Буҙ тумыртҡа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буҙ тумыртҡа
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы P. canus
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Picus canus J.F.Gmel., 1788[1][2][3][…]
Таксономия рангыһы Төр[1][2][4][…]
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон Зелёные дятлы[d][1]
Таксондың халыҡ атамаһы cnocell benllwyd[5], Grey-headed Woodpecker[2][6][3][…], Grauspecht[2][3][7][…], Pito cano[2][3][8][…], picot cendrós[2][3][8][…], žluna šedá[2][3][8][…], hallpea-rähn e. hallrähn[2][3][8][…], Gråspett[2][3][8][…], Седой дятел[2][3][8][…], ヤマゲラ[2][3][8][…], Gråspætte[2][3][8][…], harmaapäätikka[2][3][9][…], hamvas küllő[2][3][8][…], dzięcioł zielonosiwy[2][3][8][…], žlna sivá[2][3][8][…], gråspett[2][3][8][…], Grijskopspecht[2][3][8][…], Pic cendré[2][3][8][…], Picchio cenerino[2][3][8][…], peto-cinzento[2][3][8][…], pivka[2][3][8][…], นกหัวขวานเขียวหัวดำ[2][3][8][…], Grey-faced Woodpecker[6], Grey-headed woodpecker[6], pilkoji meleta[2][3][8][…], Pelatuk muka-kelabu[3][10][8], Gráspæta[3][10][8], pelēkā dzilna[2][3][8][…], grijskopspecht[7], pic cendré[7], grey-headed woodpecker[7], жовна сива[8][10], Ránesčáihni[8][10], Cnagaire ceannliath, Speg louet, Snoggeyder kione-lheeah, siva žuna[10] һәм 灰头绿啄木鸟[11][12][13]
Эндемик булган төбәктәр Pakhui Tiger Reserve[d][14][15], Букса[d][16][17][18], Asan Conservation Reserve[d][19], Намдапха[d][20][21], Chail Sanctuary[d][22], Maenam Wildlife Sanctuary[d][23], Kitam bird sanctuary[d][23], Намери[d][24][25], Sunderbans Wildlife National Park[d][26], Горумара[d][27], Chapramari Wildlife Sanctuary[d][28], Долина Неоры[d][29], Mahananda Wildlife Sanctuary[d][30], Jaldapara National Park[d][31], Chintamoni Kar Bird Sanctuary[d][32], Fambong Lho Wildlife Sanctuary[d][33], Khecheopalri Lake[d][34], Pelling[d][35], Юксом[d][36], Dehing Patkai National Park[d][37], Казиранга[38], Манас[d][39], Оранг[d][40], Bherjan Reserve Forest[d][41], Amchang Wildlife Sanctuary[d][42], Dibru-Saikhowa National Park[d][43], Garbhanga Reserve Forest[d][44], Hoollongapar Gibbon Sanctuary[d][45], Kholahat Reserve Forest[d][46], Jeypore Reserve Forest[d][47], Panbari Reserve Forest[d][48], Kamlang Wildlife Sanctuary[d][49], Eaglenest Wildlife Sanctuary[d][50], Mehao Wildlife Sanctuary[d][51] һәм Mishmi Hills[d][52]
Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлегенең һаҡ статусы находятся под наименьшей угрозой[d][53]
Төр ареалы картаһы
Status in the Red List of Threatened Species in the Czech Republic уязвимы[d][54]
Размер выводка 6[55]
Яиц инкубационный период 15 тәүлек[56]
 Буҙ тумыртҡа Викимилектә

Буҙ тумыртҡа (седой дятел), йәшел буҙ тумыртҡа , йәки буҙ башлы тумыртҡа (лат. Picus canus) — тумыртҡалар ғаиләһенән урман ҡошо, йәшел тумыртҡаның яҡын туғаны. Европаның үҙәк райондарынан көнсығышҡа ҡарай Тымыҡ океан ярҙарына, Малакка ярымутрауы һәм Суматраға тиклем таралған. Ҡышҡы ваҡытта оялау ареалы сиктәрендә күсмә тормош алып бара, тропиктарҙа ултыраҡ йәшәй. Һәр ерҙә лә һирәк осрай торған ҡош тиерлек, тик был антропоген факторҙар менән бәйле түгел.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күгәрсендән бәләкәйерәк. Башы, кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө буҙ төҫтә. Тамағы, түше аҡһыл һары. Ҡанаттары, һырты, ҡойроҡ өҫтө йәшкелт көрән. Ҡанаттарының осонда буй, ҡойроҡ өҫтөндә арҡыры аҡ һыҙыҡтар бар. Маңлайы ҡыҙыл. Йәшел тумыртҡанан дөйөм буҙ төҫө менән айырыла. Унан бәләкәйерәк. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 25—28 см, ҡанаттарының ҡоласы 38—42 см, ауырлығы 90—170 г[57]. Йәшел тумыртҡа менән сағыштырғанда буҙ тумыртҡаның башы йоморораҡ һәм суҡышы ҡыҫҡараҡ. Баштарының төҫө менән был ике төр айырыла— әгәр йәшел тумыртҡаның ике затында ла ҡыҙыл «башлыҡ» маңлайынан алып муйына тиклем килә, ә буҙ тумыртҡаның ул тик ата ҡошта ғына була, уныһы ла маңлайында ҙур булмаған ҡыҙыл тап менән сикләнгән. Буҙ тумыртҡаның «мыйыҡтарының» ҡара һыҙығы һиҙелерлек нәҙек. Әгәр йәшел тумыртҡаның күҙе тирәләй ҙур ҡара тап булһа, ул буҙ тумыртҡаның күҙе араһында һәм суҡышының төбөндә генә. Арҡаһы, ҡойроҡ өҫтө һарғылт-йәшел, ҡорһағы йәшкелт төҫмөрлөк менән асыҡ-һоро. Суҡышы һарғылт-һоро, күҙенең шекәрәһе гәрәбә төҫөндә[58]. Тауышы яңғырауыҡлы: «киәй-киәәй».

Буҙ тумыртҡа һыҙғырыуы

Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ареалы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәбиғи ареалы Франция, Швейцария һәм Хорватиянан алып көнсығышҡа Сахалин һәм Хоккайдоға тиклем Евразияның ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарының тар һыҙатын, шулай уҡ көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш Азияның көньяҡҡа ҡарай Малай ярымутрауы һәм Суматраға тиклем ҙур өлөшөн үҙ эсенә ала. Ареалдың төньяҡ сиге тотош тайга сиге буйлап — Скандинавияла 64° төньяҡ киңлеге районында, Рәсәйҙең европа өлөшөндә Ленинград, Вологда өлкәләре һәм Коми Республикаһының көньяҡ өлөшө аша, Уралда һәм Көнбайыш Себерҙә 61-се параллель районы аша, Байкалдың төньяҡ осо, Витим яҫылығының көньяҡ өлөшө, Аргунь тамағы аша, Приморьела Горюн йылғаһы тамағы аша үтә[59].

Ареалдың көньяҡ осо урман-дала зонаһы аша үтә. Европала Урта Францияның, Болгарияның көньяғына, Днестр тамағына, Днепропетровск өлкәһенең көньяҡ өлөшөнә тиклем тарала. Себерҙә көньяҡҡа Барнаулға тиклем, көньяҡ-көнбайыш Алтайға, Монгол Алтайының төньяҡ өлөшөнә, Хангай һәм Хэнтэйға тиклем осрай. Алыҫ Көнсығышта ареал ҡырҡа көньяҡҡа китә, Ҡытайҙың бөтә көнсығышын, Кореяны, Һинд-Ҡытай һәм Суматра утрауҙарын үҙ эсенә ала. Ҙур булмаған айырым участка Гималай тауҙары алдында һәм үҙәндәрендә урынлашҡан[59].

Йәшәү урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Япраҡлы урмандарҙа йәшәй. Ныҡ ҡуйы урман булмаған асыҡ участкаларға —ҙур булмаған туғайҙарға, һыубаҫар урмандарға, емеш-еләк баҡсаларына, парктарға өҫтөнлөк бирә. Тулыһынса асыҡ ерҙәрҙә лә осрай, тик урманға яҡын урындарҙа. Европала диңгеҙ кимәленән 1700 м бейеклектәге тауҙарҙа, Непалда— 2600 м, Суматрала —2000 м.тиклем бейеклектә оялай[60]. Оялау осоронда тотошлай тайганан, кедр урмандары тибынан ары тора, әммә көҙ көнө унда ла осоп инә[61].

Туҡланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туҡланыу рационы йәшел тумыртҡаныҡына ҡарағанда бер аҙ төрлөрәк. Уның нигеҙен ҡырмыҫҡалар, имаго һәм термиттарҙың ҡарышлауыҡтар тәшкил итә. Ағас бөжәктәре һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Бынан тыш, буҙ тумыртҡа бөжәктәр (мәҫәлән, ҡарышлауыҡтар ҡуңыҙ, сиңерткә) һәм үрмәксе һымаҡтар менән туҡлана. Көҙ һәм ҡыш үҫемлек аҙыҡтар — ҡайһы бер емеш ағастарының емештәрен (алмағас, груша, сейә), еләк, сәтләүек, имән сәтләүеге ҡуллана. Йылдың һалҡын ваҡыттарында йыш ҡына тағараҡтарға килә[60]. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.

Урсеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инә тумыртҡа

Үрсеү өсөн тәүге йылдың аҙағында тотона. Ата ҡоштоң ҡарығыу тауыштарын Европала ғинуар аҙаҡтарында уҡ ишетергә була. Әүҙем гөрләшеүе май аҙағына тиклем дауам итә[62]. Пар булдырғансы тумыртҡалар, бер урындан икенсе урынға күсеп, хәрәкәтсән булалар. Участка һайлап алып та, әгәр инә ҡош килмәһә, ата ҡош урынды ташлап китә. Әгәр парҙар формалашһа, ҡоштар күсеп йөрөүҙән туҡтай һәм һайлап алынған территорияла туҡтала

Picus canus

Ағас кыуыштарында оялай. Оя ағас ҡыуышында ер өҫтөнән 0,2—24 метр бейеклектә (ғәҙәттә, 1,5—8) урынлаша. Ғәҙәттә япраҡлы ағасты — саған, уҫаҡ, ҡара ерек, ҡайын, ҡайһы саҡта йә йығылған һәм бәшмәк үҫкән ағасҡаоя ҡора. Оя ҡороу өсөн 9 тәүлектән алып 20 тәүлеккә тиклем ваҡыт үтә, ата ҡош та инә ҡош та ояны уйып яһай[60]; ағас ҡыуышының тәрәнлеге 25-30 сантиметр, ҡыуыштың диаметры 15-20 см, осоп инеү урынының диаметры 6 сантиметр тирәһе була. Ояла 4—5 йомортҡа һала. Йомортҡалары аҡ, күләме (24-31). х. (19-24) мм. Ике пар ҙа баҫып сығара, өҫтәүенә, төндә күп өлөшөн ата ултыра. Был осорҙа парҙың ике ағзаһы ла үҙҙәрен шым һәм йәшерен тота. 14-17 көндән ҡош балалары донъяға килә, ата һәм инә ҡош берҙәй булып нәҫелдәрен ашата. 23-27 ҡош балаларының ҡанттары нығына, әммә йәй уртаһына тиклем улар ата-әсәһе тирәһендә була, шунан һуң таралалар[60].


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иванов, А. И.; Козлова, Е. В.; Портенко, Л. А.; Тугаринов, А. Я. Часть 2. // Птицы СССР. — М.: Издательство Академии наук СССР, 1953.
  • Мальчевский А. С.; Пукинский Ю. Б. Птицы Ленинградской области и сопредельных территорий. — Л.: Издательство Ленинградского университета, 1983.
  • Рябицев, В. К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель. — Екатеринбург: Изд-во Урал. ун-та, 2001. — 608 с. — ISBN 5-7525-0825-8.
  • Степанян, Л. С. Конспект орнитологической фауны России и сопредельных территорий. — Москва: Академкнига, 2003. — 808 с. — ISBN 5-94628-093-7.
  • Gorman, Gerard. Woodpeckers of Europe. A Study to European Picidae. — Bruce Coleman Books, 2004. — 192 с. — ISBN 1-872842-05-4. (инг.)
  • Mullarney, Killian; Svensson, Lars; Zetterström, Dan; Grant, Peter J. Birds of Europe. — United States: Princeton University Press, 2000. — 400 p. — ISBN 978-0-691-05054-6.
  • Cramp, Stanley; Simmons, K.E.L. The Birds of the Western Palearctic. — Oxford University Press, 1986. — Т. Vol. IV - Terns to Woodpeckers. — 960 с. — ISBN 978-0198575078. (инг.)
  • Winkler, Hans; Christie, David A. Family Picidae (Woodpeckers) // Handbook of the birds of the world. — Barcelona: Lynx Edicions, 2006. — Т. Volume 7: Jacamars to Woodpeckers. — ISBN 84-87334-37-7.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Integrated Taxonomic Information System (ингл.) — 1998.
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 2,19 2,20 2,21 2,22 2,23 2,24 IOC World Bird List Version 6.3 — 2016. — doi:10.14344/IOC.ML.6.3
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 3,19 3,20 3,21 3,22 3,23 3,24 3,25 IOC World Bird List Version 6.4 — 2016. — doi:10.14344/IOC.ML.6.4
  4. IOC World Bird List. Version 7.2 — 2017. — doi:10.14344/IOC.ML.7.2
  5. Gwefan Llên Natur
  6. 6,0 6,1 6,2 Красная книга — 1964.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Бельгийский список видов
  8. 8,00 8,01 8,02 8,03 8,04 8,05 8,06 8,07 8,08 8,09 8,10 8,11 8,12 8,13 8,14 8,15 8,16 8,17 8,18 8,19 8,20 8,21 8,22 8,23 IOC World Bird List. Version 10.1 — 2020. — doi:10.14344/IOC.ML.10.1
  9. https://laji.fi/taxon/MX.30530 — 2012.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 IOC World Bird List. Version 10.2 — 2020. — doi:10.14344/IOC.ML.10.2
  11. (unspecified title)doi:10.17520/BIODS.2021201
  12. (unspecified title)doi:10.17520/BIODS.2021396
  13. 李家兴, 周丽萍, 孙家杰, 谭筱彩, 蒋爱伍 广西山地农业化背景下鸟类多样性比较, Bird diversity in different habitats under agriculturalization in Guangxi, China (ҡыт.) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 5. — Б. 21515. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2021515
  14. https://www.birdsofindia.org/location/773/Pakke%20TR
  15. https://ebird.org/hotspot/L4393809?yr=all&m=&rank=mrec
  16. https://www.birdsofindia.org/location/254/Buxa%20TR
  17. https://d1wqtxts1xzle7.cloudfront.net/55629733/Sivakumar-Buxa1.pdf?1516865483=&response-content-disposition=inline%3B+filename%3DSivakumar_Buxa.pdf&Expires=1616329322&Signature=StbSqRJ7xNm~fETRcp-ERv0D6KVUoKKHlXeR9BrnZIP9LBCtQiaBEe8G1oy5R5~i6iWvvOYewDNfNCs2g6jFQsEzaJr7Z4fsLMLjdCqiz9L9ecYzcg1WPu~EdwZZvWLGzKo4ysFwSVA-Vw36ulVvxb2DZumh7Rhj84-58VA2m~0eHyA19lYk4CDnhsNstSgQdrXZyMeFt2ENwUdAfaM74ilYjSTYTm85x213jYTYT7ig-Gt-xoOlFNsCUvEoNrozYEnYbH7ADpqUhQb4vN-FzQwO0CJZk3mxc~xnnGe8FMUVr48SZHJNGsmKTiNnLjSGJp6g9zfRrhF843OTWvC1mA__&Key-Pair-Id=APKAJLOHF5GGSLRBV4ZA
  18. https://ebird.org/hotspot/L7007251?yr=all&m=
  19. https://rsis.ramsar.org/RISapp/files/31435783/documents/IN2437_taxo200527.pdf
  20. https://www.researchgate.net/profile/Aparajita-Datta-2/publication/287003826_The_birds_of_Namdapha_National_Park_and_surrounding_areas_Recent_significant_records_and_a_checklist_of_the_species/links/56b8980d08ae5ad3605f421d/The-birds-of-Namdapha-National-Park-and-surrounding-areas-Recent-significant-records-and-a-checklist-of-the-species.pdf
  21. https://ebird.org/hotspot/L3053752?yr=all&m=&rank=mrec
  22. https://www.ijsr.net/archive/v4i10/SUB158782.pdf
  23. 23,0 23,1 https://www.researchgate.net/profile/Bishnu-Sharma-2/publication/345326775_A_preliminary_survey_of_bird_communities_of_South_Sikkim_India/links/5fa3f7a4a6fdcc0624151fac/A-preliminary-survey-of-bird-communities-of-South-Sikkim-India.pdf
  24. https://ebird.org/hotspot/L2182902
  25. https://ebird.org/hotspot/L2182902?yr=all&m=&rank=mrec
  26. https://ebird.org/hotspot/L3915579
  27. https://ebird.org/hotspot/L3660877
  28. https://ebird.org/hotspot/L4258925
  29. https://ebird.org/hotspot/L11277996?yr=all&m=&rank=mrec
  30. https://ebird.org/hotspot/L3010063?yr=all&m=&rank=mrec
  31. https://ebird.org/hotspot/L9448561?yr=all&m=&rank=mrec
  32. https://ebird.org/hotspot/L2648992?yr=all&m=&rank=mrec
  33. https://ebird.org/hotspot/L4022825?yr=all&m=&rank=mrec
  34. https://ebird.org/hotspot/L3031224?yr=all&m=&rank=mrec
  35. https://ebird.org/hotspot/L2567336?yr=all&m=&rank=mrec
  36. https://ebird.org/hotspot/L10273019?yr=all&m=&rank=mrec
  37. https://ebird.org/hotspot/L4314175?yr=all&m=&rank=mrec
  38. https://ebird.org/hotspot/L976256?yr=all&m=&rank=mrec
  39. https://ebird.org/hotspot/L2678036?yr=all&m=&rank=mrec
  40. https://ebird.org/hotspot/L3819005?yr=all&m=&rank=mrec
  41. https://ebird.org/hotspot/L4314217?yr=all&m=&rank=mrec
  42. https://ebird.org/hotspot/L4465120?yr=all&m=&rank=mrec
  43. https://ebird.org/hotspot/L3612445?yr=all&m=&rank=mrec
  44. https://ebird.org/hotspot/L2648253?yr=all&m=&rank=mrec
  45. https://ebird.org/hotspot/L4236848?yr=all&m=&rank=mrec
  46. https://ebird.org/hotspot/L2604661?yr=all&m=&rank=mrec
  47. https://ebird.org/hotspot/L4507641?yr=all&m=&rank=mrec
  48. https://ebird.org/hotspot/L1131614?yr=all&m=&rank=mrec
  49. https://ebird.org/hotspot/L3612426?yr=all&m=&rank=mrec
  50. https://ebird.org/hotspot/L2507946?yr=all&m=&rank=mrec
  51. https://ebird.org/hotspot/L4700860?yr=all&m=&rank=mrec
  52. https://ebird.org/hotspot/L4573727?yr=all&m=&rank=mrec
  53. The IUCN Red List of Threatened Species 2021.3 — 2021.
  54. https://portal.nature.cz/publik_syst/nd_nalez-public.php?idTaxon=1334 (чеш.)Agentura ochrany přírody a krajiny České republiky.
  55. Jetz W., Sekercioglu C. H., Böhning-Gaese K. The worldwide variation in avian clutch size across species and space (ингл.) // PLoS Biol. / J. A. EisenPLoS, 2008. — Vol. 6, Iss. 12. — P. 2650—7. — ISSN 1544-9173; 1545-7885doi:10.1371/JOURNAL.PBIO.0060303PMID:19071959
  56. del Hoyo, J., Elliott, A., Sargatal, J., Christie, D.A. & de Juana, E. (eds.). Handbook of the Birds of the World (ингл.)Barcelona: Lynx Edicions.
  57. Рябицев, 2001, с. 341
  58. Mullarney et al., 2000, с. 224
  59. 59,0 59,1 Степанян, 2003, с. 307
  60. 60,0 60,1 60,2 60,3 Winkler, Christie, 2006, p. 543
  61. Седой дятел Picus canus Gmelin, 1788. Птицы Средней Сибири. birds.krasu.ru. Дата обращения: 18 май 2010. Архивировано 26 апрель 2012 года.
  62. Gorman, 2004, p. 57—68