Антон Брукнер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Антон Брукнер
нем. Anton Bruckner
Төп мәғлүмәт
Тыуған

4 сентябрь 1824({{padleft:1824|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Ансфельден, Австрия империяһы (хәҙерге — земле Үрге Австрия)

Үлгән

11 октябрь 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (72 йәш)

Үлгән урыны

Вена, Австро-Венгрия (хәҙерге — Австрия)

Ил

Австрия империяһы Австрия империяһы
Австро-Венгрия Австро-Венгрия

Һөнәрҙәре

композитор, органист

Инструменттар

орган

Автограф
Автограф
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Антон Брукнер (нем. Anton Bruckner; 4 сентябрь 1824, Ансфельден, Үрге Австрия — 11 октябрь 1896, Вена) — австрия композиторы, органда уйнаусы һәм музыка педагогы, тәү сираттасимфониялар, мессалар и мотеттар ижад итеүе менән билдәле. Уның симфониялары йыш ҡына үҙенең бай гармоник теле, ҡатмарлы полифонияһы һәм оҙайлығы арҡаһында австро-немец романтизмының һуңғы этабы символы булып һанала.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брукнер Линц ҡалаһы янындағы Ансфельден ауылында тыуа. Уның ҡартатаһы 1776 йылда уҡытыусы урынын ала, 1823 йылда был эш урынын буласаҡ композиторҙың атаһы, өлкән Антон Брукнер (1791-1837), мираҫҡа ала[1]. Был насар түләүле, әммә ауыл ерендә хөрмәтле вазифа булған була[2][3]. Өлкән Брукнер Терезия Хельмға өйләнә (нем.), уларҙың никахынан ун бер балалалары тыуа. Антон Брукнер ғаиләлә өлкән бала була[4].

Атаһы Антондың беренсе музыка уҡытыусыһы була[2]. 1833 йылда, Брукнер конфирмация йолаһын үткәс, атаһы уны директоры музыкаль энтузиаст һәм хөрмәтле органсы Иоганн Баптист Вайс булған Хершинг мәктәбенә уҡырға ебәрергә була. Унда Брукнер мәктәпте тамамлай, органсы-виртуоз була һәм үҙенең тәүге әҫәрен — «орган өсөн ми-Бемоль мажор дүрт прелюдияһын» яҙа.

Өлкән Брукнер 1837 йылда вафат булғандан һуң, уҡытыусының урынын һәм йортон вариҫына күсергәндән һуң, Антонды Изге Флориан монастырына ебәргәндәр. Антон унда йырсы булып китә[2][5], шулай уҡ органда һәм скрипкала шөғөлләнә. Брукнерҙың музыкаль һәләттәренә ҡарамаҫтан, әсәһе уның ата-бабалары һөнәрен мираҫ итеп алып ҡалыуын теләй һәм уны Линцтағы уҡытыусылар семинарына ебәрә. Уны иң яҡшы билдәләр менән тамамлап, Брукнер бер ни тиклем ваҡытВиндхаг-Бай-Фрайштадт ҡалаһы уҡытыусыһы Франц Фукстың ярҙамсыһы булып эшләй. Унда ул ҡот осҡос шарттарҙа йәшәй, аҙ ғына эш хаҡы ала һәм үҙенең начальнигының даими кәмһетеүҙәренә дусар була, әммә бер ҡасан да зарланмай һәм ризаһыҙлыҡ белдермәй. Изге Флориан монастырыпрелаты Михаэль Арнет буласаҡ композиторҙың мохтажлыҡта йәшәүен белгәс, Брукнерҙы ике йылға ебәрә Кронсторф ҡалаһына шундай уҡ вазифаға. Виндхагтағы эштәре менән сағыштырғанда, Кронсторф осоро (1843-1845) әҫәрҙәрендә беренсе тапҡыр Брукнерҙың индивидуаль "брукнер" стиле күҙәтелә, һәм уларҙың айырмалы һыҙаттары күренә башлай[6].

1845 йылда Брукнер Санкт-Флорианға кире ҡайта[1]. Майҙа ул ауыл мәктәптәренең береһендә уҡытыусы ярҙамсыһы урынын биләргә мөмкинлек биргән имтихан үтә. Брукнер белем алыуын юғары уҡыу йорттарында уҡытыу өсөн дауам итә. 1848 йылда Санкт-Флориандың органсыһы итеп тәғәйенләнә, 1851 йылда был вазифа уның өсөн даимиға әйләнә[2]. Уның репертуары башлыса И. М. Гайдн, И. Г. Альбрехтсбергер һәм Ф. Й. Ауман әҫәрҙәрҙән тора[7].

1849 йылда Брукнер үҙенең тәүге ҙур әҫәре «Реквием»ды яҙа. Был ижад емешен уның музыка менән шөғөлләнеүен хуплаған һәм уға фортепианоһын васыят иткән монастырь нотариусы Франц Зайлер иҫтәлегенә бағышлай.

1854 йылда брукнер беренсе тапҡыр Венаға юллана, унда һарай органсыһыИгнац Асмайер. Брукнерҙың органда уйнағанын тыңлай. Игнац Асмайер Брукнерҙың уйнағанын хуплай. Тик 1855 йылда ғына композитор юғары профессиональ кимәлдә музыкаль белем ала башлай, күренекле австрия музыкаль педагогының Симон Зехтерҙа контрапункт менән шөғөлләнә. Шул уҡ 1855 йылда Брукнер, конкурста бер һүҙһеҙ еңеп, Линцта ҡала органсыһы вазифаһын биләй[8] 1860 йылда шулай уҡ «Liedertafel Frohsinn» ирҙәр хорының етәксеһе була. Ошоноң менән бәйле уның ижадында орган әҫәрҙәре менән бер рәттән хор әҫәрҙәре лә ҙур урын биләй башлай. Брукнерҙың беренсе өлгөргән әҫәре тип месса № 1 ре минор (1864) һанала. Был әҫәрен композитор 40 йәшендә ижад итә.

Зехтерҙың дәрестәре Брукнер өсөн 1861 йылда сығарылыш имтиханы менән тамамлана. Имтихан ваҡытында, риүәйәт буйынса, имтихан алыусыларҙың береһе (Иоганн фон Гербек): "ул беҙҙе һынап ҡарарға тейеш ине!» - тип һоҡланып ҡысҡыра. Әммә бынан һуң да Брукнер Линц дирижеры Отто Кицлер семинарына йөрөп уҡый башлай. Уҡыу барышында ул Рихард Вагнерҙың музыкаль принциптарын ҙур иғтибар менән ентекләп өйрәнә. 1865 йылда Брукнер Вагнер менән таныша. Вагнерҙың музыкаһы һәм шәхесе Брукнерға ҙур йоғонто яһай.

Венский период[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1868 йылда, Зехтерҙың вафатынан һуң , Брукнер бушаған вазифаны биләргә саҡырыла. Уны Вена консерваторияһына музыка теорияһы уҡытыусыһы итеп эшкә алалар. Уҡытыу осоронда ул энергияһының күп өлөшөн симфониялар яҙыуға йүнәлтә. Был симфониялар йәмәғәтселек тарафынан насар ҡабул ителә. Уларҙы йәмәғәтселек ҡайһы берҙә «ҡырағай» һәм «мәғәнәһеҙ» тип һанай. Брукнерҙың консерваториялағы уҡыусылары араһында билдәле Ганс Ротт һәм Франц Шмидт була.

Брукнер-органистың оҫталығы (иң элек уның импровизацияһы) Австриянан ситтә юғары баһалана. 1869 йылда ул Францияла, ә 1871 йылда Англияла уйнай; Альберт-холлда яңы органда алты концерт һәм Гәлсәр һарайҙа биш концерт бирә.

1875 йылда Брукнер Вена университетының [9]доценты, ә өс йылдан һуң — Һарай капеллаһының органсыһы була. 1886 йылда ул Франц Иосиф орденына лайыҡ була.

Композитор 1896 йылда Венала вафат була. Бында вафатынан һуң өс йыл үткәс, Брукнерға һәйкәл ҡуйыла. Брукнер мәйетенең көлө һалынған саркофаг Изге Флориан монастыры органы аҫтында тора.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1898 йылда Линцта «Bruckner-Stiftung» махсус фонды ойошторола. Был фонд 25 йыл дауамында ошо ҡалала ике йыл аша үткәрелгән брукнер музыкаһы фестивалдәрен бағырға тейеш була. Линцта даими рәүештә Брукнерға арналған музыкаль фестиваль үткәрелеп тора[10].

Линцта Брукнерхаус (нем.) концерт залы төҙөлгән, унда башҡа ҙур Брукнерфест (нем.) һәм Ars Electronica (нем.) халыҡ-ара фестивалдәре лә үткәрелә.

1928 йылда Венала Халыҡ-ара Брукнер йәмғиәте барлыҡҡа килә.

Композитор 1949 йылғы австрия почта маркаһында һүрәтләнгән.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антон Брукнер (1889)

Композитор ижадының төп өлөшөн симфоник һәм рухи музыка тәшкил итә. Тәүге әһәмиәтле әҫәрен Брукнер ҡырҡ йәш тирәһендә яҙған. Композиторға алтмыш йәш тирәһе булғас ҡына танылыу килә. Брукнер көсһөҙ оркестровщик булған тигән фекер бар. Был уның әҫәрҙәрен оркестр өсөн яңынан яҙыуға сәбәп була[11]. Әммә әлеге ваҡытта дирижерҙарҙың күбеһе Брукнерҙың әҫәрҙәрен оркестр менән башҡарыуға өҫтөнлөк бирә (мәҫәлән, Георг Тинтнер, Элиаху Инбал, Филипп Херревегее).

Хор әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брукнер бик дини кеше була һәм бик күп дини әҫәрҙәр ижад итә. Ул «Te Deum» и «Магнификат» гимндары тексына музыка яҙа, биш псалом (шул иҫәптән Псалом 150 1890-сы йылдарҙа), байрам кантатаһын (WAB 16) төҙөй, ҡырҡ тирәһе мотеттар һәм ете месса ижад иткән. Өс тәүге мессалары (Windhaager Messe, Kronstorfer Messe и Messe für den Gründonnerstag) 1842 һәм 1844 йылдар араһында ижад ителгән ҙур булмаған австрия мессалары була. Урындағы сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән мессаларҙың ҡайһы берҙәрендә традицион бүлектәр композитор тарафынан төшөрөлгән. Уның тәүге эше булған Ре минор реквиемы 1849 йылда яҙыла. Брукнер үҙе был әҫәрен тарихта һаҡланыуға лайыҡлы тип иҫәпләй.

Әйтергә кәрәк, Брукнерҙың 1860-сы йылдарҙа яҙған һәм һуңғараҡ ҡайтанан ҡараған өс мессаһы йыш башҡарыла. Месса № 1 ре минор һәм № 3 фа минор мессаһы ҡатнаш хор солистары, орган һәм оркестр өсөн, ә № 2 ми минор ҡатнаш хор һәм ҙур булмаған тынлы инструменталь ҡоралдар өсөн тәғәйенләнгән. Был мессаны Брукнер ниндәйҙер кимәлдә цецилианским[en] рухи музыкаһына ярашлы итеп ижад итергә тырышҡан.

Донъяуи вокал әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәш сағында Брукнер ирҙәр хорында йырлай һәм улар өсөн музыка яҙа. Брукнерҙың донъяуи хор музыкаһы башлыса хор йәмғиәттәре өсөн, улар барыһы ла немец телендә яҙылған текстар. Был әҫәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре шәхси заказсылар һәм туй, ерләү, тыуған көндәр йәки исем туйҙары кеүекайырым саралар өсөн махсус яҙыла, бындай әҫәрҙәрҙең күбеһе композиторҙың дуҫтарына һәм таныштарына бағышланған . Бындай форматтағы музыка, ғәҙәттә, һирәк башҡарылған. Биограф Дерек Уотсон, композиторҙың ирҙәр хоры өсөн пьесалары «немец булмаған тыңлаусыны аҙ ҡыҙыҡһындырған», тип яҙа. Яҡынса 30 шундай пьесалары араһында иҫтә ҡалырлыҡ композиция булып ирҙәр хоры, солист , йодлер һәм дүрт валторн өсөн яҙылған Abendzauber (1878) әҫәре тора.

Брукнер шулай уҡ 20 йыр яҙа, уларҙың бер нисәһе генә баҫылып сыҡҡан. 1861-1862 йылдарҙа Брукнер яҙған йырҙар WAB классификацияһына индерелмәй, әммә 2013 йылда Австрия милли китапханаһы Брукнерҙың 1861-1863 йылдар менән даталанған өйрәнсек йырҙарын һатып ала

Брукнер шулай уҡ биш тыуған көн кантатаһын һәм ике ижад итә исемле кешеләре кантатаһы һәм Август Зильберштейндың, Germanenzug и Helgoland текстарына ике патриотик кантата ижад итә. Брукнерҙың 1863-1864 йылдарҙа яҙылған, иң тәүге баҫылып сыҡҡан Germanenzug (WAB 70) Helgoland (WAB 71) әҫәре — ҙур оркестр һәм ирҙәр хоры өсөн 1893 йылда яҙылған һәм һуңғы тамамланған композицияһы. Брукнер иҫәпләүенсә, был әҫәре Австрия милли китапханаһына мираҫ итеп ҡалдырыу өсөн лайыҡлы тип тапҡан берҙән-бер донъяуи вокал эше була.

Башҡа эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Отто Кицлерҙа уҡыған ваҡытында Брукнер өс ҡыҫҡа оркестр пьесаһы һәм оркестровкала күнекмәләр сифатында ре минор маршынижад итә. Шул уҡ ваҡытта ул соль минор увертюраһын да яҙа. Брукнерҙың ҡайһы берҙә симфониялар яҙҙырыуға индерелгән был эштәре композиторҙың яңы стиленә ишара яһай.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Симфониялары:
    • № 00 фа минор (»Уҡыусылар"), 1863, WAB 99
    • № 1 до минор, 1866, WAB 101
    • Си-бемоль мажор симфонияһы (WAB 142), 1869, беренсе киҫәк һыҙмаһы.
    • № 0 РЕ минор, 1869, WAB 100
    • № 2 до минор, 1872, WAB 102
    • № 3 РЕ минор, 1873, WAB 103
    • № 4 МИ-бемоль мажор, 1874, WAB 104
    • № 5 СИ-бемоль мажор, 1876, WAB 105
    • № 6 ля мажор, 1881, WAB 106
    • № 7 МИ мажор, 1883, WAB 107
    • № 8 до минор, 1887, WAB 108
    • № 9 РЕ минор, 1896, WAB 109
  • соль минор увертюраһы (1862); оркестр өсөн өс пьеса (1862); марш ре минор (1862); марш ми-бемоль мажор (1865);
  • рухи музыка (Реквием — 1849; Магнификат — 1852; 3 ҙур месса — 1864, 1866 — хор һәм тынлы оркестр өсөн (икенсе ред. 1882), 1868; Te Deum — 1884; Ave Maria; псаломдар, мотеттар һ. б.);
  • донъяуи хорҙар (Ирҙәр өсөн» Germanenzug" хор һәм тынлы оркестр өсөн — 1864; «Helgoland» ирҙәр хор һәм оркестрөсөн — 1890 һ. б.);
  • орган һәм фортепиано өсөн әҫәрҙәр
  • ҡыллы квартет (1862), ҡыллы квинтет (1879); рондо до минор (1862). 

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Rudolf Kloiber: Handbuch der klassischen und romantischen Symphonie. Breitkopf & Härtel, Wiesbaden 1964. ISBN 3-7651-0017-X. Pages 241—285
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Karl Grebe: Anton Bruckner. Rowohlt Taschenbuchverlag GmbH. Hamburg, 1972
  3. Hans-Hubert Schönzeler, Bruckner. New York: Grossman Publishers (1970).
  4. Bruckner in a nutshell. 52composers.com. Дата обращения: 27 июль 2018. Архивировано 27 июль 2018 года. 2018 йыл 27 июль архивланған.
  5. Derek Watson, Bruckner. New York: Schuster & Macmillan (1997): 3
  6. Karl Grebe: Anton Bruckner. Rowohlt Berlin 1972. Page 27.
  7. p. 94, Hawkshaw (2007) Paul. 90 «Anton Bruckner’s Counterpoint Studies at the Monastery of Saint Florian, 1845-55» 1 Musical Quarterly
  8. Брукнер, Антон // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Schōnzeler (1970): 70.
  10. Мукосей Б. Антон Брукнер 2011 йыл 9 сентябрь архивланған.
  11. Теодор Курентзис: «Это абсолютно мистическая музыка!» 2011 йыл 30 август архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Anton Bruckner Gesamtausgabe, unter der Leitung von R. Haas und A. Orel. — Wien-Leipzig, 1934—1944 (незаконч.).
  • Anton Bruckner kritische Gesamtaugabe, unter der Leitung von L. Nowak, Bd. I—XXIV. — Wien, 1951—2005.
  • Соллертинский И. И. Седьмая симфония Брукнера. — Л., 1940.
  • Соллертинский, И. Седьмая симфония Брукнера, в кн.: Музыкально-исторические этюды. — Л., 1956.
  • Друскин, М. Антон Брукнер в кн.: История зарубежной музыки второй половины XIX века, вып. 4. — М., 1963.
  • Раппопорт, Л. Антон Брукнер. — М., 1963.
  • Михеева Л.В. Антон Брукнер. — Для слушателей симфонических оркестров. — М. : Музыка, 1967. — С. 117—121. — 280 с.
  • Белецкий, И. В. Антон Брукнер. 1824—1896. — Л., 1979.
  • Филимонова, М. Антон Брукнер, в кн.: Музыка Австрии и Германии XIX века, кн. 3. — М., 2003.
  • Göllerich A, Auer M. Anton Bruckner. Ein Lebens- und Schaffensbild. Bd. I—IV. — Regensburg, 1922—1937.
  • Kurth, E. Bruckner, Bd. I—II. — Berlin, 1925.
  • Haas, R. Anton Bruckner. — Potsdam, 1934.
  • Nowak, L. Anton Bruckner. Musik und Leben. — München-Wien, 1964.
  • Nowak, L. Über Anton Bruckner. Gesammelte Aufsätze. — Wien, 1985.
  • Simpson, R. The essence of Bruckner. — L., 1967.
  • Schönzeler, Н. H. Bruckner. — L., 1971.
  • Anton Bruckner: Dokumente und Studien, hrsg. von F. Grasberger u.a., Bd. 1-13. — Graz-Wien, 1980—2004.
  • Wagner, M. Bruckner: Leben, Werke, Dokumente. — Mainz-München, 1983.
  • Crawford, H. Anton Bruckner. A documentary biography, p. I—II. — N. Y., 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]