Бутис палкауник (йыр)
Бутис палкауник | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | халыҡ йыры |
Автор | Халыҡ |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
«Бутис палкауник», «Бутас полковник»[1] — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фонографҡа тәүге тапҡыр ХХ быуаттың 30- сы йылдарында яҙып алына. 1959 йылда йырҙың шиғри тексы варианттарынҠурған өлкәһендә С.Ә.Галин, К.Мәргән, Н. Д. Шоңҡаров яҙып ала. Хәрби һәм кантон башлығына арнап ижад ителгән йырҙар иҫәбенә инә. Йыр лирик эпик характерҙа. Йырҙың көйө аҙ биҙәкле, көйҙөң үҫешендә импульс ролен үтәгән үҫә барыусы кварта интонацияһы характерлы үҙенсәлеге булып тора.
Риүәйәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Беренсе версия
Легендаларҙың береһе буйынса, 1856 йылда Александр II батшаның тәхеткә ултырыу тантанаһында ҡатнашҡан һәм унан полковник дәрәжәһендә ҡайтҡан Бутисовҡа арналған. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, ХIХ быуаттың 50- се йылдарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе кантондарының береһе идаралығында ағалы–ҡустылы Шәйәхмәт менән Мөхәмәтсадиҡ Бутисовтар хеҙмәт иткән. Фаразланыуынса, Ҡуйсан ауылында (хәҙерге Ҡурған өлкәһе, Сафакүл районы) йәшәгәндәр. Йырҙа уларҙың береһе тураһында һүҙ барыуы мөмкин[2].
Икенсе версия (халыҡ йырсыһы, информатор Спартак Ильясов һөйләүенсә бирелә[1]).
Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғас, аҡ батша башҡорттарға хәрби повинность һала: беҙҙең ғәскәрҙәр көнсығыш яҡты (сикте) һаҡларға тейеш була. Барын ырыуы башҡорттары үҙ ерҙәрен ялан яҡтан һаҡлағандар. Силәбе өлкәһенә сиктәш ерҙә ҡәлғә төҙөлгән. Шунда полк ойошторолған. Полктың башлығы итеп Бутас Төпәев тәғәйенләнгән. Ул элек тә байтаҡ ҡына һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Хәҙерге Учалы районындағы Төпәй ауылының исеме ошо Бутас Төпәевкә бәйле, тиҙәр. Кәрим ауылында ла Төпәевтар бар.
Бутас полковник абруйлы, данлы кеше булғанға күрә, уға арнап йыр сығарғандар.
Йырҙың тексы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сапҡан ғына һайын да уҙа, тиҙәр
- Полковник та Бутас та күк аты,
- Эһей, полковник та Бутас та күк аты.
- Сапҡан ғына һайын да уҙмаҫ ине,
- Ул бит данлы Төпәй ҙә ҡеүәте,
- Эй, ул бит данлы Төпәй ҙә ҡеүәте.
Башҡарыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Бутас палкауник» йырын халыҡ йырсылары С. М. Ильясов һәм И. Ф. Батыршин башҡара.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейүле уйындар, Өфө- 1996, 14 −15 биттәр
- ↑ Бутис палкауник (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
• Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1 се кит. Өфө, 1974;
• Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы бейеүле уйындар. Өфө, 1996;
• Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бутис палкауник (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Мусикия