Бурзаева Софья Ивановна
Бурзаева Софья Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 7 октябрь 1920 |
Вафат булған көнө | 22 март 2005 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Краснодар, Рәсәй |
Һөнәр төрө | лётчик |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Софья Ивановна Бурзаева — осоусы, 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының беренсе штурманы, гвардия лейтенанты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Софья Ивановна Бурзаева Осоавиахим осоу мәктәбенең Херсон мәктәбен тамамлай. Летчик-инструктор булып эшләй.
1941 йылда Ҡыҙыл Армия сафына инә. Ҡатын-ҡыҙҙар авиаполкын ойоштороу менән шөғөлләнеүсе Михайловна Марина Расковаға ебәрелә. 1941 йылдың октябренән Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбендә тиҙләтелгән штурмандар әҙерләү курсын үтә. Әҙерлекле штурмандар ул саҡта бик аҙ була. Бөтә ҡыҙҙарҙан һуғышҡа тиклемге штурман әҙерлегенә тик Софья һәм Лариса Розанова ғына эйә була.
Уҡыу тамамланыу менән Софья Бурзаева 588-се авиация полкының штурманы итеп тәғәйенләнә.
1942 йылдың 23 майында Софья полк составында фронтҡа оса. 27 майҙа билдәләнгән урынға килә. Тәүге ваҡыт фронт һыҙығына тик танышыу осоуҙары менән үтә, фаралар яҡтыһында машиналарҙы йөрөтөү техникаһы шымартыла. 17 июндә осоусыларҙың беренсе осошо үтә. Унда өс экипаж ҡатнаша. Бершанская — Бурзаева экипажы оса, Уның артынан Амосова—Розанова, Ольховская—Тарасова экипажы ҡуҙғала. Софья Ивановна Ҡавказ өсөн һуғыша, Кубань, Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнаша. Ул полкта иң яҡшы штурман тип иҫәпләнә. Хәрби заданиенан тыш яңы килгәндәр менән штурман әҙерлеге алып бара. Яңы килгәндәрҙе тик тәжрибәле штурман ҡыҙҙарға — Бурзаева, Розанова, Рудневаға ышанып тапшыралар.
Софьяның әсәһе һәм һеңлеһе тыл Армавир ҡалаһында йәшәй. Уларҙа самолеттарҙы ремонтҡа ҡыуып алып килергә тура килгән ҡыҙҙар һәр саҡ туҡтап китә. Нәҡ Армавир ҡалаһында уларҙың ҙур булмаған ПО-2 самолеттарының мастерскойҙары урынлаша.
1943 йылдың июлендә ауырыу сәбәпле Софья Бурзаева сафтан сыға. Уның урынына полк штурманы итеп Евгения Рудневаны тәғәйенләйҙәр
Хеҙмәте тамамланыуға Софья Бурзаеваның иҫәбендә 700-ҙән ашыу сәғәт осош иҫәпләнә.
Һуғыш тамамлағандан һуң Советтар Союзы Геройы Лев Рощинға кейәүгә сыға. Шулай уҡ һуғыш ваҡытында ул летчик була. Бергә улдар тәрбиәләй.
1958 йылда Рощин яңы реактив самолет һынау ваҡытында Минск эргәһендәге авиакатастрофала һәләк була.
Софья Ивановна Краснодар крайында йәшәүен дауам итә.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аронова Р.Е. «Ночные ведьмы»
- Магид А.С. «Гвардейский Таманский авиационный полк»
- Чечнева М.П. «В небе фронтовом»
- Чечнева М.П. «Боевые подруги мои»
- Ракобольская И.В., Кравцова Н.Ф. «Нас называли ночными ведьмами» 2020 йыл 22 февраль архивланған.
- Любовь на линии огня
- Кто есть кто. Софья Бурзаева
- Открытое письмо Софьи Бурзаевой президенту Путину В.В., Главкому Российской армии, в газете "СОВЕТСКАЯ РОССИЯ" № 32-33 (12658), суббота, 12 марта 2005 г.
- 7 октябрҙә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- 22 мартта вафат булғандар
- 2005 йылда вафат булғандар
- Краснодарҙа вафат булғандар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡатын-ҡыҙ авиаторҙар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Осоусылар