Эстәлеккә күсергә

Босния һәм Герцеговина Республикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Босния һәм Герцеговина менән бутамаҫҡа. Босния һәм Герцеговина Федерацияһы менән бутамаҫҡа.

Босния һәм Герцеговина Республикаһы
босн. Republika Bosna i Hercegovina / Република Босна и Херцеговина
Флаг Герб
Флаг Герб

Гимн: «Jedna si jedina»

 
 
1992 — 1997
Баш ҡала

Сараево

Эре ҡалалары

Сараево, Баня-Лука, Зеница, Тузла, Мостар

Телдәр

босний, сербохорват

Дин

ислам, православие, католицизм

Аҡса берәмеге

босния динары

Майҙаны

51 129 км²

Идара итеү формаһы

парламент республикаһы

Дәүләт башлыҡтары
Президент
 • 19921995

Алия Изетбегович

Юғары вәкиле
 • 19951997

Карл Бильдт

Президиум рәйесе
 • 19961997

Алия Изетбегович

Президиум ағзалары
 • 19961997

Момчило Краишник
Крешимир Зубак

Тарихы
 • октябрь 1991 йыл

Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы парламенты тарафынан Югославия Социалистик Федератив Республикаһынан бойондороҡһоҙлоҡ тураһында декларацияны ҡабул итеүе

 • 18 ноябрь 1991 йыл

Герцег-Босна Хорват Республикаһы төҙөлөүе

 • 28 февраль 1992 йыл

Босния һәм Герцеговинаның Серб Республикаһы төҙөлөүе

 • 29 февраль һәм 1 март 1992 йыл

Югославия Социалистик Федератив Республикаһынан бойондороҡһоҙлоҡ тураһында дөйөм Босния референдумы

 • 6 апрель 1992 йыла

Югославия Социалистик Федератив Республикаһынан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителеүе. Босний һуғышы башланыуы

 • 7 апрель 1992 йыл

Босния һәм Герцеговинаның Серб Республикаһының бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеүе

 • 6 май 1992 йыл

Серб Республикаһы һәм Герцег-Босна Хорват Республикаһы араһында Грац килешеүенә ҡул ҡуйыу

 • 19 июнь 1992 йыл

Хорват-босний низағының башланыуы

 • 28 август 1993 йыл

Герцег-Босна Хорват Республикаһының бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеүе

 • март 1994 йыл

Вашингтон килешеүенә ҡул ҡуйыу, Босния һәм Герцеговина Федерацияһының төҙөлөүе

 • 14 декабрь 1995 йыл

Дейтон килешеүенә ҡул ҡуйыу, Босний һуғышының тамамланыуы һәм илдең территориаль берҙәмлеген тергеҙеү

Ҡалып:История Боснии и Герцеговины

Бо́сния һәм Герцегови́на Республикаһы — хәҙерге Босния һәм Герцеговина алдынан 1992 йылда Югославия Социалистик Федератив Республикаһынан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителеүенән 1997 йылда Дейтон килешеүенең тулыһынса үҙ көсөнә инеүенә тиклем булған дәүләт. Дәүләт тарихының ҙур өлөшө Босний һуғышына тура килә, һуғыштың башланыр алдынан хорват һәм серб әҙселектәре тарафынан Республика территорияһында бойондороҡһоҙ танылмаған дәүләттәр Герцег-Босна Хорват Республикаһы һәм Серб Республикаһы төҙөлә. Фактик рәүештә, бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң Босния һәм Герцеговина Республикаһының хөкүмәте тик бер генә халыҡтың — боснийҙарҙың мәнфәғәттәрен күрһәткән. Хәл 1994 йылда Вашингтон килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң үҙгәрә, килешеү һөҙөмтәһендә босний-хорваттарҙың Босния һәм Герцеговина Федерацияһының төҙөлә. 1995 йылдың аҙағында Дейтон килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң Серб Республикаһы ла альянсҡа ҡушыла. 1997 йылда Республика хәҙерге Босния һәм Герцеговинаға үҙгәртеп ҡорола.

1990 йылда уҙған Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһында парламент һайлауҙарында өс милләт партиялары еңеү яулаған, улар коммунистарҙы властан ситләтеү маҡсатында ирекле коалиция булдырған. Күпмелер ваҡыт үткәс Словения, ә артабан Хорватия үҙҙәренең Югославия Социалистик Федератив Республикаһынан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итәләр, был Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы параментында тарҡау тыуҙырған: хорват һәм босний депутаттары Югославия Социалистик Федератив Республикаһы составынан сығыу өсөн сығыш яһаған, шул уҡ ваҡытта сербтар Югославия составында ҡалыу яҡлы булған. 1991 йылдың октябрендә парламент тарафынан бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы ҡабул ителә, 1992 йылдың 29 февралендә һәм 1 мартында Югославия Социалистик Федератив Республикаһынан бойондороҡһоҙлоҡ тураһында дөйөм Босния референдумы уҙғарыла, бында һайлауҙарҙа ҡатнашҡандарҙың 98 % Югославиянан сығыу өсөн тауыш биргән. Босния сербтарының күптәре референдумда ҡатнашмаған.

Тәүге етди һөжүм серб яғынан 1992 йылдың мартында Көнсығыш һәм Төньяҡ Боснияла башланған. Низағтың тиҙ таралыуы һөҙөмтәһендә 6 апрелдә (бойондороҡһоҙлоҡ рәсми иғлан ителгән көн) Сараевола киң масштаблы хәрби хәрәкәттәр башланған. Республиканың бойондороҡһоҙлоғон халыҡ-ара танылыуы Югославия халыҡ армияһын уның территорияһынан сығырға мәжбүр иткән, шулай ҙа күп кенә һалдаттар һәм офицерҙар Серб Республикаһында ҡалып уның армияһына ингән. Югославия халыҡ армияһы складтарында ҡоралланып һәм ирекмәндәр йөҙөндә өҫтәмә көс алып, Серб Республикаһының армияһы 1992 йыл дауамында Боснияның ҙур өлөшө өҫтөндә контроль урынлаштыра алған.

1992 йылдың 6 майында Австрияның Грац ҡалаһында Серб Респуликаһы президенты Радован Караджич һәм Герцег-Босна Хорват Республикаһы президенты Мате Бобан араһында рәсми Босния хөкүмәте контролдә тотҡан территорияларҙы алыу өсөн серб менән хорват араһындағы хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу тураһында килешеү төҙөлгән[1]. Был ваҡытҡа ҡарай Босния һәм Герцеговинаның 70 % сербтарҙың контроле аҫтында булған. Килешеү 1992 йылдың 19 июнендә хорват-босний низағының башланыуына нигеҙ булып торған.

1994 йылдың мартында боснийҙар һәм хорваттар араһында ҡул ҡуйылған Вашингтон килешеүе улар араһында ҡораллы ҡаршылыҡты туҡтатыуға һәм Босния һәм Герцеговина Федерацияһының ойошторолоуына килтергән. 1995 йылдың 14 декабрендә Парижда Босния һәм Герцеговина Республикаһы президенты Алия Изетбегович, Сербия президенты Слободан Милошевич һәм Хорватия президенты Франьо Туджман араһында ҡул ҡуйылған Дейтон килешеүе Босния һуғышын туҡтатҡан һәм Серб Республикаһын Босния һәм Герцеговинаға интеграциялауының баш нөктәһе булып торған.

Хәрби хәрәкәттәрҙең өс йыл эсендә 95 меңдән 100 меңгә тиклем кеше һәләк булған, 2 миллиондан ашыу кеше ҡасаҡтар булып киткән.

  • Malcolm, Noel. Bosnia A Short History. — New York University Press, 1994. — 340 с. — ISBN 0-8147-5520-8.