Болховитинов Виктор Федорович
Болховитинов Виктор Федорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 23 ғинуар (4 февраль) 1899 |
Тыуған урыны | Һарытау, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 29 ғинуар 1970 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Введенское зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | инженер, военный бортинженер |
Уҡыу йорто | Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Болховитинов Виктор Федорович Викимилектә |
Виктор Федорович Болховитинов (1899 йыл 23 ғинуар (4 февраль), Һарытау- 1970 йылдың 29 ғинуары, Мәскәү) — совет авиаконструкторы.
Авиация инженер хеҙмәтенең генерал-майоры (1943), техник фәндәр докторы (1947). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшсеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1899 йылдың 23 ғинуарында Һарытауҙа тыуған.
1926 йылда ул Н. Е. Жуковский исемендәге һауа көстәре академияһын тамамлай. Адъюнктуранан һуң уҡытыусы була, 1937 йылда кафедра башлығы итеп билдәләнә.
1933 йылдан — Филиҙағы 22-се номерлы заводтың тәжрибә конструктор бюроһы (ОКБ Болховитинова) башлығы.
1939 йылдан — Химкиҙағы Авиация сәнәғәте Халыҡ комиссариатының 293-сө номерлы заводы директоры һәм баш конструкторы.
1934 — 1936 йылдарҙа ул ауыр бомбардировщик ДВ-A («Алыҫ Бомбардировщик — Академия») эшләү менән етәкселек итә, 1936—1937 йылдарҙа совет пилоттары йөк менән осоу йыраҡлығы өсөн дүрт донъя рекорды ҡуйҙылар. 209-сы номерлы был самолет С. А. Леваневский тарафынан 1937 йылдың авгусында Төньяҡ полюс аша АҠШ-ҡа осоштоң ҡотолғоһоҙ ынтылышында ҡулланыла. 1940 йылға тиклем ДВ-A ҙур булмаған серияла етештерелә һәм транспорт самолеты булараҡ ҡулланыла.
1939 йылда ул ике күсәрҙәш винт менән, осоу һынауҙары ваҡытында 570 км/сәғ тиҙлек күрһәткән, «С» оригинал юғары тиҙлекле самолет-истребитель төҙөлөшөн етәкләй. 1940 йыл башында ул самолетҡа урынлаштырылған һауа-реактив двигателде һынауҙа ҡатнаша.
1941-1945 йылдарҙа]], Болховитинов етәкселеге аҫтында конструкторҙар А. Я. Березняк һәм А. М. Исаев беренсе шыйыҡ яғыулыҡлы ракета двигателле совет ракета истребителен эшләйҙәр.
1946 йылдан — Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа көстәре академияһында уҡыта.
Авиация техникаһы буйынса бер нисә китап авторы.
Ул 1970 йылдың 29 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була. Уны Введенский зыяратында ерләйҙәр (14-се соҡор).
Виктор Болховитинов самолеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ДБ-А — Алыҫ бомбардировщик — академия. Беренсе осоу 1935 йылда. Экипажы — ете кеше. 1938—1940 йылдарҙа сериялы етештерелә. Барлығы 12 самолет етештерелә[1] .
- ВДД — алыҫ диапазон бомбардировщик. Проект 1936 йылда тәҡдим ителгән. Проект АНТ-42 файҙаһына ҡалдырыла[2] .
- Алыҫ дистанцион ауыр бомбардировщик «Д» М-40 дизель менән. 8 кешенән торған экипаж. Иҫәпләүҙәр буйынса, самолет 5 000 км оҙонлоҡҡа 6 т бомба илтә ала. Десант вариантта файҙалы йөкләнеше ҡорал менән 50 һалдат, ә транспортта 7 тоннаға тиклем йөк. «Д» бомбардировщик проекты һуғыш башында ябыла[3] .
- Үрге тиҙлекле бомбардировщик «С». Беренсе осоу 1939 йылда. … Самолетҡа төрлө яҡтарға әйләнеүсе бер күсәрле винттар менән ҡушарлап двигателдәр урынлаштырыла. Самолет сериялы производствоға күсерелмәй[4] .
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Ике Ленин ордены,
— ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
— медалдәр.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пути развития детально аппаратов Обороне, 1962, 132 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.airwar.ru Болховитинов ДБ-А
- ↑ alternathistoty.com БДД (Бомбардировщик Дальнего Действия). Болховитинов. Проект СССР 1936 год
- ↑ litra.pro Самолёты Виктора Болховитинова.
- ↑ litra.pro Самолёты Виктора Болховитинова. «Утерянные победы советской авиации».
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 4 февралдә тыуғандар
- 1899 йылда тыуғандар
- Һарытауҙа тыуғандар
- 29 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1970 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Техник фәндәр докторҙары
- Генерал-майорҙар (СССР)