Буранғолова Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы
Буранғолова Рәмилә | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Тулы исеме |
Буранғолова Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы |
Тыуған ере һәм ваҡыты |
11 июнь 1961 (63 йәш) |
Гражданлығы | |
Буйы |
154 см |
Ауырлығы |
50 кг |
Клуб |
«Труд» ирекле спорт йәмғиәте, 1981—1987 йылдарҙа — «Спартак» (Свердловск), 1987 йылдан — профсоюздар ирекле спорт йәмғиәте |
IAAF | |
Шәхси ҡаҙаныштар | |
5000 м |
16:00.66 (1995) |
Ярым марафон |
1:10:14 |
Марафон |
2:28:03 (1993) |
Буранғолова Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы (11 июнь 1961 йыл) — спортсы. Еңел атлетика буйынса 1987—1991 йылдарҙа СССР, 1992 йылдан БДБ һәм 1993—1996 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 1992 һәм 1996 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. 1991—1993 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъяның 10 иң яҡшы марафонсыларының береһе. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы Буранғолова 1961 йылдың 11 июнендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Ҡандра-Ҡотой ауылында тыуған.
Беренсе тренеры — Огородникова Мария Павловна.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР чемпионы (1990), РСФСР чемпионы (1990), донъя чемпионаты команда зачетында ярым марафондың (1995), Лос-Анджелес марафонының (1992), Японияла марафон буйынса Азия асыҡ чемпионатының (1994), Санкт-Петербург ярым марафонының икенсе призеры (1994), Питтсбург ҡалаһында халыҡ-ара марафондың (1990), Сиэтл ҡалаһында Изге Ихтыяр Уйындарының (1990), Токио (1992), Нагоя марафондарының өсөнсө призеры (1993), марафон дистанцияһына эстафетала йүгереү буйынса СССР һәм РСФСР Кубогы эйәһе (1988).
Йыл |
Ярыш |
Үткәреү урыны |
Алған урыны |
Һөҙөмтә |
---|---|---|---|---|
Страна СССР | ||||
1991 | Донъя чемпионаты | Токио, Япония | 8 | 2:33:00 |
Страна СНГ | ||||
1992 | Олимпия уйындары |
Барселона, Испания | 8 | 2:38:46 |
Страна Рәсәй Федерацияһы | ||||
1993 | Донъя чемпионаты | Штутгарт, Германия | 4 | 2:33:03 |
1996 | Олимпия уйындары | Атланта, АҠШ | 35 | 2:38:04 |
Гонолулу марафоны | Гонолулу, Гавайи | 1 | 2:34:28 | |
2000 | Дубай марафоны | Дубай, БҒЭ | 1 | 2:40:22 |
2001 | Дубай марафоны | Дубай, БҒЭ | 1 | 2:37:07 |
2004 | Марафон в Балтиморе[en] | Балтимор, АҠШ | 1 | 2:40:21 |
2005 | Марафон в Балтиморе[en] | Балтимор, АҠШ | 1 | 2:42:00 |
2007 | Лос-Анджелес марафоны | Лос-Анджелес, АҠШ | 1 | 2:37:54 |
2010 | Джэксонвиллдә милли марафон[en] | Джексонвилль Бич[en], Флорида, АҠШ | 2[1] | 2:37.46 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Февральская победа Брызгалова 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Буранғолова Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 июнь 2021)
- Ramilya Burangulova профиль на сайте IAAF(недоступная ссылка)
- Ramilya Burangulova 2012 йыл 18 декабрь архивланған.