6MjE2NDEyO3M6MTY6InZpc2lvbm5ldXNlX2h0bWwiO2I6MTtzOjIxOiJ2aXNpb25uZXVzZV9odG1sX21vZGUiO3M6NDoicHJvZCI7fQ==#uielem_move=-328%2C-1168&uielem_islocked=0&uielem_zoom=172&uielem_brightness=0&uielem_contrast=0&uielem_isinverted=0&uielem_rotate=F — вып. 1515. — Б. 14.
- ↑ база данных Léonore (фр.) — ministère de la Culture. — P. 14.
- ↑ https://archives.paris.fr/arkotheque/visionneuse/visionneuse.php?arko=YTo2OntzOjQ6ImRhdGUiO3M6MTA6IjIwMjItMTItMTEiO3M6MTA6InR5cGVfZm9uZHMiO3M6MTE6ImFya29fc2VyaWVsIjtzOjQ6InJlZjEiO2k6NDtzOjQ6InJlZjIiO2k6MjY2MjQzO3M6MTY6InZpc2lvbm5ldXNlX2h0bWwiO2I6MTtzOjIxOiJ2aXNpb25uZXVzZV9odG1sX21vZGUiO3M6NDoicHJvZCI7fQ==#uielem_move=-1134%2C-680&uielem_islocked=0&uielem_zoom=169&uielem_brightness=0&uielem_contrast=0&uielem_isinverted=0&uielem_rotate=F — вып. 889. — Б. 29.
- ↑ http://www.arllfb.be/composition/successions.html
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анна де Ноай в Литературной энциклопедии(недоступная ссылка)
- Higonnet-Dugua E. Anna de Noailles, cœur innombrable: biographie, correspondance. Paris: Michel de Maule, 1989
- Broche F. Anna de Noailles: un mystère en pleine lumière. Paris: Robert Laffont, 1989
- Bargenda A. La poésie d’Anna de Noailles. Paris: L’Harmattan, 1995
- Perry C. Persephone Unbound: Dionysian Aesthetics in the Works of Anna de Noailles. Lewisburg: Bucknell UP, 2003
- 15 ноябрҙә тыуғандар
- 1876 йылда тыуғандар
- Парижда тыуғандар
- 30 апрелдә вафат булғандар
- 1933 йылда вафат булғандар
- Парижда вафат булғандар
- Парижда ерләнгәндәр
- Почётлы легион ордены командорҙары
- Почётлы легион ордены кавалерҙары
- Почётлы легион ордены офицерҙары
- Ҡотҡарыусы ордены кавалерҙары
- Франция яҙыусылары
- Франция шағирҙары