Билал (исем)
Билал — башҡорт сығанаҡлы башҡа төрки телле халыҡтарҙа ла ҡулланылған ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билал — «билала» тигән аҫыл ҡош атамаһынан алынған ир-ат исеме.
...Һауаларҙа оса эй аҫыл ҡош, ыласын да тиһәм, билала ( башҡорт халыҡ йыры)[1]. |
Билал — ғәрәпсә «иҫән-һау» тигән мәғәнәне аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билал Хәмит улы Юлдашбаев (2 март 1928 йыл — 13 апрель 2001 йыл) — тарихсы-этнополитолог, юғары мәктәп уҡытыусһы. Тарих фәндәре докторы (1974), профессор (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977-86).
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билалова Сулпан Билал ҡыҙы (16 март 1965 йыл) — рәссам, дизайнер һәм педагог. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).
Билалов Рамаҙан Шаһивәли улы рус. Билалов Рамазан Шагивалеевич) (1909 йыл — 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.
Билалов Мәжит Мәсғүт улы (1885 йыл — 11 декабрь 1933) — башҡорт теле белгесе.
Билалов Вәлиулла Мөхәрләм улы (1883—1941) — мәғрифәтсе.
Билалов Муса Ғайса улы (1923—2008) — публицист. Иҡтисад фәндәре кандидаты.
Топонимдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билал (рус. Билялово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билала (лат. Circus pygargus) — Ҡарсығалар ғаиләһенең көйгәнәктәр ярым ғаиләһе. Был ярым ғаиләнең ҡоштары бар ҡитғаларҙа осрай. Дала, болон, һаҙлыҡтарҙа һәм ауыл хужалығы ерҙәрендә йәшәй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |