Бутковская Марта Сергеевна
Бутковская Марта Сергеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 март 1944 (80 йәш) |
Тыуған урыны | Орёл, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | китапханасы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бутковская Марта Сергеевна (7 март 1944 йыл) — СССР һәм Рәсәй лингвисы, китапхана, мәҙәниәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марта Сергеевна Бутковская 1944 йылдың 7 мартында Орел ҡалаһында тыуған. 1964 йылда Орел дәүләт педагогия институтын «инглиз теле уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлай.
1964-1973 йылдарҙа дөйөм белем биреү системаһында инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй.
1974—1978 йылдарҙа — Потсдам (ГДР) ҡалаһында китапхана мөдире
1981 йылдан — Мәскәү өлкәһенең «Кунцево» үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы үҙәк китапханаһының уҡыу залы мөдире;
1997 йылда Иллинойс университеты (АҠШ) ЮНЕСКО Фонды стипендианты сифатында менеджмент һәм маркетинг буйынса китапхана эшендә стажировка үтә
1985—2005 йылдар осоронда тәжрибә уртаҡлашыу буйынса Германия, Франция, Финляндия, Бөйөк Британия, Данияла семинарҙарҙа ҡатнаша.
1987—2010 йылдан — «Кунцево» үҙәкләштерелгән китапхана системаһы ГУК директоры[1][2]
1988 йылда Крылатское районында Крылатские холмы урамы, 34-се йорт адресы буйынса китапхана асыу тантанаһы үтә. Шул уҡ 1988 йылда РСФСР Министрҙар Советы бойороғо менән (1989 йылдың 22 июнендә була) китапханаға күренекле шағирә Анна Андреевна Ахматова исеме бирелә.
2014 йылда Көнбайыш административ округы китапханаларын ЗАО Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһына берләштереү менән «Кунцево» Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы Мәскәү «ЦБС ЗАО» А. А. Ахматова исемендәге 197-се Үҙәк китапхана тип үҙгәртелә[3].
Марта Сергеевна етәкселегендә Рәсәйҙә лә[4], шулай уҡ сит илдәрҙә лә бер нисә киң мәҙәни, китапхана-мәғлүмәт проекты тормошҡа ашырыла:
- ЦБС «Кунцево» китапханаларында тулыһынса автоматлаштырыу процестарын индереү;
- Рәсәй китапхана хеҙмәткәрҙәре өсөн ЦБС «Кунцево» янында курстар ойоштороу;
- «Современные тенденции формирования фондов публичных библиотек» (2002) һәм кешеләрҙе «Человек читающий» (2005) уҡыуға йәлеп итеү программаларын эшләү (2005);
- «Информационное обеспечение этнокультурных общностей» проекты — Германияла рус телле халыҡтың китапхана хеҙмәтләндереүен ойоштороу (Кельн, Берлин, Лейпциг ҡалаларында рус китапханаларын асыу);
- ЦБС «Кунцево» китапханаларының насар күреүсе һәм насар ишетеүсе уҡыусылары өсөн махсуслашҡан компьютер технологияларын ойоштороу;
Рәсәй китапханалар ассоциацияһы ағзаһы (рәйестәш)[5]; Мәскәү ҡалаһының асыҡ китапханалар директорҙары советы рәйесе; Мәскәү ҡалаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты коллегияһы ағзаһы;
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- атаһы — Зорин Сергей Михайлович (1908—1965) — инженер-юлсы[6];
- әсәһе Зорина (Кузнецова) Евгения Михайловна — хужабикә, тегеү һәм бәйләү буйынса оҫтабикә;
- Ике балаһы бар
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996);
- «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (1997);
- Халыҡ-ара биография институтынан (АҠШ) «Бизнеста һәм һөнәрҙә иң яҡшы 2000 ҡатын-ҡыҙ» почет билдәһе;
- «Йыл менеджеры» Мәскәү конкурсының абсолют еңеүсе дипломы һәм почет билдәһе (2004);
- Мәскәү Ҡала Думаһынан (1998) һәм Мәск мэрынан Почет грамотаһы (1999)[7]
- Профессиональ һәм йәмәғәт наградалары;
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Публикации более 15 научно-метод. работ, в том числе книги «Публичная библиотека: знаки перемен» (соавтор, 1994).
- Бутковская М. С., Харькова И. В., Шелудько В. Г. Библиотека муниципальный общедоступный информационный центр// Библиотека.-1998.-№ 7.-С. 11-16.
- Бутковская М. С., Шелудько В. Г., Харькова И. В. Публичная библиотека : знаки перемен: Сб. док. и материалов ЦБС «Кунцево»/ Под ред. В. Г. Шеяудько.-М.: НВЦ «Библиомаркет», 1994.- 136 с. (Сер. «Рос. б-ки: идеи, концепции, разработки»).
- Бутковская М. С., Харькова И. В., Шелудько В. Г. ЦБС « Кунцево» : новая стратегия, новые возможности: Сб. док. и материалов.- М.: «Либерея» , 1997.-96 с.
- ряд работ переведены на нем. яз. и опубликованы в профильных журналах Германии (1992—1993).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Макулатура: классическая, техническая, публицистическая : Частный Корреспондент. Дата обращения: 4 май 2020. 2021 йыл 20 октябрь архивланған.
- ↑ Российский комитет Программы ЮНЕСКО "Информация для всех" - Новости . www.ifapcom.ru. Дата обращения: 4 май 2020.
- ↑ ЦБС ЗАО — SMART-библиотека (Центральная библиотека №197 им. А.А. Ахматовой) . bibliozao.ru. Дата обращения: 5 май 2020.
- ↑ В текущем году в столице открылось 46 интеллект-центров. РИА Новости (25 ноября 2004). Дата обращения 5 мая 2020.
- ↑ 14. Секция публичных библиотек. Историческая справка РОССИЙСКАЯ БИБЛИОТЕЧНАЯ АССОЦИАЦИЯ . www.rba.ru. Дата обращения: 4 май 2020.
- ↑ Бутковская Марта Сергеевна . www.rusperson.com. Дата обращения: 4 май 2020.
- ↑ 15 сентября на заседании Московской городской Думы состоялось награждение Почетными грамотами и Почетными дипломами Московской городской Думы. Московская городская Дума. Дата обращения: 4 май 2020. 2021 йыл 1 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Российские библиотекари: Москва / [составитель Н. А. Забелина]. — Москва : Альфа-М, 2009. — 339, [12] с. : портр. ; 22 см. — Алф. указ. в конце кн. — 1000 экз. — ISBN 978-5-98281-164-6 (в пер.)