Башҡортостандың сик нөктәләре
Башҡортостандың сик нөктәләре | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Был исемлектә | крайняя точка[d] |
Башҡортостан Республикаһының сик нөктәләре — Башҡортостан Республикаһында Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан билдәләнеп, иҫтәлекле стелалар ҡуйылған урындар.
Сик нөктәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]№ | Яҡтар | Географик объект | Муниципаль район | Координаталары | Билдәләнгән ваҡыты |
---|---|---|---|---|---|
1 | Төньяҡ нөктә | Байсар ауылы | Яңауыл районы | 56°28′41″ с. ш. 54°37′11″ в. д.HGЯO | 12 октябрь, 2017 йыл[1] |
2 | Көнсығыш нөктә | Устинов станцияһы | Учалы районы | 54°52′ с. ш. 60°00′ в. д.HGЯO | 29 июнь, 2018[2] |
3 | Көньяҡ нөктә | Ҡужанаҡ ауылы | Ейәнсура районы | 51°34′ с. ш. 57°12′ в. д.HGЯO | 13 май, 2018[3] |
4 | Көнбайыш нөктә | Ивановка ауылы | Баҡалы районы | 55°07′ с. ш. 53°08′ в. д.HGЯO | 27 октябрь, 2017[4] |
- Республиканың дөйөм майҙаны 143 000 км² .
- оҙонлоғо төньяҡтан — көньяҡҡа — 550 км, көнсығыштан — көнбайышҡа — 430 км.
Иң бейек нөктәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе булып Белорет районы территорияһында урынлашҡан Ямантау һанала. Уның бейеклеге 1640 метр. Координаталары — 54°15′18″ с. ш. 58°06′07″ в. д.HGЯO
Армыттар араһында бейеклеге буйынса: Егәлгә — 1427 метр (Оло Шелом (рус.)баш. тауы), Машаҡ — 1382 метр (Широкая тауы), Нары — 1327 метр, Баштау — 1271 метр, Арҙаҡты, Бәләтәр һәм башҡалар тора.
«Башҡорт донъяһы буйлап»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойошторған туристик маршрут[5]. Ул барлыҡ дүрт сик нөктәһе аша, һәм Ғафури районының Ерекле ауылы эргәһендә урынлашҡан Республиканың географик үҙәге аша үтә.
«Башҡорт донъяһы буйлап» проектының төп маҡсаты булып «Башҡортостандың сик нөктәләре» туристик брендын; муниципаль райондарҙа туристик инфраструктура объекттарын үҫтереү; республикала туризмдың әһәмиәтен арттырыу; тыуған яҡтың географияһы тураһындағы белемде киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү[6]; Башҡортостанда авто-мото-велотуризмды үҫтереү[7], башҡа төбәктәрҙән туристарҙы ылыҡтырыу тора.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Башҡортостандың көньяҡ сик нөктәһе
-
Көньяҡ сиктә
-
Көнсығыш сиктә ҡуйылған билдә
-
Көнсығыш сиктәге стела
-
Көнбайыш сиктә ҡуйылған стела
Карта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В Башкирии установили пограничную стелу в самой северной географической точке региона
- ↑ В Башкирии установили стелу в самой восточной географической точке республики
- ↑ В самой южной точке Башкирии установили пограничную стелу
- ↑ В самой западной географической точке Башкирии установили пограничную стелу
- ↑ В республике стартует ежегодный туристический проект-путешествие «Башкирская кругосветка» 2019 йыл 10 март архивланған.
- ↑ Положение о проекте «Башкирская кругосветка» 2018 йыл 12 июль архивланған.
- ↑ В Башкирии зафиксируют самую восточную географическую точку региона