Эстәлеккә күсергә

Баҡал тимер мәғдәнлектәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҡал тимер мәғдәнлектәре
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе һәм Һатҡы районы
Карта

Баҡал тимер мәғдәнлектәре (рус. Бакальские железные рудники) — Рәсәй, Силәбе өлкәһендәге рудниктар[1]

Баҡал тимер мәғдәнлектәре Силәбе өлкәһендәге Ҡытаутамаҡ округы Һатҡы районында, Баҡал ҡалаһы янында урынлашҡан. Силәбегә тиклем — 210 км, Екатеринбургҡа — 340 км, Һатҡыға — 23 км.

Координаттары: 54°55′33″N 58°47′60″E[2]

Баҡал ятҡылыҡтары 1756 йылда Петр Рябов тарафынан асылған. Мәғдән белгесе Шыйҙа тауы битләүендә Болан йылғаһының уң яры янында, бик бай һоро тимер ятҡылыҡтары таба. Тиҙҙән Ырымбур таусылыҡ етәкселәре ҡарары ошо ерҙәр менән менән Еркүскән тауында тағы ике минерал сыҡҡан урын Ҡытау-Ивановск тимер сығарыу заводы ихтыяждары өсөн рудниктарға бүленгән. Бер йылдан дөйөм алғанда йылына 20 мең тонна самаһы тимер мәғдәне етештерелә башлай.

19-сы быуатта яңы асыштар арта ғына бара. Баҡал ятҡылығының сиктәре күпкә киңерәк булғанлығы асыҡлана — 1950 йылдарҙа Баҡал геология-разведкалау партияһы хеҙмәткәрҙәре үткәргән разведка эштәре барышында ҡала аҫтында ла тимер мәғдәне ятыуы беленә. Шулай итеп, Яңы Баҡал руднигын асыу тантанаһы ла булған.

1973 йыл «Сидерит» шахтаһын эшләтә башлау менән тарихта ҡала. Уның төпкөлдәренән «тимер шпат» — сидерит сығарыла. 17 йыл эшләү осоронда шахталар ҡеүәте йылына 2000 тоннаға тиклем артҡан.

Бөгөнгө көндә Баҡал руда идаралығы 1,8 тоннаға тиклем әҙер продукция етештерә. 2008 йылда предприятие Сосновка руда идаралығы менән берләшеп, киңәйә. Һуңғыһының Силәбе янындағы ятҡылыҡтарындағы минералдарҙың запасы яҡынса 70 миллион тонна тәшкил итә.

Баҡал ятҡылыҡтарының әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҡал мәғдәндәре бөтә донъяға билдәле һәм иң яҡшыларҙың береһе һанала, сөнки унда көкөрт һәм фосфор бик әҙ, ә иреткәндә юғары температура талап итмәй. Әммә бөгөнгә тиклем уның килеп сығышы тураһында берҙәм ғилми фекер юҡ. Төрлө йылдарҙа Болан йылғаһы буйҙары геология өлкәһендә танылыу яулаған П. Барбот-де-Марни, В. Гофман, Р. Мурчисон, И. Мушкетов, Ф. Чернышев кеүек ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп иткән. Билдәле академик-сәйәхәтселәр П. Паллас һәм И. Лепехин бынд булырға ярата. Рудниктарҙың инженер Эрн төҙөгән геологик һүрәтләүҙәре 1891 йылда Чикаго ҡалаһында үткән халыҡ-ара күргәҙмәлә тәҡдим ителгән. Ә алты йылдан Петербургта булған геологик конгрестан һуң бөтә донъянан ғалимдар Баҡал рудниктарына экскурсияға юллана.

Баҡал ятҡылығын эшкәртеү һөҙөмтәһендә 5 тораҡ пункт — Брусничный, Ельничный, Межгорье, Рудничный һәм административ үҙәк — Баҡал ҡалаһы барлыҡҡа килгән[2].