Антонов Яков Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Антонов Яков Дмитриевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 октябрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Боғорослан районы, СССР
Вафат булған көнө 14 август 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»

Антонов Яков Дмитриевич (23 октябрь 1909 йыл — 14 август 1986 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия уҡсылар полкы автоматсыһы, гвардия өлкән сержанты. Дан орденынның тулы кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яков Дмитриевич Антонов 1909 йылдың 23 октябрендә Ырымбур өлкәһе Боғорослан районы Узели ауылында тыуа. Мордва. 1931—1935 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡас, Магнитогорск ҡалаһына яҡын урынлашҡан Көньяҡ Урал тимер юлының Куйбас станцияһында үлсәүсе булып эшләй.

1942 йылдың ғинуарында Силәбе өлкәһе Агаповск район хәрби комиссариаты уны ҡабаттан армия сафына саҡыра. Шул уҡ йылдың апреленән хәрәкәт итеүсе армия составында хеҙмәт итә. Көньяҡ-Көнбайыш, 3-сө Украина һәм 1-се Белорус фронттарында һуғыша. 1943 йылдан ВКП/КПСС ағзаһы. 1944 йылдың яҙына гвардия сержанты Антонов 57-се гвардия уҡсылар дивизияһы 170-се гвардия полкының автоматсылар ротаһы парторгы була.

1944 йылдың 11-15 майында Малаешты тораҡ пунктынан төньяҡтараҡ Днестр аръяғындағы плацдармда барған һуғышта гвардия сержанты Антонов ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Көсөргәнешле алыштар барышында, дошман контратакаһын кире ҡаҡҡанда, рота һалдаттарын алға әйҙәй. Шәхсән үҙе 10-дан ашыу дошман һалдатын юҡ итә.

1944 йылдың 1 июнендә 57-се гвардия уҡсылар дивизияһы буйынса приказ менән гвардия сержанты Антонов Яков Дмитриевич 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың июль аҙағында 1-се Белоруссия фронты составына ингән 8-се гвардия армияһы Висла йылғаһына сыға һәм уның аша сыға башлай. 1 августа гвардия капитаны А. А. Сбитнев командалыҡ иткән автоматсылар ротаһы (Я. Д. Антонов та ошо рота составында була), Висла йылғаһы аша уңышлы сығып, иң тәүге дошман траншеяһын биләп ала һәм дошман плацдармын яулай.

1944 йылдың 17-20 авгусында Магнушев ҡалаһы янында барған алышта гвардия өлкән сержанты Антонов үҙенең отделениеһы менән йәшерен рәүештә дошман тылына инә һәм көтөлмәгән һөжүм менән дошман көслө терәк пунктына әйләндергән 111,6-сы исемһеҙ бейеклекте яулай. Гвардеецтар дошмандың бик күп контрһөжүмен кире ҡаға һәм 40-лап дошман һалдатын юҡ итә

8-се гвардия армияһы ғәскәре буйынса 1944 йылдың 12 ноябрендәге приказына ярашлы гвардия өлкән сержанты Яков Дмитриевич Антонов 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. .

Одер йылғаһына табан юлда бер алышта гвардия өлкән сержанты Антонов контузия ала. Бер нисә көндө госпиталдә үткәрә. Һауыҡҡандан һуң Суворов орденлы 83-сө гвардия Ҡыҙыл байраҡлы уҡсылар полкының йәйәүле разведка взводына ебәрелә. Тиҙҙән ул ошо полк командиры гвардия подполковнигы Чувилкиндың ординарецы булып китә.

Берлин ситендәге майҙанды яулау өсөн барған яуҙа гвардия өлкән сержанты Антонов батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә. Полк командиры ординарецы булараҡ, ул көслө ут аҫтында хәрби приказдарҙы батальондарға алып барып тапшыра. 25 апрелдә 2-се батальон командирына ашығыс пакетты алып барғанда Антонов дошман автоматсыларының көслө уты аҫтына эләгә. Ул дошман автоматсылары урынлашҡан бина эсенә гранаталар ташлап өлгөрә һәм дошмандың биш һалдатын юҡ итә, өсәүһе яралана, икеһен әсирлеккә ала. Пакет ваҡытында тәғәйенләнеше буйынса тапшырыла. Икенсе бер заданиены үтәгәндә — 1-се батальонға штаб күрһәтмәһен тапшырырға барғанда дошман уты аҫтында ауыр яралы офицерҙы алып сыға һәм медсанбатҡа алып барып урышлаштыра.

СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы Указы менән илбаҫарҙар менән яуҙа командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия өлкән сержанты Антонов Яков Дмитриевич 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә һәм Дан орденының тулы кавалеры була.

1945 йылда Антонов демобилизациялана. Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Куйбас станцияһында жекта эшләй. 1986 йылдың 14 авгусында вафат була.

I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, өс дәрәжә Дан ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Ушаков А. П. Во имя Родины Южно-Уральское книжное издательство, 2004