Эстәлеккә күсергә

Бочарова Евдокия Давыдовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бочарова Евдокия Давыдовна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 6 февраль 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Добровольное[d], Ипатовский муниципальный округ[d]
Вафат булған көнө 16 сентябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание подполковник[d]
Командалыҡ иткән 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Хәрби подразделение 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден Суворова III степени Александр Невский ордены «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы Ватан һуғышы ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
 Бочарова Евдокия Давыдовна Викимилектә

Бочарова Евдокия Давыдовна (ҡыҙ фамилияһы Карабут, беренсе ире буйынса Бершанская; 6 февраль 1913 йыл, Добровольное (Ставрополь крайы), Рәсәй империяһы — 16 сентябрь 1982 йыл, Мәскәү) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, хәрби осоусы, 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы командиры, гвардия подполковнигы.

Һуғышҡа тиклем йылдарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евдокия Давыдовна Бочарова Ставрополь крайының Добровольное ауылында тыуған. Ата-әсәһе Граждандар һуғышында һәләк була, ағаһы Георгий Середа ғаиләһендә тәрбиәләнә[1]. Благодарный ҡалаһының 1-се урта мәктәбен тамамлай.

1931 йылда Батайск пилот мәктәбенә уҡырға инә. 1932 йылдан 1939 йылға тиклем инструктор сифатында осоусылар әҙерләй.

1939 йылдың сентябрендә уны Пашковская станицаһында (хәҙер Краснодар биҫтәһе) урынлашҡан 218-се махсус ҡулланылыштағы авиаотрядтың авиазвено командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Краснодар ҡала советының депутаты итеп һайлана

Бөйөк Ватан һуғышы барышында 28 йәшендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың бомбардировка авиаполкын етәкләй. Уны билдәле осоусы-ҡатын-ҡыҙ, Советтар Союзы Геройы М. М. Раскова тарафынан ойошторола, ул үҙе 1941 йылда ойошторолған өс полктың береһен етәкләй.

Евдокия Бершанская, ун йыллыҡ стаж менән һәм ойоштороу һәләтенә эйә булған тәжрибәле осоусы булараҡ, 588-се төнгө бомбардировка полкының командиры була. Уның етәкселеге аҫтында полк һуғыш аҙағына тиклем алыша. Тулыһынса ҡатын-ҡыҙҙар составына ишара яһап һәм уның исеме менән шаяртып «Дунька полкы» тип тә йөрөтәләр[2]

1943 йылда полк гвардия исеменә лайыҡ була һәм 46-сы гвардия төнгө бомбардировка Тамань полкы итеп үҙгәртелә. Һуңыраҡ Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм Суворов ордены менән бүләкләнә.

Евдокия Давыдовна етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙар полкы атакаһы шул тиклем уңышлы, йылдам һәм теүәл була, хатта немецтар ҡатын-ҡыҙ-осоусыларға «ночные ведьмы» тип исем таға. 1981 йылда СССР-ҙа Горький исемендәге киностудия "В небе «Ночные ведьмы» фильмын төшөрә, режиссеры полктың элекке осоусыһы Евгения Жигуленко була.

Полктың 23 осоусыһы Советтар Союзы Геройы, 2 — Рәсәй геройы, 1 — Ҡаҙағстан Геройы була. 1945 йылдың октябрь айындағы тарҡатылыуына тиклем полк тулыһынса ҡатын-ҡыҙҙар полкы булып ҡала, частә бөтә вазифаларҙа ла ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәт итә.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуң ире менән Мәскәүгә күсә, унда ҡатын-ҡыҙҙар комитетында, шулай уҡ һуғыш ветерандары комитетында эшләй. 1982 йылдың 16 сентябрендә инфаркттан вафат булв. Новодевичье зыяратында ерләнә[3]

Петр Бершанскийға кейүгә сыға, унан улы тыуа. Әммә никах оҙаҡҡа бармай. Уның фамилияһы аҫтында Евдокия Давыдовна бөтә һуғыш юлын үтә, уның барышында үҙенең икенсе ире менән таныша.

46-сы гвардия һәм 889-төнгө бомбардировка авиаполкының хәрби юлдары көндәрендә гел бергә була, улар бер үк авиадивизияға инә, оҡшаш самолеттарҙа оса, йыш ҡына күрше аэродромдарҙа урынлаша. Полк тарҡалғандан һуң полк командирҙары Евдокия Бершанская менән Константин Бочаров ҡына түгел, шулай уҡ ике полктың да күп кенә осоусылары туй үткәрә (әммә һуғыш ваҡытында полктан бер хәрби хеҙмәткәр ҙә йөклө килеш китмәй)[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евдокия Бершанская — Суворов орденына лайыҡ булған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ

1975 йылда Евдокия Бочароваға Краснодарҙың почётлы гражданы тигән исем бирелә[4]

  • Краснодарҙың Пашковский иҫтәһендә (элекке Пашковская станицаһы) Евдокия Бершанский урамы бар, ә был урамдағы 7-се мәктәптә уның музейы ойошторолған.
  • 1988 йылдың 7 майында Краснодар аэропортында уның һәйкәле асыла[5]
  • 2005 йылда «Кубань» авиакомпанияһы бер самолетын «Бершанская» тип атай[6].
  • Чечняның Сунжен районы Ассиновская станицаһында Бершанская урамы
  • Керчь ҡалаһында Бершанская урамы бар.
  • 2011 йылда Ставрополь крайы Благодарный ҡалаһының Дуся Карабут уҡыған 1-се урта мәктәбе Ставрополь крайы үҙенең 100-йыллығын билдәләй. Уның күренекле уҡыусыларын иҫкә алалар. Мәктәп бинаһына Е. Д. Бершанскаяның мемориаль таҡтаташы ҡуйыла. Ә 2017 йылдың апрелендә мәктәп алдында бюсы ҡуйыла.
  • 2015 йылда Евдокия Давыдовнаға «Благодарный ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелә.
  • 2017 йылда Краснодарҙа Евдокия Бершанская портреты биш ҡатлы торлаҡ йорттоң фасадына төшөрөлә (Лузан урамы, 41).
  • 2017 йылда Е. Д. Бершанскаяға Ставрополдә һәйкәл асыла, ул Бершанская уҡыған элекке педагогия техникумының бинаһы алдына ҡуйыла (Морозов урамы, 8)[7].
  1. «Нас называли ночными ведьмами». «Открытая. Для всех и каждого», Номер 7 от 27 февраля 2013 г. / http://www.opengaz.ru/issues/07-550/nas-nazyvali-nochnymi-vedmami.html(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 Борис Клин. В бой идет «Дунькин полк». Izvestia.ru (7 май 2008). Дата обращения: 16 июня 2008. Архивировано 12 май 2008 года.
  3. Бершанская Евдокия Давыдовна
  4. Диплом почётного гражданина города Краснодара. Администрация Краснодара (22 май 2005). Дата обращения: 18 июнь 2008. Архивировано 15 июль 2009 года. 2009 йыл 15 июль архивланған.
  5. Бершанская Евдокия Давыдовна
  6. Як «Бершанская» появится у «Авиалиний Кубани». Краснодарские известия (24 май 2005). Дата обращения: 18 июнь 2008.
  7. В Ставрополе открыт памятник командиру легендарных «ночных ведьм». Официальный сайт Губернатора Ставропольского края (9 декабрь 2017).
  • Бершанская — командир полка Ночные ведьмы. Ч-1 2020 йыл 29 март архивланған.
  • Бершанская Евдокия Давыдовна (неопр.). biografija.ru. Дата обращения 18 июня 2008. Архивировано 14 марта 2012 года.
  • Награды Евдокии Бершанской (неопр.). Музей СШ № 213 (Москва). Дата обращения 18 июня 2008. Архивировано 14 марта 2012 года.
  • Евдокия Давыдовна Бершанская (неопр.) (недоступная ссылка). Администрация г. Краснодар (20 ноября 2001). Дата обращения 18 июня 2008. Архивировано 17 марта 2007 года.
  • КРАТКАЯ БИОГРАФИЯ гвардии подполковника в отставке бывшего командира 46-го гвардейского Краснознаменного ордена Суворова 3-й степени Таманского женского авиационного полка ночных бомбардировщиков Евдокии Давыдовны Бочаровой-Бершанской. Тираж 100 экз. Типография ООО «Искра» г. Ставрополь.