Бикмәтова Рәшиҙә Шаһиморат ҡыҙы
Рәшиҙә Бик | |
Рәшиҙә Шаһиморат ҡыҙы Бикмәтова | |
Исеме: |
Мәхмүтова Рәшиҙә Шаһиморат ҡыҙы |
---|---|
Тыуған көнө: |
21 октябрь 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
балалар яҙыусыһы |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Премиялары: |
«Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы» милли әҙәби премия лауреаты (2013) |
Бикмәтова Рәшиҙә Шаһиморат ҡыҙы, Рәшиҙә Бик (21 октябрь 1952 йыл) — Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад итеүсе балалар яҙыусыһы, шағир. 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, «Рәсәйҙең алтын ҡәләме» Милли әҙәби (2013) һәм төрлө кимәлдәге башҡа, шул иҫәптән халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты.
Биографияһы
Рәшиҙә Шаһиморат ҡыҙы Бикмәтова (ҡыҙ фамилияһы Мәхмүтова, әҙәби псевдонимы Рәшиҙә Бик) 1952 йылдың 21 октябрендә Үзбәк ССР-ының (хәҙер Үзбәкстан Республикаһы) баш ҡалаһы Ташкентта тыуған. 1966 йылда уның ата-әсәһе тыуған төйәктәре булған Башҡортостанға ҡайта. Рәшиҙәнең балалыҡ һәм йәшлек йылдары Салауат ҡалаһында үтә, 1970 йылда ул бындағы 7-се мәктәпте тамамлай. 1974 йылда кейәүгә сыға һәм Өфөгә күсенә, витамин заводында, аҙаҡтан Киров исемендәге радио аппаратуралары заводында эшләй.
Ижади эшмәкәрлеге
Киров исемендәге заводта эшләгәндә Рәшиҙә Бикмәтова «Истоки» исемле әҙәби ижад берекмәһендә шөғөлләнә. Уның етәксеһе, билдәле яҙыусы Рим Әхмедов кәңәше менән балалар өсөн шиғырҙар яҙырға әүҙем тотона. Бөгөн ул рус телендә баҫылған тиҫтәләгән китаптар авторы. Әҙиптең әҫәрҙәре «Бельские просторы» журналында, «Башҡортостан», «Вечерняя Уфа» гәзиттәрендә һәм башҡа баҫмаларҙа даими донъя күрә.
Әҙиптең 2015 йылда донъя күргән «До Берлина!» исемле шиғырҙар һәм поэманан торған тарихи йыйынтығы рус телендә яҙыусы авторҙарҙың «Йылдың иң яҡшы китабы» («Лучшая книга года») Халыҡ-ара әҙәби герман конкурсының «Ҡояшлы һарай» («Солнечный храм») халыҡ-ара акцияһы буйынса «Ҡояшлы ижад өсөн» («За солнечное творчество») Махсус дипломына лайыҡ булды[1].
2015 йылда Константин Симоновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм Бөйөк Еңеүҙең 70-йыллығына арнап Рус фән һәм мәҙәниәт үҙәге (Минск), Беларусь һәм Рәсәй киң мәғлүмәт саралары булышлығында Рус йәмғиәте («Русское общество») республика йәмәғәт берләшмәһенең Могилёв ҡала бүлексәһе, «Баларусь Яҙыусылар союзы» йәмәғәт берләшмәһенең Могилёв өлкә бүлексәһе һәм Рәсәй Яҙыусылар союзының Смоленск өлкә ойошмаһы үткәргән Халыҡ-ара әҙәби конкурста 2-се урын яулай[2].
2015 йылда Рәшиҙә Бик шулай уҡ «Өфө ҡалаһын үҫтереүҙең йәмәғәт фонды»ның «Баш ҡала байлығы» («Достояние столицы») VIII Йәмәғәт премияһының «Өфө — фәндәге, мәҙәниәттәге һәм спорттағы юғары ҡаҙаныштар ҡалаһы» номинацияһында лауреат булды[3].
Рәшиҙә Бик Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы уҙғарған «2014—2016 йылдарҙа иң яҡшы китап» әҙәби бәйгеһе дипломы менән бүләкләнде. Был наградаға яҙыусы 2016 йылдың яҙында Мәскәүҙең ҡала яҙыусылар ойошмаһы эгидаһы аҫтында рус телендә сыҡҡан «Любимый край, моя Отчизна!» китабы өсөн лайыҡ булды. Ул — әҙип әҫәрҙәренең тулы баҫмаһы[4][5].
2017 йылда Өфө ҡалаһының Үҙәкләштерелгән балалар китапханалары системаһы яҙыусының «Берлинға хәтлем!» (балалар өсөн шиғырҙар һәм поэма. – Өфө, Китап, 2015. – 40 бит) һәм «Яратҡан төйәгем, минең Ватаным!» (Тыуған ил тураһында шиғырҙар, поэмалар. – М., 2015.- 120 бит) китаптарын Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим итте[6][7].
Китаптары
- Не пугай меня, коза!: Стихи. — Уфа: Китап, 2006. (рус.)
- Мамина улыбка: Стихи, сказки. — Уфа: Китап, 2009. — 120 с. (рус.)
- Александр Невский: Поэмы. — Уфа: Китап, 2012. (рус.)
- До Берлина!: Стихи и поэма. — Уфа: Китап, 2015. (рус.)
- Любимый край, моя Отчизна! — Москва, 2016. (рус.)[5]
- Именины
- Веселый огород
- Лесная ярмарка
- Танины игрушки
- Приключения тряпичной куклы
- Детские хлопоты
- Загадки
Матбуғат баҫмаларында донъя күргән әҫәрҙәре
Рәсәй Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Проза. РУ сайты
Әҙип тураһында
- Леонидов А. Лунное кружево Рашиды Бик. «Республика Башкортостан» гәзите, 2017, 3 март[11].
- Әсәҙуллина Ә. Тарих һөйләй әҫәрҙәре. «Башҡортостан» гәзите, 2017, 1 март[12].
- Хакимова Д. Творческий вечер в старинном особняке // Истоки. 2015. № 41. (рус.)
- Хакимова Д. Благоденствие в действии // Истоки. 2015. № 31. (рус.)
- Карелин В. Серебро уфимской поэтессы // Истоки. 2013, 30 октября[13].
- Паль Р. Детская площадка // Бельские просторы. 1999, № 4. (рус.)
- Латыпов Ф. В гостях у Пегаса // Вечерняя Уфа. 1988. № 66. (рус.)
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы уҙғарған «2014 — 2016 йылдарҙа иң яҡшы китап» әҙәби бәйгеһе дипломы[5].
- Халыҡ-ара яҙыусылар гильдияһы (Германия) президенты призына үткәрелгән «Ее величество книга!» конкурсы дипломы (2016)[14]
- «Йылдың иң яҡшы китабы» Халыҡ-ара әҙәби герман конкурсының «Ҡояшлы ижад өсөн» Махсус дипломы (2016)[1]
- «Өфө ҡалаһын үҫтереүҙең йәмәғәт фонды»ның «Баш ҡала байлығы» VIII Йәмәғәт премияһы лауреаты (2015)[3]
- Константин Симоновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Халыҡ-ара әҙәби конкурста 2-се урын (2015)[2]
- «Рәсәйҙең алтын ҡәләме» Милли әҙәби премия лауреаты (2013)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 Сайт «GRANY PREODOLENIA» — «ГРАНИ ПРЕОДОЛЕНИЯ», ГЕРМАНСКИЙ МЕЖДУНАРОДНЫЙ ЛИТЕРАТУРНЫЙ КОНКУРС РУССКОЯЗЫЧНЫХ АВТОРОВ «ЛУЧШАЯ КНИГА ГОДА» Итоги В рамках международной акции «Солнечный храм» Специальным дипломом «За солнечное творчество» награждаются: Рашида Бикметова «До Берлина!» (Россия) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2016)
- ↑ 2,0 2,1 Смоленская областная организация Союза писателей России. Официальный сайт. Итоги Международного литературного конкурса к 100-летию со дня рождения Константина Симонова: Номинация «Поэзия». Возрастная категория старше 35 лет. 2-е место Бикметова Рашида Шамуратовна (псевдоним Рашида Бик), город Уфа, Российская Федерация (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2016)
- ↑ 3,0 3,1 Общественный фонд развития города Уфы. Официальный сайт. Лауреат VIII Общественной премии «Достояние столицы» в номинации «Уфа — город больших достижений в науке, культуре и спорте»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2016)
- ↑ Башҡортостан шағирәһе Мәскәү яҙыусылар ойошмаһының дипломына лайыҡ булды. , 2017, 13 февраль (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2017)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Поэтесса из Башкирии получила диплом Московской писательской организации. , 2017, 13 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2017)
- ↑ Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр билдәләнде. , 2017, 17 февраль (Тикшерелеү көнө: 2 март 2017)
- ↑ (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) Премияға кем лайыҡ булыр? , 2017, 21 февраль(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2017)
- ↑ Проза. РУ сайты, 12.12.2010 (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2016)
- ↑ Проза. РУ сайты, 16.07.2010 (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2016)
- ↑ Проза. РУ сайты, 11.07.2010 (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2016)
- ↑ Лунное кружево Рашиды Бик. «Республика Башкортостан» гәзите, 2017, 3 март 2017 йыл 21 июль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 март 2017)
- ↑ (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) Тарих һөйләй әҫәрҙәре. , 2017, 1 март 2017 йыл 1 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2017)
- ↑ Истоки. 2013, 30 октября (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2016)
- ↑ Детская писательница из Башкирии удостоилась диплома международного конкурса «Ее величество книга!» , 2016, 3 октябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2016)
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
- Рәсәй Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы «Проза. РУ» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2016)
- Рашида Бик — детская поэтесса (к 60-летию со дня рождения) (рус.)
- СЕРЕБРО УФИМСКОЙ ПОЭТЕССЫ