Бангалор

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бангалор
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-kn" does not exist.
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1537
Рәсми атамаһы Bengaluru[1]
Этнохороним Bangalorean
Нигеҙләүсе Kempe Gowda I[d]
Рәсми тел каннада[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт Һиндостан[2]
Административ үҙәге Карнатака[d]
Административ-территориаль берәмек Городской округ Бангалор[d]
Хөкүмәт башлығы Vajubhai Vala[d]
Руководящий орган Bruhat Bengaluru Mahanagara Palike[d]
Халыҡ һаны 11 250 000 кеше (2019)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 920 ± 1 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+5:30[d]
Туғандаш ҡала Касабланка[d], Кливленд, Минск, Сан-Франциско, Харьков һәм Чэнду[4]
Сиктәш Дхармаварам[d]
Майҙан 741 км²
Почта индексы 560000–560107[5]
Рәсми сайт Lua хатаһы: expandTemplate: template "ref-kn" does not exist.
Коллаж
Экономика темы economy of Bengaluru[d]
Беренсе яҙма телгә алыу 890
Урындағы телефон коды 80
Номер тамғаһы коды KA[6]
Commons-logo.svg Бангалор Викимилектә

Бангалор, шулай уҡ Бенгалуру (канн. ಬೆಂಗಳೂರು, ['beŋgəɭuːru] , ингл: [ˈbæŋgəloːɾ] ) — Һиндостандың көньяғындағы эре ҡала һәм административ үҙәк, Декан яҫы таулығында, Карнатака штатының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан һәм уның баш ҡалаһы булып тора. Халыҡ һаны буйынса өсөнсө урын биләгән[7] ҙур биләмә һәм Һиндостандың бишенсе агломерацияһы.

Азияның динамикалы үҫешеүсе ҡалаларының берһе, илдәге ҙур фәнни һәм машиналар эшләү, электроника, аэрокосмос тармағына, телекоммуникация ҡорамалдары һәм оборона сәнәғәте продукцияһын сығарыусы индустриаль үҙәк. Бынан тыш, Бангалорҙы йыш ҡына мәғлүмәт технологиялары менән бәйле компанияларҙың күплегенән сығып, «һинд кремний үҙәне»[8] тип атайҙар[9]. Бында шулай уҡ Һиндостан университеты, Фәндәр институты һәм Аэронавтика милли лабораторияһы урынлашҡан. Донъяла Бангалорҙың иҡтисади роле үҫә барыуын иҫәпкә алып, 2007 йылда CNN был ҡаланы «өсөнсө донъя илдәрендә бизнес алып барыу өсөн иң ылыҡтырырлыҡ урындарҙың береһе» тип билдәләй[10].

Хәҙерге Бангалорға нигеҙ һалыусы тип урындағы вассал һәм ҙур булмаған Елаханка (хәҙер Бангалорҙың ҡала яны) биләмәһе башлығы Кемпе Гоуда I иҫәпләнә. Ул 1537 йылда был урында балсыҡтан ҡәлғә төҙөй һәм уны Виджаянагар империяһы тип иғлан итә. Уның вариҫы Кемпе Гоуда II ауыл периметры буйынса дүрт ҡарауыл башняһы урынлаштыра һәм шулай итеп уның сиген билдәләй. Британия хакимлығы ваҡытында ҡала тиҙ үҫә һәм Һиндостандың көньяғында колониаль идара үҙәгенә әүерелә. Ҡаланың үҫешенә бында 1806 йылда Британия хәрби ҡаласығы төҙөлөшө лә булышлыҡ итә, уға илдең төрлө мөйөштәренән күп һанлы иммигранттар килә. 1947 йылда Һиндостандың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәс, территорияһында ҡала урынлашҡан Майсур кенәзлеге штат итеп үҙгәртелә һәм Бангалор баш ҡала статусын ала. 1973 йылда Майсур штаты Карнатаку тип үҙгәртелә. Бөгөн ул бик күп юғары белем биреү учреждениелары һәм фәнни-тикшеренеү институттары булған йылдам үҫешеүсе ҡала; Бангалор Һиндостанда грамоталылыҡ кимәле буйынса икенсе урынды биләй.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Каннада телендә һөйләшкән урындағы халыҡ борондан был урынды Бенгалуру (Bengalūru) тип атай, ҡала Бангалор атамаһын британ хакимлығы ваҡытында ала — шулай итеп инглиз колонистары уны үҙҙәренең теленә яраҡлаштыра.

Ҡала атамаһын йыш ҡына «бешкән борсаҡ» (канн. Bendha KaaLu) һәм «ауыл» (канн. ooru) тураһында матур легенда менән бәйләйҙәр — икеһе бергә был һүҙбәйләнеш Бенгалуруға оҡшаш. Был легенда буйынса, Хойсал хакимы Вир Баллал II (1173—1220) урманда аҙашып, сығыу юлын эҙләгәндә осраҡлы ғына яңғыҙ хижинаға тап була. Йорт хужабикәһе, оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ, уға бары тик бешкән борсаҡ менән һыу ғына тәҡдим итә ала. Ҡарсыҡтың ҡунаҡсыллығы хөрмәтенә хаким был урынды «бешкән борсаҡ ауылы» (BendhakaaLooru) тип атарға ҡарар итә. Икенсе теория был һүҙҙе кино малабарский (Pterocarpus marsupium) ағасы атамаһына бәйләй, урындағы диалектта ул вен-кай («Ven-kai») кеүек яңғырай[11].

Ысынында, ҡала атамаһы Вира Баллала II идара иткән ваҡыттан кәм тигәндә бер нисә йөҙ йыллыҡҡа олораҡ. Беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән иң тәүге телгә алыу IX быуатҡа ҡарай — ҡаланан алыҫ түгел Бегур ауылы ҡорамында табылған «батыр ташына» (һинд мәҙәниәтендә батырҙарса һәләк булған яугирҙәр хөрмәтенә монумент) соҡоп яҙылған яҙыуҙа, 890 йылдағы алышта Бенгалуру исемле урын телгә алына. Каннада теленең боронғо версияһындағы яҙыуҙа «bengaval-uru» йәки «стражниктар ҡалаһы» 1004 йылға тиклем Гана короллеге составына инә, тиелә[12].

2005 йылдың 11 декабрендә Карнатака штаты Хөкүмәте Бангалор ҡалаһын тарихи яңғырашы буйынса Бенгалуру тип үҙгәртеү тураһында иғлан итә[13]. Рәсми исем үҙгәртеү 2006 йылдың 1 ноябрендә булыр тип көтөлһә лә, был процесс әлеге ваҡытта Һиндостандың Эске эштәр министрлығы раҫлағанға тиклем, туҡтатылған[14].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://www.britannica.com/place/Bangalore-India
  2. archINFORM — 1994.
  3. http://www.demographia.com/db-worldua.pdf
  4. https://www.gochengdu.cn/news/our-sister-cities/sister-cities-of-chengdu/bangalore-india--a435.html?xcSID=04j06l2e0bo8q3o2mh7ud63pm2
  5. https://pincodesearch.website/bangalore-560001
  6. https://www.acko.com/rto/bengaluru-rto-office-helpline-phone-number/
  7. India: largest cities and towns and statistics of their population. World Gazetteer. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 февраль 2012.
  8. В русском «переводе» чаще всего неправильно называют «силиконовой долиной» как и ту, что находится в Калифорнии
  9. Bangalore Crumbling. The Sunday Express. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 февраль 2012. 6 октябрь 2007 тикшерелгән.
  10. Best places to do business in the wired world. CNN. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 февраль 2012. 6 сентябрь 2007 тикшерелгән.
  11. Bangalore Guide. BangaloreGuide.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 июнь 2003. 20 май 2008 тикшерелгән.
  12. K. Chandramouli. «The City of Boiled Beans». The Hindu. 2006. The Hindu Group. 25 июля 2002
  13. It will be `Bengaluru', resolves BMP  (инг.). The Hindu (2006-09-28). 16 май 2007 тикшерелгән.
  14. Centre mum on ‘Bengaluru’. The Hindu (2007-12-18). 10 апрель 2008 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]