Эстәлеккә күсергә

Бренди

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көньяҡ Африкала Стелленбос янында Van Ryn Brandy Cellar-ҙа бренди өсөн ҡыуыу аппараттары

Бре́нди (ингл. brandy, от нидерл. brandewijn — «ҡыуылған» шарап[1]) — көслө алкоголле эсемлек, йөҙөм шарабы дистилляцияһы продукттарын, 37,5 градуслы емеш-еләктән әҙерләнгән әсе балды билдәләү өсөн дөйөм термин. Әгәр башҡаһы күрһәтелмәгән икән, бренди йөҙөм шарабынан эшләнә.

Ғәҙәттә ашағандан һуң эселә. Виноград брендиһын тюльпан формаһындағы йәки коньяк бокалынан, бүлмә температураһында йәки бокалды ус эсенә бер аҙ йылытҡандан һуң һалып йәки һаҡ ҡына шәм менән йылытып эсеү яҡшыраҡ тип иҫәпләнә. Ләкин йылытыу алкоголь парҙарын бик зәһәр итә. Бренди, виски кеүек үк, һауа температураһы түбән булған осраҡта ла хуш еҫле һәм тәмле, мәҫәлән, 16 °C.

Брендиның барлыҡҡа килеүе билдәһеҙ, әммә шарап ҡыуыу үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән. Концентрациялы алкоголле эсемлектәр Боронғо Греция, Боронғо Рим һәм Ҡытай ваҡытынан алып билдәле[2]. Бөгөнгө көндә билдәле булған бренди беренсе тапҡыр XII быуатта барлыҡҡа килә һәм XIV быуатта популярлаша.

Тәүҙә шарапты ҡыуыу уны һаҡлау ысулы була, шулай уҡ һатыусылар өсөн шарап ташыуын ябайлаштыра. Брендины ҡулланыр алдынан ҡыуыу процесында алынған һыу өҫтәлергә тейеш була. Ләкин ағас мискәләрҙә һаҡлағандан һуң продукт алынған шарапҡа ҡарағанда яҡшыраҡ булыуы асыҡлана. Брендиларҙың ҡайһы бер төрҙәрен үҙенсәлекле коктейлдәрҙә ҡулланырға мөмкин, мәҫәлән, һөт менән француз брендиларын.

Брендиҙың төп өс төрө бар.

Виноград брендиһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Виноград брендилары виноград шарабы ҡыуыу юлы менән алынған шарап дистиллятынан эшләнә. Составында этил спирты күләме буйынса 37,5% кәм түгел[1]. Виноград брендиһын етештереүҙең төрлө милли технологиялары бар.

  • Коньякты Францияның Коньяк ерендә[3] етештерәләр, уны ике тапҡыр ҡыуыу кубтарын файҙаланып ҡыуалар. Коньяктың популяр маркалары — Мартель, Реми Мартен, Hennessy һәм Курвуазье.
  • Арманьякты Францияның көньяҡ-көнбайышында Арманьяк[4] ( Жер, Ланды, Ло һәм Гаронна департаменттары) төбәгендә виноградтан яһайҙар. Уны баҡыр дистилляторҙарҙа бер тапҡыр оҙайлы ҡыуыу юлы менән алалар һәм Гасконь йәки Лимузен провинцияһынан булған имән мискәләрендә тоталар. Арманьяк Францияла беренсе ҡыуылған спиртлы эсемлек булған. Арманьяк коньякка ҡарағанда оҙағыраҡ, ғәҙәттә, 12-20, ҡайһы берҙә 30 йәшкә тиклем, тотола. Арманьяктың популяр маркаһы — «Маркиз де Монтескьё» (Marquis de Montesquieu).
  • Херес брендилар (шерри-бренди) Испанияның көньяғында етештерелә[5]. Испанияла иң популяр ҡаты эсемлектәрҙең береһе (Испанияла брендиның өлөшө 32 процент тәшкил итә, өҫтәүенә бөтә брендиларҙың 92 проценты — херес брендилар).
  • Грецияның виноград брендиһы — Метакса, 1888 йылдан алып етештерелә һәм предприятиеға нигеҙ һалыусы Спирос Метакса исеме менән аталған[6].
  • Кипр брендиһы.
  • Көньяҡ Африка Республикаһы законы буйынса Көньяҡ Африка брендилары коньяк кеүек үк баҡыр ҡыуыу кубтарында икеләтә ҡыуыу юлы менән әҙерләнә һәм имән мискәләрендә 3 йылдан да кәм түгел тотола.
  • Америка виноград брендилары күбеһенсә Калифорнияла яһала, ғәҙәттә асығыраҡ, әммә Европа брендиларына ҡарағанда көслөрәк.
  • Писко — Перуҙа һәм Чилиҙа виноградтың мускат сортынан етештерелә.
  • Әрмән коньягы. 2010 йылда Әрмәнстан хөкүмәте әрмән брендиһы өсөн яңы тауар атамаһын — «Арбун»ды индерергә ҡарар итә. Әрмәнстан территорияһында ғына етештерелгән виноград спирты арбун өсөн сеймал булып файҙаланыла[7].
  • Молдавия брендилары (дивин)[8] әрмән брендилары кеүек үк, элекке СССР илдәрендә «коньяк» булараҡ билдәле.
  • Болғар брендилары (плиска) Димят сортлы асыҡ виноградтан алынған спирттарынан эшләнә[9].
  • Португалия брендилары
  • Рәсәй брендилары. Рәсәйҙә коньяк тип 40,0% күләмендәге этил спиртынан торған шарап етештереү продукты атала, ул Vitis vinifera спорты виноградынан етештерелгән һәм өс йылдан кәм булмаған имән менән контактта тотолған[10]. СССР-ҙа ысын коньяк етештереү технологияһына яҡын технология буйынса етештерелгән төрлө брендилар коньяк тип аталған. Элекке СССР биләмәһендә әрмән (элекке Шустовтың Ереван һәм Одессалағы заводтары), грузин һәм молдаван коньяктары ҙур популярлыҡ менән файҙаланған.
  • Виньяк — Югославия һәм Сербия етештергән брендилар төрө.
  • Ракы — әнис менән тотолған бренди төрө.

1900 йылда Парижда үткән Бөтә донъя күргәҙмәһендә Николай Шустовтың Рәсәй заводтары продукцияһы беренсе урынды яулауы[11][12], ә коньяк етештереүсеһе нең йәшерен исеме асылғандан һуң, Шустовҡа үҙ продукцияһын «Сognac» тип атарға ризалыҡ бирелә, ә был привилегияны Францияла элек бер сит ил етештереүсеһе эйә булмағаны хаҡында тарих бар[12][13][14]. Ләкин, бындай привилегия булыуы шик аҫтына ҡуйыла; тарих — Шустовтың киң масштаблы, уйлап табыу һәм агрессив рекламаны ҡулланыуы менән билдәле уйҙырмаһы булыуы ихтимал[15]. 1900 йылда күргәҙмәлә «Шустов һәм улдары» фирмаһы «Sirops et liqueurs; spiritueux divers; alcools d’industrie» класында Grand-prix лауреаты булһа ла[16], ҡайһы бер сығанаҡтар, Шустовтың беренсе халыҡ-ара наградаларына лайыҡ булған коньяғы — 1901 йылда сыҡҡан «Фин-шампань отборный» тип билдәләй[17].

Европа берлеге ҡануни рәүештә коньяк исемен Францияла Коньяк төбәгендә, ә Арманьякты Гаскони ерендә традицион технология менән әҙерләнгән һәм ҡыуылған брендиларға, херес брендиһы исемен — Испанияның Кадис провинцияһындағы брендиларға беркетә.

Һығынтыларҙан бренди

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брендилар һутын һығып сығарғандан һуң ҡалған виноград итсәһенән, һөйәктәренән һәм һабаҡтарынан эшләнә. Брендиның был төрөнә итальян граппаһы, көньяҡ-славян ракияһы, грузин чачаһы, венгр тёркёйпалинкаһы миҫал булып тора ала.

Емеш-еләк брендиһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Емеш-еләк брендиларын башҡа емеш-еләктән (йөҙөмдән тыш) ҡыуыу юлы менән алалар. Иң йыш осраҡта алма, слива, персик, сейә, ҡурай еләге, ҡара көртмәле һәм абрикос ҡулланыла. Емеш-еләк брендилары ғәҙәттә үтә күренмәле һәм һыуытылған килеш йәки боҙ менән ҡулланыла.

  • Кальвадос — Францияның Түбәнге Нормандия төбәгенән алма брендиһы[18]. Алманан (ҡайһы берҙә груша өҫтәп) сидрҙы һығып сығаралар, сүпрәләп әсетәләр һәм ике тапҡыр ҡыуалар.
  • Киршвассер — сейәнән бренди.
  • Сливовица — сливанан бренди[19].
  • Боровичка — артыш емештәренән бренди[20].
  • Poire Williams — грушанан бренди.
  • Фрамбуаз — ҡурай еләгенән бренди[21].
  • О-де-ви (франц. eau de vie) — үтә күренмәле емеш-еләк брендиһы, бигерәк тә персиктан яһалғаны таралған.
  • Палинка — венгр емеш-еләк брендиһы (2008 йылғы палинка тураһындағы Венгрия Законына ярашлы, «палинка» исемен Венгрияла етештерелгән, кәмендә 37,5 процент күләмле продукт ҡына палинка тип йөрөтөлә ала)[22].

Ябай һәм вертикаль ҡыуыу кубтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коньяк ҡыуыу кубтарҙа партиялап әҙерләнә. Арманьякты һәм Американың күп кенә брендиларын вертикаль ҡыуыу кубтарында фракциялы дистилляция юлы менән алалар.

Бренди өс төп ысулдың береһе менән оҙаҡ тотолорға мөмкин.

  • Оҙаҡ тотоуһыҙ: ҡалдыҡтан бренди һәм емеш-еләк брендилары ҡыуыуҙан һуң оҙаҡ тотолмай. Һөҙөмтәлә, ғәҙәттә, төҫһөҙ, үтә күренмәле шыйыҡса килеп сыға.
  • Мискәлә тотоу: алтын һәм көрән төҫтәге брендилар имән мискәләрендә оҙаҡ тотола.
  • Солер процесы: ҡайһы бер брендилар солер системаһын ҡулланып тотола. Испаниянан брендилар, ғәҙәттә, шул рәүешле эшләнә.

Брендины оҙаҡ тотоу классификацияһы

  • бер йондоҙ — өс йылдан кәм түгел тотоу;
  • ике йондоҙ — 4 йыл тотоу;
  • өс йондоҙ — биш йыл[23];
  • V.S.O.P. (Very Superior Old Pale) — 18 һәм 24 йыл арауығындағы бренди[24].
Hennessy оҙаҡ тотоу классификацияһы
  1. A.C. — 2 йыл тотоу;
  2. V.S. (Very Special)' — 3 йыл тотоу;
  3. V.S.O.P. (Very Superior Old Pale) — 4 йыл тотоу;
  4. V.V.S.O.P., Grande Reserve — 5 йыл тотоу;
  5. X.O. (Extra Old), Hors d’age, Napoleon, Extra, Tres Vieux, Vieille Reserve — 6 йыл тотоу.

Бренди менән коктейлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чикаго, Бренди-кола һәм башҡалар.

  1. 1,0 1,1 Бренди / С. С. Щербаков // Большой Кавказ — Великий канал. — М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — С. 192. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 4). — ISBN 5-85270-333-8.
  2. Питер Джеймс, Ник Торп. Обработка земли // Древние изобретения = Ancient Inventions. — Мн.: ООО «Попурри», 1997. — С. 413—414. — 768 с. — ISBN 985-438-139-0.
  3. BNIC — официальный сайт «Национального Межпрофессионального Бюро Cognac»
  4. Bureau National Interprofessionnel de l’Armagnac. Дата обращения: 11 июнь 2022. Архивировано 17 март 2022 года.
  5. Управляющий совет Brandy de Jerez. Дата обращения: 12 октябрь 2014. Архивировано 25 апрель 2022 года.
  6. Официальный сайт Метакса. Дата обращения: 11 июнь 2022. Архивировано 10 июнь 2022 года.
  7. Сайт Ереванского коньячного завода. Дата обращения: 11 июнь 2022. Архивировано 18 апрель 2012 года.
  8. Классификация дивинов. Дата обращения: 12 октябрь 2014. Архивировано 26 апрель 2013 года. 2013 йыл 26 апрель архивланған.
  9. Hugh Johnson’s Pocket Wine. Дата обращения: 2 октябрь 2017. Архивировано 28 октябрь 2014 года.
  10. ГОСТ Р 51618-2009 «Российский коньяк. Общие технические условия»
  11. В. З. Григорьева. Водка известная и неизвестная. XIV-XX века. — 2007. — С. 141—142.
  12. 12,0 12,1 Курукин И. В., Никулина Е. А. Повседневная жизнь русского кабака от Ивана Грозного до Бориса Ельцина. — 2007. — С. 317—318.
  13. Золотарев В.В. Под знаком орла и лебедя. — "Кругозор-Наука", 2003. — С. 283.
  14. In the Steps of Churchill (ингл.). Russian Cigar Clan Magazine, Volume I 2004, English Supplement. www.cigarclan.com (11 ғинуар 2004). Дата обращения: 21 март 2011. Архивировано 27 май 2006 года.
  15. Илья Кирилин. Рождения легенды: Таирян и Шустов // Роберт Азарян: легенда Армении и Царь Тигран. — М.: СИМПЛ, 2017. — С. 89. — (Просто о лучших винах).
  16. LivreListe des récompenses : Exposition universelle de 1900, à Paris (724) 2018 йыл 15 декабрь архивланған. (фр.)
  17. Таирян, Шустов, «Арарат» // Наука и Жизнь. — 1999. — № 3. — С. 69.
  18. Mattsson, Henrik. Calvados: the world's premier apple brandy: tasting, facts and travel (инг.). — 2005. — P. 27. — ISBN 91-631-5546-X.
  19. Сливовица, или сербский взгляд на ракию. Обзор материалов Русского вещания «Международного Радио Сербии», текст и аудио. Дата обращения: 12 октябрь 2014. Архивировано 19 декабрь 2014 года.
  20. Боровичка 2014 йыл 17 октябрь архивланған.
  21. История Фрамбуаза. Дата обращения: 12 октябрь 2014. Архивировано 17 октябрь 2014 года.
  22. National rights in a postnationalist Europe. Palinka/palinca (англ.). Дата обращения: 12 октябрь 2014. Архивировано 22 сентябрь 2008 года.
  23. Glenn Rinsky, Laura Halpin Rinsky. The Pastry Chef's Companion: A Comprehensive Resource Guide for the Baking and Pastry Professional. — John Wiley & Sons, 2008-02-28. — С. 73. — 387 с. — ISBN 9780470009550.
  24. Мэри Бостико. Этикет бизнесмена. Официальный. Дружеский. Международный. — Litres, 2017-09-05. — 230 с. — ISBN 9785457030978.