Бабич (фильм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бабич
Жанр фильм-биография[d], Драма һәм исторический фильм[d]
Ил Flag of Russia.svg Рәсәй
Әҫәр яҙылған тел рус теле һәм башҡорт теле
Әҫәр йәки уның атамаһы теле рус теле һәм башҡорт теле
Режиссёр Йосопов Булат Тимербай улы
Сценарист Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы
Оҙайлылыҡ 97 Минут

«Бабич» — Рәсәй кинофильмы, 2017 йыл. Фильмда башҡорт шиғриәте классигы, Республика өсөн һынылышлы осорҙа ижтимағи-сәйәси эшмәкәр, беренсе Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе Шәйехзада Бабичтың яҙмышы тураһында һөйләнелә. Кинотаҫма Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнала.

Фильм өҫтөндә эш 2016 йылда башлана. Фильмды төшөрөү менән «Тере таҫма» кинокомпанияһы шөғөлләнә. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы хуплауында ғәмәлгә ашырыла. Картинаның премьераһы 2017 йылдың 19 апрелендә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә «Родина» кинотеатрында күрһәтелә. 2017 йылдың 24 апрелендә Өфө ҡалаһы кинотеатрҙары экрандарына, ә 2017 йылдың 27 апрелендә Башҡортостан Республикаһының башҡа ҡалаларындағы кинотеатрҙар экрандарына сығарыла.

Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фильмда халыҡ шағиры, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре һәм Башҡортостан Хөкүмәте ағзаһы — Шәйехзада Мухаметзакир улы Бабичтың (1895—1919) тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләнелә. Фильмдың нигеҙенә 1914—1919 йылдарҙа Башҡортостан территорияһында, Ырымбур, Троицк һәм Силәбе ҡалаларында барған ысын тарихи ваҡиғалар һалынған.

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Актёр Роль
Илгиз Тагиров Шайхзада Бабич Шәйхезада Бабич
Рәмзил Сәлмәнов Әхмет-Зәки Вәлидов
Радмир Абдуллин Ғәбделхәй Иркәбаев
Салауат Юлдашбаев Тухват Чэнэкэй Төхвәт Ченәкәй
Ҡасим Ғирфанов Вадим Кылысов Вадим Ҡылысов
Морат Рафиҡов Хаернас Кабиров Хәйернас Кәбиров
Руслан Хайсаров Валиулла Муртазин-Иманский Вәлиулла Мортазин-Иманский
Артур Ишмөхәмәтов Ғәзиз Әлмөхәмәтов
Алина Ғәлиева Сарвар Адигамова Сәрүәр Әҙеһәмова
Риф Сәйфуллин Шәйехзаданың атаһы — Мөхәмәтзакир Бабич
Зөһөрә Шәрәфетдинова Шәйехзаданың әсәһе — Сажидабанат Бабич
Фаәнис Рәхмәтов Мажит Гафури Мәжит Ғафури
Шаһит Хамматов Сахи Рахмати Сәхи Рәхмәти
Салауат Нурисламов Закир Кадири Закир Ҡәҙери
Илмар Әлмөхәмәтов Зыя Камали Зыя Камали
Айһылыу Фәйезова Йәмилә Нафиҡова
Фәрхәд Ғәйнетдинов Зариф Башири Зариф Бәшири
Фәнил Ҡарасурин Сабирьян Мустафин Сабирйән Мостафин
Зөлфир Басиров Ғалимйән Ибраһимов
Вадим Хәйруллин Сайфи Кудаш Сәйфи Ҡудаш
Суфия Ҡорбанғәлиева Магзума Мәғзүмә
Альбина Кашапова Сарүәр Әҙеһәмованың әсәһе
Динар Тимершәйехов Ғабдулла Кариев
Роберт Йылҡыбаев Әмир Ҡарамышев
Фирғәт Ғарипов Муллаян Халиков Муллаян Халиҡов
Артур Ҡунаҡбаев Шариф Манатов Шәриф Манатов
Азат Ярмуллин Ильдархан Мутин Илдархан Мутин
Марат Зөлҡәрнәев Сагит Мрясов Сәғит Мерәҫов
Фанил Толонғужин Юнус Бикбов Юныс Бикбов
Илгиз Миңләхметов Мстислав Кулаев Мстислав Кулаев
Александр Леушкин Борис Нимвицкий Борис Нимвицкий
Илъяс Ҡарабулатов Мирсаид Султан-Галиев Мирсәйет Солтан-Ғәлиев
Антон Болдырев Самуил Цвиллинг Самуил Цвиллинг
Артур Ғайсаров ҡурайсы

Ижади төркөм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сценарий авторы: Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова
  • Режиссёр: Булат Йосопов
  • Оператор-ҡуйыусы: Дамир Ғәйетҡолов
  • Рәссам-ҡуйыусы: Рөстәм Баймөхәмәтов
  • Композитор: Ришат Сәғитов
  • Продюсер: Леонид Филинов
  • Тауыш режиссёры: Гөлнара Сәйетова

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]