Бычков Владимир Николаевич
Бычков Владимир Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 декабрь 1961 (62 йәш) |
Тыуған урыны | Салауат, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | спортсы, тренер |
Эш урыны |
коррекционная школа[d] Өфө |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт физик культура университеты |
Тренер | Пегов Валентин Алексеевич һәм Буйлов Пётр Захарович |
Спорт төрө | Еңел атлетика, Дзюдо һәм паралимпийское пятиборье[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бычков Владимир Николаевич (25 декабрь 1961 йыл) — спортсы, тренер. 2008 йылдан Өфөләге 28-се коррекцион интернат-мәктәптең уҡытыусы-тренеры. 1992—1999 йылдарҙа еңел атлетика буйынса РСФСР (1979—1991) һәм Рәсәй (1992—1999) йыйылма командалары ағзаһы. 1996 йылғы Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры (2003).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Николаевич Бычков 1961 йылдың 25 декабрендә Башҡорт АССР-ының Салауат ҡалаһында тыуған. 1990 йылда Стәрлетамаҡ физик культура техникумын, 2012 йылда Урал дәүләт физик культура академияһын тамамлай. Еңел атлетикала йүгереүҙә,һөңгө сөйөүҙә, бишбәйгелә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән спортсмен. “Спартак” ирекле спорт йәмғиәте (ДСО) тәрбиәләнеүсеһе — тренеры П.З.Буйлов. 1979 йылдан 1991 йылға тиклем РСФСР һәм 1992 йылдан алып Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.
Спорт карьераһы тамамланғандан һуң тренерлыҡ һәм уҡытыусылыҡ эшенә күсә. Өфө «Нур» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш тренеры. Һуҡыр һәм күреү һәләте насар булған балалар өсөн Өфөләге 28-се интернат-мәктәптә эшләй. Һуҡырҙар араһында физик культура һәм спорт һәм реабилитация эшмәкәрлеген ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Һуҡырҙар спорты Федерацияһы Президиумы ағзаһы [1].
Уңыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1996 йылда Атланталағы Паралимпия уйындарында (АҠШ) бишбәйгеһендә лидер сифатында ҡатнаша[1];
- 1994 йылда бишбәйгелә донъя чемпионаты призеры;
- 1993 йылда 4х100 метрлыҡ эстафетала Европа чемпионы;
- 1993 йылда Европа чемпионатында бишбәйгелә һәм һөңгө сөйөүҙә көмөш призер;
- 1996, 1998 йылдарҙа дзюдо көрәше буйынса Европа Кубогын яулаусы.
- РСФСР чемпионы 1979, 1981, 1981, 1983, 1985, 1987—1991; 1983, 1985, 1991 йылдарҙа бишбәйгелә; 1983, 1985, 1987, 1989 йылдарҙа һөңгө сөйөүҙә;
- 1992—1995 йылдарҙа бишбәйгелә Рәсәй чемпионы;
- 1992—2001, 2003 йылдарҙа йүгереүҙә Рәсәй чемпионы;
- 2003 йылда һөңгө сөйөү буйынса Рәсәй чемпионы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Еңел атлетика буйынса «Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры» (1993)
- Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры (2003)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Спорт на Урале /Бычков Владимир Николаевич 2021 йыл 24 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бычков Владимир Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Спорт на Урале /Бычков Владимир Николаевич 2021 йыл 24 декабрь архивланған.