Борщов Илья Григорьевич
Борщов Илья Григорьевич | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 31 июль 1833[2] |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[3] |
Вафат булған көнө | 12 май 1878[2] (44 йәш) |
Үлем сәбәбе | Сабыртмалы тиф |
Бер туғандары | Григорий Григорьевич Борщов[d][4] |
Һөнәр төрө | ботаник |
Эшмәкәрлек төрө | ботаника |
Эш урыны | Изге Владимир Император университеты[d] |
Уҡыу йорто | JMU[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Шенк, Йозеф Август[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Борщов Илья Григорьевич Викимилектә |
Борщов Илья Григорьевич | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Биологик систематика | |
|
Борщов Илья Григорьевич (1833 йыл — 1878 йыл) — XIX быуат Рәсәй империяһы ботанигы, үҫемлектәр анатомияһы, систематикаһы, физиологияһы өлкәһе белгесе.
Урыҫ ботаник әҙәбиәтенә тәүгеләрҙән булып ареалдарҙы күҙаллау картографияһын индереүсе, 66 үҫемлектәрҙең ареалдарын картаға иң беренсе индереүсе[5].
Тормош юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белемен Изге Петр училищеһында (1845) һәм Санкт-Петербургтың Александровский лицейында алған (1853).
Борщов тәбиғәттән бик һәләтле булып тыуған була һәм фән өлкәһендә күренекле урынды биләй алған булыр ине, әгәр ҙә ул кәрәкле тәрбиә алһа һәм ваҡытынан алда үлмәгән булһа. Тыумыштан бирелгән һәләте менән булыша торған урынға, ул административ карьераға тәғәйенләнә. Шуға ҡарамаҫтан, ул академиктар К. А. Мейер һәм Ф. И. Рупрехт етәкләгән ботаник экскурсияларҙа Петербург губернаһы буйынса ҙур әүәҫлек менән ҡатнаша. А Ф. Миддендорфтың Көнсығыш Себер буйынса билдәле сәйәхәте ваҡытында йыйған мүктәрен һәм бәшмәктәрен эшкәртә. Йәш чиновник Борщов, бик ныҡ тәбиғәтте яратыусы натуралист булғанлыҡтан, тығыҙ канцелярияла хеҙмәт итеүҙе күңеленә ныҡ оҡшатмай - уны һәр саҡ тәбиғәт киңлектәре һәм тәбиғәтте өйрәнеү өсөн сәйәхәт яһау үҙенә тартып тора.
Финанс министрлығына хеҙмәт итергә ингәс, Борщов зоолог Н. А. Северцов менән бергә Һырдаръя йылғаһы бассейнын тикшереүсе экспедицияға ебәрелә (1857-1859), унан бик ҙур материалдар һәм гербарий алып ҡайта һәм уның нигеҙендә ботаник эштәр яҙа. Экспедициянан ҡайтҡас, Борщов тәбиғи фәндәр буйынса камиллаштырылыу өсөн сит илдәргә ебәрелә.
1859-1861 йылдарҙа Вюрцбургта профессор-ботаник Шенкта белемен күтәрә.
Арал-Каспий экспедицияһында командировкала була, был уның яратҡан шөғөлөнә юл аса һәм уға бик ҡиммәтле фәнни эштәренә бай материал бирә. Арал-Каспий крайы үҫемлектәрен ул 5 өлкәгә бүләә: 1) ҡылғанлы дала, 2) балсыҡлы сүл, 3) тоҙло сүл, 4) соҡор-саҡырлы ҡомлоҡ, 5) күсемле (даланан сүллеккә күсеүсе). Был бүленештең нигеҙендә тупраҡ, ундағы теге йәки был үҫемлектәрҙең йәшәү формаһы өҫтөнлөктәре, уларҙың ландшафтҡа физиономик үҙенсәлекле һыҙаттар биреүе һәм таксономик составының үҙенсәлектәре тора.
1862 йылда Борщов Финанс министрлығынан отставкаға сыға һәм Киевҡа күсеп килә
Борщов 1865 йылда ботаника магистры дәрәжәһенә диссертация яҡлай[6], ә 1867 йылда — ботаника докторы[7] дәрәжәһенә. Борщов 1865 йылда вафат булғансы ботаника кафедраһында башта доцент була, ә һуңыраҡ — Изге Владимир Университетының (Киев) экстраординар (1868 йылдан алып) һәм ғәҙәти профессоры була.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Материалы для ботанической географии Арало-Каспийского края // Записки Императорской Академии наук. 1865. № 1. Приложение к 7-му тому
- О решетчатых паренхиматических элементах первичной коры Ceropegiae aphyllae etc. // Университетские известия, Киев, 1867
- Материалы для флоры водорослей Черниговской губернии // Записки Киевского общества естествоиспытателей, Т. I. 1870. Стр. 44-55
- Пресноводные бациллярии Юго-Западной России, преимущественно губерний Киевской, Черниговской и Полтавской. Die Susswasser-Bacillarien (Diatomeen) des sud-westliche Russlands, insbesondere der Gouvernements: Kiev, Czernigow und Poltawa. Киев, 1873 (параллельно на русском и немецком языках)
- Водоросли Аральского моря // Труды Арало-Каспийской экспедиции, СПб.: Типография Стасюлевича, 1877 (Приложение II к записке В. Аленицина «Аральское море»)
Борщов хөрмәтенә һәм иҫтәлегенә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1877 йылда А. А. Бунге Борщов хөрмәтенә Маревыйҙар ғаиләһенең байтаҡ үҫемлектәрен Borsczowia ырыуы тип атай 1879 йылда, ғалимдың латин телендә яҙған фамилияһын Бунге үҙе яҙған хатаһын төҙәтеү өсөн, дөрөҫ итеп төҙәтеп ботаник таксономия индерә, дөрөҫ исеме — Борщовия (Borszczowia Bunge).
1857 йылда ләләләрҙең бер төрө Борщов хөрмәтенә Борщов тюльпаны тип аталған (Тюльпан Борщова (Tulipa borszczowii Regel).
1958 йылда Будище ауылында (Коропский районы, Чернигов өлкәһе) Киев университеты тарафынан ғалимдың ҡәберенә һәйкәл ҡуйыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ (unspecified title) — doi:10.5281/ZENODO.10080503
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
- ↑ Борщов Илья Григорьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ викимедиасы, Уэйлс Д. Викивиды (билдәһеҙ) — 2004.
- ↑ БСЭ
- ↑ Материалы для ботанической географии Арало-Каспийского края.
- ↑ О решетчатых паренхиматических элементах первичной коры Ceropegiae aphyllae etc.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Липшиц С. Ю. Русские ботаники : биографо-библиографический словарь / под редакцией В. Н. Сукачёва. М.: Изд-во Московского общества испытателей природы. — Т. 1. — 1947.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кафанов А. И., Кудряшов В. А., 2005. Классики биогеографии: биобиблиографический указатель
- Борщов, Илья Григорьевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978. (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2009)
- Борщов Илья Григорьевич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) Проверено 22 марта 2009 г.