Эстәлеккә күсергә

Бөрйән (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Бөрйән (Берйән) — башҡорт ир-ат исеме.Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Бөрйән — боронғо башҡорт ырыуы атамаһынан, бер йән тигәндән алынған[1]

Байымов Бөрйән Сафа улы (7 февраль 1948 йыл — 26 ноябрь 2004 йыл) — (7 февраль 1948 йыл — 26 ноябрь 2004 йыл) — ғалим-фольклорсы, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы һәм журналист. Филология фәндәре кандидаты (1993). Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты (1987).

Бурзянцев Александр Данилович (19 октябрь 1928 йыл25 май 1997 йыл) —рәссам, 1958 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), БАССР-ҙың халыҡ (1979) рәссамы һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1986).

Бөрйәнйылға (рус. Бурзян-Елга) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.

Сәтәй-Бөрйән (рус. Чятай-Бурзян) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл.

Бөрйән — Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районындағы Үтәкәй ауылының икенсе атамаһы.

Бөрйән — башҡорт ҡәбиләһе. Башҡорт халҡы араһында иң күптәрҙән һәм боронғоларҙан һанала.
Бөрйән — Башҡортостандың муниципаль районы.

Бөрйән Түңгәүер ихтилалы — 1920 йылда Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Тамьян-Ҡатай кантоны һәм Үҫәргән кантоны халҡының большевиктарға ҡаршы ҡораллы күтәрелеше.

Бөрйән-Түңгәүер кантоны (рус. Бурзян-Тангауровский кантон) — Башҡорт Автономиялы Республикаһы кантоны.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ