Эстәлеккә күсергә

Аҡмырҙа (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Аҡмырҙа — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Аҡмырҙа башҡорт һәм фарсы телендәге аҡ һәм мырҙа һүҙҙәре ҡушылып яһалған исем[1].

Аҡмырҙа (сәсән) — башҡорт халыҡ сәсәне. Йәшәгән осоро — 15-се быуат аҙағы- 16-сы быуаттың беренсе яртыһы. Үҫәргән ырыуы вәкиле.

Аҡмырҙа — полковник, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашҡан башҡорт юлбашсыларының береһе, Нуғай даруғаһы башҡорто.

Рөстәмбәков Аҡмырҙа Иса улы — ҡаҙаҡ архитекторы, Бәйтерек монументы проектының авторы.

Аҡмырҙин Хажғәли Аҡмырҙа улы (рус. Акмурзин Хажгали Акмурзаевич; 1902 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының кавалерист-миномётсыһы. Ҡыҙылармеец.


«Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне» — башҡорт халыҡ ҡобайыры.

Аҡмырҙа — Баязит Бикбайҙың «Шәүрә» башҡорт халыҡ йырының легендаһына нигеҙләнеп яҙылған поэмаһындағы төп образ.

  1. Таңһылыу Күсимова. 2018 йыл 16 май [https://web.archive.org/web/20180516203613/http://bashklip.ru/site/kitap/isembashklip_ru.pdf архивланған. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ