Эстәлеккә күсергә

Борзов Иван Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Борзов Иван Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 (21) октябрь 1915
Тыуған урыны Ворово[d], Егорьевский уезд[d], Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 июнь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1] (58 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Балалары Борзов, Юрий Иванович[d]
Уҡыу йорто Военно-морская академия имени Н. Г. Кузнецова[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание маршал рода войск[d]
Командалыҡ иткән Авиация Военно-Морского Флота Российской Федерации[d]
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Авиация Военно-Морского Флота Российской Федерации[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ушаков ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» Юбилейная медаль «В память 250-летия Ленинграда» знак «Гвардия» крест Храбрых медаль «50 лет Монгольской Народной Армии» медаль «За укрепление дружбы по оружию»
 Борзов Иван Иванович Викимилектә

Борзов Иван Иванович (8 (21) октябрь 1915 йыл — 4 июнь 1974 йыл, Мәскәү) — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында диңгеҙ торпедо йөрөтөүсе авиация осоусыһы һәм хәрби етәксе, авиация маршалы (1972), Советтар Союзы Геройы (22.07.1944), 1962 йылдың майынан ғүмеренең ахырына тиклем — СССР Хәрби-диңгеҙ флоты авиацияһы командующийы.

Борзов Иван Иванович 1915 йылдың (8 (21) октябрендә Рязань губернаһы Егорьев өйәҙе Старое Ворово ауылында (хәҙер Мәскәү өлкәһе Шатура районы Дмитровское ауыл биләмәһе составындағы Ворово ауылы) тыуа. Мәскәүҙә ете йыллыҡ мәктәп, фабрика-завод училищеһын тамамлай, төҙөлөштә эшләй. Бер үк ваҡытта Мәскәү авиация техникумын тамамлай, Осоавиахим аэроклубында шөғөлләнә.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем хәрби хеҙмәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби хеҙмәткә 1935 йылда Осоавиахим саҡырыуы буйынса Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Флотына махсус төркөмгә алына. 1936 йылда И. В. Сталин исемендәге РККА ВВС-ы күҙәтеүселәре — Кйск диңгеҙ осоусылары һәм осоусылар хәрби мәктәбен тамамлай. 1936 йылдың ноябренән Ҡара диңгеҙ флотының Хәрби-Һауа көстәрендә хеҙмәт итә: старшина-летчик, 1937 йылдың декабренән — флот ВВС-ының 43-сө тиҙ йөрөшлө бомбардировка эскадрильяһының өлкән летчигы була. 1939 йылдың мартынан Тымыҡ океан флоты Хәрби-Һауа көстәрендә хеҙмәт итә: 4-се мина-торпедо авиация полкының өлкән летчигы.

  1. Ivan Ivanovich Borzov // TracesOfWar

Һылтанмалар һәм сығанаҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]