Эстәлеккә күсергә

Буторин Виктор Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буторин Виктор Васильевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 26 сентябрь 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Семей, Дала генерал-губернаторлығы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 март 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Лукьянов хәрби зыяраты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы

Буторин Виктор Васильевич (26 сентябрь 1898 йыл — 7 март 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының взвод командиры. Гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Виктор Васильевич Буторин 1898 йылдың 26 сентябрендә Семипалатинск ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ. 9 класс тамамлаған. 19181924 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә, һуңынан ҡулланыусылар кооперацияһы системаһында эшләй.

1941 йылдың октябрендә ҡабаттан Ҡыҙыл армия сафтарына саҡырыла. 1943 йылдан — ғәмәлдәге армияла. Ошо уҡ йылда ВКП(б)-ға инә.

Гвардия өлкән сержанты Виктор Буторин Днепр йылғаһы өсөн алышта айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә. 1943 йылдың 21 сентябрендә Перше Травня ауылы (Украина, Чернигов өлкәһе, Городнянск районы) өсөн алыш ваҡытында ул, ике тапҡыр яраланған булыуына ҡарамаҫтан, ауыл тулыһынса азат ителгәнгә тиклем яу яланын ташламай.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Буторин Виктор Васильевич «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3010-се һанлы) тапшырыла[1][2].

Һуғыш бөткәндән һуң лейтенант Буторин — запаста, Киевта йәшәй һәм эшләй. 1974 йылдың 7 мартында вафат була. Киевта Лукьянов хәрби зыяратында ерләнгән[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. В. Буторкиндың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.

  1. 1,0 1,1 Герои страны. Буторин Виктор Васильевич. Дата обращения: 23 ғинуар 2009. Архивировано 25 март 2012 года.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.