Бирюков Борис Николаевич (ғалим)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бирюков Борис Николаевич (ғалим)
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Ukraine.svg Украина
Тыуған көнө 19 декабрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Арамиль, Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 август 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Одесса, Украина
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө Машиналар эшләү
Эш биреүсе Урал дәүләт техник университеты[d]
Уральский дизель-моторный завод[d]
Урал дәүләт тау университеты
Одесский национальный политехнический университет[d]
Уҡыу йорто Урал дәүләт техник университеты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
ВДНХ-ның көмөш миҙалы

Бирюков Борис Николаевич (укр. Борис Миколайович Бiрюков; 19 декабрь 1927 йыл — 18 август 2013 йыл) — СССР һәм Украина ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәре докторы (1974), профессор (1980), Украина инженер фәндәре академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1992). Украина ССР-ы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1988).

Машиналар эшләү технологияһы өлкәһендәге белгес. Йөҙгә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 11 монография авторы, 100-ҙән ашыу уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы һәм патент эйәһе.[1][2]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Борис Николаевич Бирюков Свердловск өлкәһенең Арамиль ҡалаһында 1927 йылдың 19 декабрендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1928 йылда ғаилә Свердловск ҡалаһына (хәҙерге Екатеринбург) даими йәшәргә күсенә.

1943 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, 1943—1947 йылдарҙа Свердловск электроэнергетика техникумында уҡый. 1943 йылдан алып 1945 йыл буйына техникумда уҡыуы менән бергә двигателдәр ремонтлау буйынса оҫтаханала электрослесарь булып эшләй. Техникумды тамамлағандан һуң, Урал турбомоторҙар заводында (хәҙерге Урал дизель-моторҙар заводы) техник-конструктор булып эшләй. 1948—1950 йылдарҙа инженер һәм өлкән инженер була, ә 1953 йылда ошо уҡ заводтың энергетигы.

1953—1956 йылдарҙа Урал политехник институтында (УПИ, хәҙерге Урал дәүләт техник университеты) белем алыуын дауам итә һәм шул уҡ ваҡытта эшсе йәштәр урта мәктәбендә физика һәм математика уҡыта. 1956 йылда институтты тамамлап, «электр станцияһы, системалары һәм селтәрҙәре» һөнәрен алып сыға. 1956—1957 йылдарҙа ҡаланың «НИИПРОМЕДЬ» ғилми-тикшеренеү һәм проект институтында инженер-конструктор булып эшләй. 1957—1959 йылдарҙа— өлкән инженер-технолог 34 п/я заводында заводтың өлкән инженер-технологы, 1959—1961 йылдарҙа — 340 п/я заводында заводтың төп конструкторы, 1961—1969 йылдарҙа 333 п/я заводының конструкторлыҡ начальнигы урынбаҫары.

1962—1966 йылдарҙа В. В. Вахрушев исемендәге Урал тау институтының (УТИ, хәҙер Урал дәүләт тау университеты) «Тау механикаһы» кафедраһы аспирантураһында ситтән тороп уҡый, бер үк ваҡытта ошо кафедраның уҡытыусыһы ла була. 1967 йылда «Конструкция и исследования роторно-поршневой гидравлической машины с гипотрохоидним профилем рабочей полости» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3] һәм ошо уҡ йылда ғалим һәм «техник фәндәр кандидаты» дәрәжәһен ала. 1969—1974 йылдарҙа кафедрала доцент, өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй һәм «Машиналарҙы өйрәнеү һәм машина деталдәре» кафедраһының доценты була. 1974 йылда «Исследование основы расчета и конструирования роторных гидравлических машин с планетарным движением и циклоидальных профилированием рабочих органов, создание новых гидравлических машин» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Бирюковҡа ошо уҡ йылда «техник фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһе бирелә.

1974—1975 йылдарҙа «Машиналарҙы өйрәнеү һәм машина деталдәре» кафедраһының доценты, 1975—1978 йылдарҙа С. М. Киров исемендәге Урал политехник институтының «Машиналар төҙөү технологияһы» кафедраһы мөдире була , 1978—1985 йылдарҙа Украина САСР-ының Одесса политехник институтында (ОПИ, хәҙер Одесса милли политехник университеты) «Металл киҫеүсе станоктар» кафедраһында мөдир була. Ғилми командировкала булған осорға менән 1980—1981 йылдарҙа Германия Демократик Республикаһының Дрезден юғары мәктәбендә командировкала була. 1985—1987 йылдарҙа — СССР-ҙың Одесса политехник институтында электрон сәнәғәте предприятиеларының инженерҙары квалификацияһын күтәреү факультеты профессоры , 1987—1997 йылдарҙа — ошо уҡ уҡыу йортонда «конструкция материалдары технологияһы һәм материалдар белеме» кафедраһы мөдире. 1986—1989 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй һәм бер үк ваҡытта төп эше менән бер рәттән Одессаның «Стройгидравлика» заводында гидравлик тартыуҙың тармаҡ-ара ғилми-тикшеренеү лабораторияһында төп ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. Кубаның Сьенфуэгос ҡалаһының Механика институтында 1988—1989 йылдарҙа лекциялар уҡый. 1992 йылда Инженер фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. 1997 йылдан алып Одесса Милли политехник институтында "Конструкция материалдары технологияһы һәм металл белеме"кафедраһында профессор була. Уның етәкселеге аҫтында байтаҡ техник фәндәр кандидаттары һәм докторҙары тәрбиәләнгән.

1987—1990 йылдарҙа СССР ВДНХ-ның ике көмөш миҙалы һәм УССР ВДНХ-ның бронза миҙалы менән менән бүләкләнә. 1988 йылда «Украина ССР-ы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

Одессала 2013 йылдың 18 авгусында вафат була.[2]

Ҡатыны — Эмма Ивановна, Одесса проект-төҙөлөш институтында патент хеҙмәте етәксеһе булып эшләгән; ҡыҙы Илона Одесса политехник институтының химия-технология факультетын тамамлаған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Украина ССР-ы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1988).
  • СССР ВДНХ-ның ике көмөш миҙалы
  • УССР ВДНХ-ның бронза миҙалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]