Бүздәк
Ауыл | |
Бүздәк рус. Бepl`r | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар |
54°34′16″ с. ш. 54°31′51″ в. д.city(10450)_region:RU_scale:100000 HGЯO |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1740-е |
Элекке исеме |
Табанлыкүл |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар, башҡорттар, рустар |
Этнохороним |
буздя́кцы; буздяко́вец, буздяко́вцы[2] |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34773 |
Почта индексы |
452710, 452711 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Бүздәк (рус. Буздяк) — Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районындағы ауыл, ошо исемдәге район үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 10323 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80217807001.
Сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бүздәк консерва комбинаты[4]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 10323 | 4783 | 5540 | 46,3 | 53,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғисмәтулла Кинйәкәев (1792—?) — хәрби эшмәкәр, йорт старшинаһы. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Ибраев Рәшит Әхмәтзыя улы (24.02.1959), ғалим-математик, океандағы физик процесстарҙы математик моделләштереү өлкәһендәге белгес, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2008), физика-математика фәндәре докторы (2002), профессор (2008). Табанлыкүл ауылынан (хәҙер Бүздәккә ҡушылған-?).
- Ҡотошов Наил Муллайән улы (1926—2007) — хужалыҡ эшмәкәре. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1981).
- Нәбиева Венера Рөстамхан ҡыҙы (1.01.1943—26.05.2012), журналист, 1969—1998 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе, СССР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[5].
- Саҡаева Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы (15.01.1916—16.05.2007), табип-нефролог. 1947—1990 йылдарҙа Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1958—1984 йылдарҙа бөйөр ауырыуҙары бүлеге мөдире. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1966), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1956).
- Чанбарисов Шәйхулла Хәбибулла улы (9.05.1916—4.10.1996), ғалим-тарихсы, фән һәм мәғарифты ойоштороусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт дәүләт университетының беренсе ректоры. 1973—1981 йылдарҙа Өфө вуздары ректорҙары советы рәйесе. Тарих фәндәре докторы (1975), профессор (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). Октябрь Революцияһы (1972), ике Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1943), Александр Невский (1945), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), ике Почёт Билдәһе (1961, 1967) ордендары кавалеры.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Городецкая И. Л., Левашов Е. А. Бүздәк // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 59. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Бүздәк консерва комбинаты 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2019)
- ↑ Общественный фонд культуры имени Мажита Гафури. Официальный сайт. Годы — ступени жизни, творчество — ключи от сердца. (В память Набиевой Венеры Рустамхановны) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2017)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бүздәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 март 2021)81148
- Буздяк на портале «Генеалогия и Архивы»
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |