Эстәлеккә күсергә

Монастырский Вадим Наумович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вадим Монастырский битенән йүнәлтелде)
Монастырский Вадим Наумович
Тыуған

12 декабрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (78 йәш)

Һөнәрҙәре

пианиносы, музыка педагогы

Инструменттар

фортепиано

Наградалар

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы

Монастырский Вадим Наумович (12 декабрь 1945 йыл) — музыкант-пианиносы, педагог. 1970—1987 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. С. Рубин исемендәге Йәрүсәлимузыка һәм бейеү академияһы профессоры, һәләтле балалар өсөн музыка пансионына нигеҙ һалыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977).

Вадим Наумович Монастырский 1945 йылдың 12 декабрендә Ленинградта тыуа. Әсәһе — Виктория Арнольдовна Канторович, үгәй атаһы — Монастырский, Вадим уның фамилияһын ала.

Ленинградта ул С. С. Ляховицкая исемендәге музыка мәктәбендә, унан һуң Римский-Корсаков исемендәге училищела (Наталья Шпигель һәм Марианна Френдлих кластары) уҡый.

Ленинградта консерваторияға инә алмағас, Вадим Наумович Мәскәүгә китә һәм Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтына инә (Генрих Нейгауздың уҡыусыһы профессор Теодор Давидович Гутман класы).

1970 йылда институтты тамамлай һәм Өфөгә сәнғәт институтына уҡытыусы итеп эшкә йүнәлтелә. Педагог булып йөрөгәндә 1973 йылға тиклем аспирантурала Т. Д. Гутманда камиллашыуын дауам итә.

Өфөлә Вадим Наумович ай һайын тиерлек бер нисә ҙур концерт программаһы уйнай, ә 11 ноябрҙә, Теодор Давидович Гутмандың тыуған көнөндә, Монастырский Гнесиндар исемендәге институттағы курсташы һәм Гутман класы буйынса төркөмдәше Игорь Дмитриевич Лавров (әле Венесуэла консерваторияһы профессоры) менән ҙур клавирабенд (фортепиано кисәһе) бирер булалар, быны улар тотош бер традицияға әйләндерә.

Институтта 17 йыл уҡытҡандан, ил буйлап концерттар биреп йөрөгәндән һәм халыҡ-ара конкурстарҙа уңыштар яулағандан һуң Вадим Монастырский 80-се йылдар аҙағында тыуған ҡалаһына ҡайта, Ленинград консерваторияһының махсус фортепиано кафедраһы доценты була. 1990 йылда ғаиләһе менән Израилгә йәшәргә күсә.

1990 йылдан Вадим Монастырский — Рубин исемендәге Йәрүсәлим Музыка һәм бейеү академияһы профессоры.

Профессор Монастырскийҙың ҡатыны сифатында Израилгә килгән Дарья Орлова Тель-Авив Музыка академияһында Арье Вардиҙа белем алыуын тамамлай, шунан Петербургтағы тыуған консерваторияһына аспирант булып ҡайта, Кельнда профессор Павел Гилиловта стажировка үтә, шунда уҡ доктор дәрәжәһенә һынау үтә.

2006 йылда Израилдең Од-а-Шарон ҡалаһында Монастырский ҡатыны Дарья Монастырская менән шәхси йортта балалар өсөн музыка мәктәбе аса, уны Фортепиано Академияһы тип атай. "Монастырскийҙарҙың Музыка Академияһы"ның адресы — Ход-Ашарон, Ашикмим урамы, 22.

Музыка мәктәп-интернаты рус пианиносыһы, П. И. Чайковскийҙың уҡыусыһы Николай Сергеевич Зверев принциптары буйынса ойошторола. Зверев 1870 йылда Мәскәүҙә музыка пансионы аса, унда һәләтле үҫмерҙәр уҡый һәм йәшәй. Пансион уҡыусылары араһында Рахманинов, Игумнов, Пресман, Самуэльсон була. Пансионда йәшәмәһә лә, буласаҡ композитор Скрябин Зверевта белем ала. Һуңынан Зверевтың уҡыусылары консерваторияға — Николай Рубинштейн, Сафонов һәм башҡаларҙың кластарына күсә.

Монастырскийҙың музыка мәктәбендә (академияһында) балалар белем ала, туҡлана, уйнай. Педагогтар уҡыусыларға музыкаль оҫталыҡ ҡына түгел, пианиносы хәрәкәттәренең иркенлеген, художестволы зауыҡ, төп нөсхәле композитор күрһәтмәләре булған нота текстарына хөрмәт тәрбиәләргә тырыша. Улар донъя мәҙәниәтен өйрәнә.

Монастырский Вадим Наумович Вианы да Мотталағы (Португалия), Саммит Пианолағы (Нью-Йорк), Бургостағы (Испания) халыҡ-ара конкурстарҙың жюри составына инә, 2007 йылдан ул башҡарыусы музыканттарҙың Өфөләге Заһир Исмәғилев исемендәге Халыҡ-ара конкурсының жюри составына ла инә. Ул Санкт-Петербургта, Мейәстә оҫталыҡ дәрестәре бирә, Башҡортостан ҡалаларында концерттар менән сығыш яһай.

Вадим Наумович — музыканттар, педагогтар тураһындағы хәтирәләрҙән торған мәҡәләләр авторы.

1-се ҡатыны — Камаева Ғәлиә Хөснулла ҡыҙы. Вадим Наумовичтың унан Өфөлә тыуған ике улы бар. 2-се ҡатыны — Дарья Орлова. Вадим Наумович менән Дарьяның Израилдә донъяға килгән бер улдары бар.

Томер Гвирцман — лауреат конкурса Пнина Зальцман конкурсы һәм Шопен исемендәге конкурс лауреаты. Майя Тамит, Тина Ронкин, Нив Коен — халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаттары.

Монастырский В. Н. халыҡ-ара конкурстарға Бөтә Союз һайлау алыуҙарында ете тапҡыр ҡатнаша, ниһайәт, Будапешттағы Лист һәм Барток исемендәге конкурсҡа үтә . Һайлап алыу Өфөлә үткәрелә, бында уға консультациялар биреү өсөн педагог Т. Д. Гутман килә. Һөҙөмтәлә 1976 йылда ул Лист — Барток исемендәге Будапешт конкусрының өсөнсө премияһы лауреаты була. Конкурста Монастырский оҫталығын, артист булараҡ өлгөргәнлеген, музыкаль ҡыҙыҡһыныуҙарының киң даирәле булыуын күрһәтә.

  • Григорьев Л., Платек Я. «Современные пианисты». Москва, «Советский композитор», 1990 г.