Болгар теле
Болгар теле (български език) — Һинд теле ғаиләһе славян төркөмөнөң көньяҡ славян теле. Болгария Республикаһының рәсми теле. Яҙма нигеҙендә кириллица ята. Болгар телендә бик күп һәм фәнни әҙәбиәт яҙылған. 2014 йылда дөнъяла болгар телендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 9 миллионға яҡын.
Славян телдәренең күпселегенән айырмалы булараҡ, Болгар теле өсөн асыҡ аналитиклыҡ хас: падеждар юҡҡа сыҡҡан тиерлек (уларҙың функцияларын предлогтар һәм һүҙ тәртибе алған);определенный, неопределенный һәм «нулевой» артикль ҡулланыла. Славян телдәре араһында артиклдәр болгар телендә һәм уға яҡын македон телендә генә бар.
Лексика яғынан болгар теле сиркәү славян теленә оҡшаш һәм унда көнсығыш славян телдәрендә иҫкергән тип һаналған бик күп һүҙҙәр һаҡланып ҡалған. Тарихи сәбәптәр арҡаһында болгар телендә шулай уҡ төрки һүҙҙәр күп (бөгөнгө болгарҙар- төрки болгарҙар менән славяндар вариҫтары, Болгария Ғосман империяһы составында бер нисә быуат була). Рус һәм болгар телдәренең лексикаһы оҡшашлығы сиркәү теле аша килә, шул уҡ ваҡытта болгар теленә серб, хорват һәм македон телдәре стилистик яҡтан яҡыныраҡ.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Основная статья: История болгарского языка
Болгар теле көньяҡ славян телдәре төркөмөнә ҡарай. Тарихи күҙлектән ул дүрт төп осор үткән:
-Яҙмаға тиклем (IX быуатҡа тиклем),
-Боронғо болгар (IX—XII быуаттар),
-Урта болгар (XII—XVI быуаттар)
-Яңы болгар (XVI быуат —хәҙерге заман).
Боронғо болгар осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Болгар теле славян телдәренән беренсе булып яҙмалы була.
Боронғо болгар (иҫке славян һәм сиркәү) теле формалашыуы 862 йылда Константин (Кирилл) һәм Мефодийҙың Славян азбукаһын төҙөүгә бәйле. 885 йылда болгар кенәзе Борис I үҙ ҡанаты аҫтына Кирилл һәм Мефодийҙың Моравиялағы эҙәрлекләүселәрҙән ҡасҡан уҡыусыларын ала. 886 йылда Кирилл һәм Мефодий уҡыусыһы- Климент Охридский Кутмичевица өлкәһенә (хәҙерге Македония һәм Көнсығыш Албания) ебәрелә. Климент Орхидта китап мәктәбен булдыра һәм асылда грек һәм латин алфавиттарын болгар теленә яраҡлаштырып, яңы алфавит төҙөй. Климент яңы алфавитты уҡытыусыһы исеме менән кириллица тип атай. Был осорҙа иң боронғо славян яҙмаһы глаголицаны ла, кириллицаны ла ҡулланып, иҫке славян яҙыуы ҡомартҡылары тыуҙырыла.
Үҙ тарихында болгар теле фонетика өлкәһендә, морфология һәм синтаксис өлкәһендә лә шаҡтай үҙгәрештәр кисерә. Күрәһең, болгар теленең фонетик үҙгәрештәренең шаҡтай өлөшө, уның алдағы фонетик эволюцияһы тарафынан әҙерләнгән. Мәҫәлән, «Ѣ» махсус өнө юҡҡа сығыу, танау аша әйтелеүсе өндәр юкҡа сығыу һәм һөҙөмтәлә— «юстарҙы алыштыру» (йәки танау аша әйтелеүсе «О»-ны (Ѫ) (ҙур юс) танау аша әйтелеүсе «Э» (Ѧ) (кесе юс) менән алмаштырыу, һәм киреһенсә); «Ъ» һәм «о» артыҡ ҡыҫҡа тауыштарының асыҡлануы һәм оҙон әйтелә башлауы йәки төшөп ҡалыуы («падение редуцированных»). Был эволюцияға күрше халыҡтар телендә әлеге һуҙынҡыларҙың булмауы ярҙам иткәндер, улар менән болгарҙар сауҙа һәм башҡа мөнәсәбәттәрҙә торған (айырым йәшәгән Семиград һәм Македония болгарҙары телендә оҙаҡ һаҡланған). XIV быуатта Македонияла йомшаҡ «Ќ» и «Ѓ» барлыҡҡа килеү серб йоғонтоһоноң көсәйеүенә бәйле. Серб дәүләте киңәйеүе һәм серб феодалдарының роле көсәйеүе сәбәпле серб теле күпмелер ваҡыт болгар һәм сербтарҙың уртаҡ әҙәби теле булып тора (Болгарияла македондарҙы айырым халыҡ тип түгел, ә болгарҙарҙың бер этник төркөмө тип һанайҙар— македон теленә мөнәсәбәт тә шуға бәйле).
Урта болгар теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Болгар теленең грамматик төҙөлөшөндә төптән булған үҙгәрештәр, ҡайһы бер падеж (килеш) һәм глагол (ҡылым) формаларының юҡҡа сығыуы, членный формаларҙың (форм с постпозитивным артиклем -ът(а)-, -та, -то, -те) һәм XV-XVI быуаттарҙа болгар теленең аналитик төҙөлөшкә дөйөм боролошо ҡайһы бер өндөрҙең (мәҫәлән, окончания именительного падежа единственного числа женского рода -а с окончаниями винительного падежа) тап килеүе менән аңлатыла. Икенсе сәбәбе— күрше телдәрҙең, мәҫәлән, албан, грек һәм бигрәк тә румын теленең йоғонтоһо, уларҙа ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Был күренештәрҙең йоғонтоһо көслө булһа ла, был осорҙа болгарҙарҙың барыһынан да бигерәк румындар менән бәйләнеше нығыраҡ булһа ла, төрөк теленең дә йоғонтоһо һиҙелерлек була, был башлыса, лексикаға ҡағыла (мәҫәлән, болгар телендә булған «лия -», « - лък- » һәм « - джия- » суффикстары). Бынан тыш, болгар теленең боронғо синтетик төҙөлөшө тарҡалыу һәм яңы аналитик төҙөлөш барлыҡҡа килеүгә болгар феодалдары һәм руханиҙар теленең ябай халыҡ теле менән алмашыныу булышлыҡ иткәндер. Болгарияны яулағанда төрөктәр тарафынан боярҙар һәм руханиҙарҙың бер өлөшө юҡ ителә, бер өлөшө илдән ҡыуыла, бер өлөшө төрөккә әйләндерелә. Төрөк хакимлығы осоронда Болгария халҡының бөтә төркөмдәре лә бер иш хоҡуҡһыҙ була («райя»- көтөү, мал). Әҙәби болгар теле эҙәрлекләнгән осорҙа был алғы планға ябай халыҡ массаларының телен сығарғандыр тип фаразлана.
Яңы болгар теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күрше славян булмаған Балкан халыҡтары менән аралашыу һәм уларҙың болгарҙарға эҙмә-эҙлекле мәҙәни йоғонтоһо болгар теле лексикаһында сағылыш таба.
Боронғо болгар теленә производство, иҡтисад, дин өлкәләренән Балкан халыҡтары, яңы грек, төрөк һәм көнбайыш Европа телдәренән һүҙҙәр иҡтисади һәм сәйәси процестар һәм күрше халыҡтар менән бәйләнештәр арҡаһында үҙләштерелә .
Төрки телле болгар ҡәбиләләре, ерле славян ҡәбиләләре менән бергә болгар халҡының этногенезы башында уҡ ҡатнашҡан, (төрки болгарҙар менән көньяҡ славян ҡәбиләләре ҡушылып, хәҙерге болгар халҡы килеп сыҡҡан). Болгарҙар протоболгар теленең төрки ҡатламына ҙур булмаған өлөш индергәндәр. XIV быуаттан башлап, болгар теле, Болгарияны төрөктәр яулап алыу һөҙөмтәһендә, Ғосман империяһы төрөктәре теле тарафынан көслө йоғонтоға дусар була: XIX быуат уртаһында 30 мең болгар һүҙенең 5 меңгә яҡыны төрөк (шул иҫәптән фарсы һәм ғәрәп) һүҙҙәре булған; элегерәк үҙләштергән һүҙҙәр өлөшө тағы ла күберәк булғандыр; XVIII быуатта, мәҫәлән, Болгарияның ҡайһы бер өлөштәрендә (төньяҡ-көнсығыш Болгарияла һәм Варна тирә-яғында) болгар теле төрөк теле баҫымы аҫтында тулыһынса тиерлек ҡулланыуҙан сыға. Халык төрөк телен ҡабул итә, ҡайһы ваҡыт православ христиандар булып ҡала (мәҫәлән, Варнала). Болгар теленә үтеп ингән төрөк һүҙҙәре араһында төрөктәрҙә иң киң таралған етештереү ҡоралдары (көтөү, айғыр, кәртә), иҡтисади һәм ижтимағи мөнәсәбәттәр (сауҙа, бай) атамаларын әйтеп үтергә була. Грек теле шулай уҡ болгар теленең барлыҡ өлкәләренә лә һиҙелерлек йоғонто яһай, ләкин грек йоғонтоһо сиркәү терминологияһында һәм юғары стилгә ҡараған һүҙҙәрҙә айырыуса ныҡ сағыла.
Ләкин иң мөһим үҙгәрештәр Болгар милли яңырыу осоро башланған (XVIII быуаттың икенсе яртыһы — 1878 йыл) заманса әҙәби болгар теле формалашыу менән бәйле. Лексикалағы үҙгәрештәрҙән тыш, төрки телдән ингән һүҙҙәрҙе славян һүҙҙәре менән алмаштырыу, болгар телендә морфология үҙгәрә бара- килеш формалары һәм ҡылымдың башланғыс формаһы ( инфинитив) бөтөнләй юҡҡа сыға, ә әҙәби телдә определенный артикль («член») ҡулланыла башлай. Был үҙенсәлектәр, мәҫәлән, ҡылымдың туғыҙ ваҡыты (глагольные времена) һәм дүрт наклонение булыу, болгар телен башка славян телдәренән ныҡ айырып тора.
Болгар яҙмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Болгар алфавиты (българска азбука) кириллица нигеҙендә төҙөлгән, ул 30 хәрефтән тора:
|
|
1945 йылда үткәрелгән тел реформаһы болгар алфавитынан ять Ѣ («е двойно» — «е двойное» атамалы) һәм ҙур юс Ѫ (голям юс)[13][14]. Ять я йәки е хәрефтәренә, юс ҙур — ъ хәрефенә. 1945 йыл реформаһы арҡаһында һүҙ аҙағында ъ һәм ь хәрефтәре яҙылмай башлай (градъ — хәҙергеград, царь — хәҙерге цар).
реформаға тиклем | реформанан һуң |
---|---|
бѣли цѣлъ |
бели цял |
търгъ царь човѣкъ |
търг цар човек |
ще бѫдѫ тѣ сѫ |
ще бъда те са |
Лингвистик үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фонетика һәм фонология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Передний ряд | Средний ряд | Задний ряд | |
---|---|---|---|
Верхний подъём | /i/ | /u/ | |
Средний подъём | /e/ | /ɤ/ | /o/ |
Нижний подъём | /a/ |
Губные | Переднеязычные | Среднеязычные | Заднеязычные | |||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Твёрдые | Мягкие | Твёрдые | Мягкие | Твёрдые | Мягкие | |||
Носовые | /m/ | /mʲ/ | /n/ | /nʲ/ | ||||
Взрывные | Звонкие | /b/ | /bʲ/ | /d/ | /dʲ/ | /g/ | /gʲ/ | |
Глухие | /p/ | /pʲ/ | /t/ | /tʲ/ | /k/ | /kʲ/ | ||
Аффрикаты | /ts/ | /tsʲ/ | /tʃ/ | |||||
Фрикативные | Звонкие | /v/ | /vʲ/ | /z/ | /zʲ/ | /ʒ/ | ||
Глухие | /f/ | /fʲ/ | /s/ | /sʲ/ | /ʃ/ | /x/ | /xʲ/ | |
Аппроксиманты | /l/ | /lʲ/ | /j/ | |||||
Дрожащие | /r/ | /rʲ/ |
Боронғо болгар телендә булған сонанттар «р», «л» (слогообразующие согласные) хәҙерге болгар телендә сонор өндәр «р», «л» һәм һуҙынҡы «ъ» менән бергә килә.Тамыр һуҙынҡы «ъ» «беглый» өнгә әйләнә, урынын алмаштыра ала һәм сонор тартынҡы алдынан йәки унан һуң әйтелә: аз държа (я держу), ләкин дръж (держи!). Урыҫ теленән айырмалыо (сон → сна), болгар телендә бер һуҙынҡы өн дә «беглый» түгел.
Лексика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Основная статья: Лексика болгарского языка
Болгар теле лексикаһыы уның үҫешендә булған төрлө тарихи этаптарҙы сағылдыра. Төп лексика дөйөм славян лексикаһына бәйле. Унан һуң хронологик тәртиптә грек, төрки һәм урыҫ теленән ингән һүҙҙәр ҡатламдарын айыралар. Болгар телендә румын теле, шулай уҡ латин, грек һәм инглиз телдәренән алынған интернациональ һүҙҙәр бар. XIX быуатта болгар пуристтары — «будителдәр» төрөк һүҙҙәрен урыҫ әҙәби теленән алынған бик күп һүҙҙәр менән алмаштыра, шуға күрә ике телдең лексикаһында оҡшашлыҡ күп .
Урыҫ теленән һәм башҡа туғандаш славян телдәренән ингән һүҙҙәр:
-сиркәү славян һүҙҙәре: причáстие, разпя́тие «распятие», съпрýг «супруг», възмущéние «возмущение» һәм башҡа;
-XIX—XX быуат башы: задáча, начáло, поня́тие, щáстие «счастье», парахóд «пароход», къ́нки «коньки», необя́тен «необъятный», вероя́тен «вероятный», старáя се «стараться», наблюдáвам «наблюдать», уважáвам «уважать» һәм башҡа.
Иң яңы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәр: отлúчник, устанóвка, очúстка һәм башҡа.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ScriptSource - Bulgaria
- ↑ ScriptSource - Ukraine
- ↑ ScriptSource - Serbia
- ↑ ScriptSource - Romania
- ↑ ScriptSource - Greece
- ↑ ScriptSource - Turkey
- ↑ ScriptSource - Moldova
- ↑ ScriptSource - Russian Federation
- ↑ A. F. The Columbia Encyclopedia (ингл.) // Nature / M. Skipper — NPG, Springer Science+Business Media, 1936. — Vol. 138, Iss. 3500. — P. 901—902. — ISSN 1476-4687; 0028-0836 — doi:10.1038/138901A0
- ↑ (unspecified title) — ISBN 978-0-08-044854-1
- ↑ Bell A. Bulgarian language // Encyclopædia Britannica (билдәһеҙ) — Encyclopædia Britannica, Inc., 1768.
- ↑ Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
- ↑ Правила и речник за употреба на ят от 1940
- ↑ Правила за ят в Правописното упътване на Тодор Иванчев