Бардеёв

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Флаг ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО, объект № 973



урыҫ.ингл.фр.

Бардеёв (словак. Bardejov, укр. Бардіїв, нем. Bartfeld, мадьярса  Bártfa) — Словакияның көнсығышында урынлашҡан ҙур булмаған ҡала . Халҡы — 32 мең тирәһе кеше.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙан

Ҡала 1247 йылда тәүге тапҡыр венгр короле Бела IV грамотаһында телгә алына . Моғайын, ҡалаға нигеҙҙе немец колонистары һалғандыр. 1376 йылда король Людовик I Бөйөк ҡалаға короллектең ирекле ҡалаһы статусын бирә. Шунан алып ҡала күкрәп үҫә башлай, әммә XVI быуатта төрлө эпидемияларға, янғындарға дусар була, шулай итеп, Бардеёв ҡалаһы бик оҙаҡҡа бөлгөнлөк хәлендә ҡала.

Икенсе донъя һуғышынан һуң Чехословакия властары ҡаланы ҡабаттан үҫтерә башлай. Индустриалләштереү үткәрелә, тарихи ҡомартҡыларҙв тергеҙеүгә күп иғтибар бүленә. 1986 йылда ҡала тарихи ҡомартҡыларҙы тергеҙгән өсөн Европа премияһына лайыҡ була һәм ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелә.

Бардеёвтың төп үҙенсәлеге — халҡының дүрттән бер өлөшөнөң православ динендә һәм униаттар булыуы.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡала ҡәлғәһе
  • Ҡала ратушаһы
  • Ратуша майҙанының готик-ренессанс ансамбле
  • Изге Эгидий Базиликаһы
  • «Бардеёв купеле» минераль сығанаҡтары

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

bardejov.sk — города Бардеёва рәсми сайты  (словак.)