Васко да Гама
Васко да Гама | |
порт. Vasco da Gama | |
Зат | ир-ат[1][2][3] |
---|---|
Гражданлыҡ | Королевство Португалия[d][4] |
Хеҙмәт итеүе | Королевство Португалия[d] |
Титул | Count of Vidigueira[d] |
Тыуған көнө | 1469[5] или 1460[6] |
Тыуған урыны | Синиш[d], Королевство Португалия[d] |
Вафат булған көнө | 24 декабрь 1524 |
Вафат булған урыны | Кочин[d], Княжество Кочин[d] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Малярия |
Ерләнгән урыны | Жеронимуш[d] |
Атаһы | Эштеван да Гама[d] |
Әсәһе | Izabel Sodre[d][7] |
Бер туғандары | Паулу да Гама[d] |
Хәләл ефете | Catarina de Ataíde[d] |
Балалары | Estêvão da Gama[d] һәм Криштован да Гама[d] |
Һөнәр төрө | сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, донъя буйлап сәйәхәттәрҙә ҡатнашыусы, мореплаватель, военно-морской офицер |
Биләгән вазифаһы | вице-король Португальской Индии[d] |
Монашеский орден | Францисканцы[d] |
Хәрби звание | адмирал[d] |
Член экипажа | São Gabriel[d] |
Васко да Гама Викимилектә |
Ва́ско да Га́ма (португалса әйтелеше Ва́шку да Га́ма, порт. Vasco da Gama; 1460 йәки 1469 — 24 декабрь, 1524) — португал диңгеҙсеһе, географияла бөйөк асыштар осоро вәкиле. Беренсе тапҡыр Европанан Һиндостанға сәйәхәткә сыҡҡан диңгеҙ экспедицияһы командующийы. Португалия Һиндостанының тәүге губернаторы һәм 1524 йылда Һиндостандың икенсе вице-короле. Видигейраның 1-се графы.
Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Васко да Гама 1460[8] (икенсе версия буйынса — 1469 йылда[9]) Синиш ҡалаһында хәрби хеҙмәткәр — португал рыцары Эштеван да Гама (1430—1497) һәм Изабель Содре (порт. Isabel SodréИзабель Sodré)[K 1] ғаиләһендә тыуа. Васко да Гама Эштеван да Гама һәм Изабель Сондреның биш улы араһында өсөнсө бала булып тыуа: иң өлкән ағаһы Паулу да Гама (ул артабан Васко менән бергә Һиндостанға бара), артабан Жуан Сондре (әсәһенең фамилияһын ала), Васко да Гама, Педро да Гама һәм Эйрес да Гама. Эштеван менән Изабелдең шулай уҡ берҙән-бер ҡыҙы — Тереза да Гама[10] булыуы ла билдәле. Да Гама нәҫеле, короллектә юғары ҡатламға ҡарамаһа ла, бик боронғо һәм атаҡлы булыуы менән танылған — мәҫәлән, Васконың ата-бабаларының береһе Алвару Анниш да Гама Реконкиста ваҡытында король Афонс III-кә хеҙмәт итә, һәм, маврҙар менән һуғышҡанда батырлыҡ күрһәтеп, рыцарь дәрәжәһен ала[11] Васконың атаһы Эштеван йәш сағында Визеу герцогы Фернанду даирәһендә хеҙмәт итә һәм рыцарь Сантьяго Ордены ағзаһы була.
Йәшлек йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1480-се йылдарҙа Васко да Гама үҙе лә ағайҙары менән бергә Сантьяго Орденына[K 2] инә. Португал тарихсылары, Васко да Гама белемде һәм математика, навигация һәм астрономия буйынса ғилемде Эворала алғандыр, тип фаразлай. Уның уҡытыусылары араһында, моғайын, Авраам Закуто[12] булғандыр. Васко йәш сағынан диңгеҙ алыштарында ҡатнаша. 1492 йылда француз корсарҙары Гвинеянан Португалияға табан йүнәлгән алтынлы португал каравеллаһын баҫып алғас, король уға, Франция яры буйлап барып, рейдта торған бөтә француз караптарын баҫып алыуҙы йөкмәтә. Йәш дворян тапшырылған был эште бик тиҙ һәм һөҙөмтәле үтәп сыға, француз короленә баҫып алынған судноны кире ҡайтарыуҙан башҡа сара ҡалмай. Васко да Гама тураһында нәҡ шул ваҡытта тәү тапҡыр ишетәләр ҙә инде.
Васко да Гамаға тиклемгеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һиндостанға диңгеҙ юлын эҙләү, ғәмәлдә, Португалия өсөн төп маҡсат була. Ул замандағы төп сауҙа маршруттарынан ситтә урынлашҡан ил донъя сауҙаһында ҙур табыш алырлыҡ итеп ҡатнаша алмай. Тауар экспорты булмай тиерлек, португалдарға Көнсығыштың тәмләткестәр кеүек ҡиммәтле тауарҙарын бик юғары хаҡҡа һатып алырға тура килә, бының өсөн финанс мөмкинлектәренең сикләнгәнлеге лә ҡамасаулай, сөнки ил Реконкистанан һәм Кастилия менән һуғыштан һуң бик ярлы була.
Географик йәһәттән бик уңайлы урынлашыуы Португалияға Африканың көнбайыш ярҙарына табан юлды һәм «тәмләткестәр иленә» диңгеҙ юлын табырға булышлыҡ итә. Тарихҡа Һенрих Диңгеҙгиҙәр булып инеп ҡалған португал инфанты Энрике был идеяны тормошҡа ашыра башлай. 1415 йылда Сеутаны баҫып алғандан һуң Энрике Африка ярҙары буйлап көньяҡҡа табан бер-бер артлы диңгеҙ экспедициялары ебәрә. Артабан алға табан хәрәкәт итеп, Гвинеяның яр буйҙарынан улар алтын һәм ҡолдар алып ҡайта, яңы асылған ерҙәрҙә терәк пункттарын барлыҡҡа килтерә[13].
Генрих Диңгеҙсе 1460 йылда вафат була. Уңыштар булыуға ҡарамаҫтан, португалдарҙың караптары ул мәлдә хатта экваторға барып етмәй, ә Энрике үлгәндән һуң ниндәйҙер ваҡытҡа экспедициялар туҡтап тора. 1470 йылдан һуң ҡыҙыҡһыныу тағы арта, Сан-Томе һәм Принсипи утрауҙарына барып етәләр, ә 1482—1486 йылдарҙа Диогу Кан европалылар өсөн Африканың экваторҙан көньяҡҡа табан яр буйҙарында ҙур ғына территорияны асыуға өлгәшә.
1487 йылда Жуан II ике офицерҙы Перу да Ковильянды һәм Афонса ди Пайваны ҡоро ерҙән «тәмләткестәр илен» һәм йәнәһе Үҙәк Азияла урынлашҡан ҡөҙрәтле христиан дәүләтенең легендар хакимы пресвитер Иоаннды эҙләп табыу өсөн ебәрә. Ковильян Һиндостанға барып етә, әммә кире ҡайтҡанда, юлдашының Эфиопияла һәләк булыуын белеп, шунда йүнәлә, һәм император бойороғо буйынса ҡулға алына. Шулай ҙа Ковильян үҙенең сәйәхәте тураһындағы отчетты ватанына ебереү сараһын таба, ул диңгеҙ буйынса Африканы урап үтеп, Һиндостанға барып булыуҙы раҫлай[14].
Шул уҡ ваҡытта тиерлек Бартоломеу Диаш Мәрхәмәтле Өмөт моронон (мыс Доброй Надежды) аса, Африканы урап Һинд океанына сыға, бының менән ул боронғо ғалимдарҙың Африка ҡотопҡа тиклем һуҙылған, тип иҫәпләүен кире ҡаға. Әммә Диаш флотилияһы матростары артабан юлды дауам итеүҙән баш тарта, шунлыҡтан диңгеҙсе Һиндостанға барып етә алмай Португалияға кире ҡайтырға мәжбүр була[15].
Диаш асыштарына һәм Ковильян ебрәгән мәғлүмәттәргә таянып, король яңы экспедиция ебәрергә йыйына. Әммә артабанғы бер нисә йыл эсендә экспедиция ойошторолмай, бәлки, королдең яратҡан улы — тәхет вариҫы бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә ҡапыл һәләк булыуы уны, тәрән ҡайғыға һалып, дәүләт эштәре менән ҡыҙыҡһыныуынан арындырғандыр; Жуан II үлгәндән һуң, 1495 йылда, тәхеткә Мануэль I ултырғас ҡына Һиндостанға яңы диңгеҙ экспедицияһын етди әҙерләү дауам итә.
Экспедицияға әҙерлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Экспедиция ентекләп әҙерләнә. Король Жуан II иҫән саҡта уҡ Африканы урап үтеү юлын тикшереп ҡараған һәм ул һыуҙарҙа йөҙөү өсөн ниндәй конструкциялы суднолар кәрәклеген белгән тәжрибәле йәшерен илсе Бортоломеу Диаш етәкселегендә дүрт карап төҙөлә: «Сан-Габриэл» (флагман карабы, капитаны Гонсалу Алвариш[16]) һәм «Сан-Рафаэл» Васко да Гаманың ағаһы Паулу етәкселегендә (был ике карап өсәр мачталы, ә парустары дүрт мөйөшлө була), артабан еңелерәк һәм төрлө маневрҙарҙы йылдам яһарға һәләтле, ҡыя паруслы «Берриу» каравеллаһы (капитаны — Николау Коэльо), аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк- яраҡ тейәлгән транспорт судноһы (капитаны Гонсала Нуниш). Экспедиция ҡарамағына иң яҡшы карталар һәм навигация приборҙары бирелә. Элек Диаш менән Мәрхәмәтле Өмөт моронона барып еткән атаҡлы моряк Перу Аленкер төп штурман итеп тәғәйенләнә. Экспедиция составына рухани, писарь, астроном, шулай уҡ экваториаль Африканың урындағы халҡы телдәрен белгән бер нисә тәржемәсе лә инә. Экипаждың дөйөм һаны 100-ҙән 170 кешегә тиклем тәшкил итә. Иң хәүефле эштәрҙә файҙаланыу өсөн енәйәт ҡылған 10 кеше лә алына[17].
Диңгеҙҙә бик оҙаҡ булырға тура киләсәген аңлап, карап трюмдарына бик күп итеп һыу, аҙыҡ-түлек тейәлә. Диңгеҙ буйлап алыҫ сәйәхәткә сыҡҡан матростарҙың туҡланыу рационы ул ваҡытта бер төрлө стандартта була: борсаҡ менән чечевица бутҡаһы һәм киптерелгән икмәк туҡланыу нигеҙен тәшкил итә. Һәр кешегә көнөнә ярты фунт тоҙло ит йәки юлда тотолған балыҡ, 1,25 литр һыу һәм ике кружка шарап, бер аҙ һеркә һәм зәйтүн майы бирелә. Ҡайһы берҙә аҙыҡты төрләндеү өсөн һуған, һарымһаҡ, сыр һәм ҡара емеш тә тараталар.
Бынан тыш һәр матросҡа диңгеҙҙә йөҙгән һәр ай өсөн эш хаҡы — 5-әр крузада түләнә һәм яуланған табыштан өлөш сығарыла. Офицер һәм штурмандар, әлбиттә, байтаҡҡа күберәк ала.
Экипажды ҡоралландырыу менән португалдар етди шөғөлләнә. Флотилия моряктарына хәнйәр, ҡылыс, һөңгө, ҡеүәтле арбалет һәм алебарда таратыла, түштәренә күн йә металл йәүшән (кирасы) ҡуйыла. Атыу ҡоралының барлығы тураһында ниндәй ҙә булһа хәбәр ҡалдырылмаған, әммә армада артиллерия менән яҡшы тәьмин ителгән: ҙур булмаған, «Берриу» каравеллаһында 12б пушка урынлаштырыла, «Сан-Габриэл» һәм «Сан-Рафаэл»ға, фальконеттарҙан башҡа, 20 ауыр орудие ҡуйыла.
Һиндостанға беренсе барыу (1497—1499)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәрхәмәтле Өмөт моронона табан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1497 йылдың 8 июлендә армада Лиссабондан тантаналы рәүештә сыға. Тиҙҙән португал караптары Кастилияға ҡараған Канар утрауҙарына барып етә, әммә Васко да Гама, дошмандары — испандарға экспедицияның маҡсатын белдермәҫкә тырышып, был утрауҙарҙы урап үтергә бойора. Португалия милкендә булған утрауҙарҙа туҡтап, флотилияһы запастарын тулыландыралар. Сьерра-Леоне утрауы янында Бартоломеу Диаш кәңәше буйынса Гама, Экваториаль һәм Көньяҡ Африка ярҙары буйындағы ҡаршы елдәргә тап булмау һәм көслө ағымдарҙы урап үтеү маҡсатында, көньяҡ-көнбайышҡа борола һәм Атлантик океанға төпкәрәк үтеп инә, экваторҙы үткәндән һуң ғына көньяҡ- көнсығышҡа табан борола. Үткән өс айҙан ашыу ваҡыттан һуң ғына португалдар ҡоро ер күрә[18].
4 ноябрҙә караптар аҙаҡ Изге Елена тип аталған бухтаға килеп туҡтай. Васко да Гама бында ремонт менән шөғөлләнергә ниәтләй, әммә португалдар тиҙҙән урындағы халыҡ менән ҡораллы бәрелешкә юлыға. Әлбиттә, яҡшы ҡоралланған моряктар юғалтыуҙарға тарымай, тик Васко да Гама яралана. Аҙаҡ был эпизод Камоэнстың «Лузиада»[19] поэмаһында ярайһы уҡ ентекле һүрәтләнә.
Ноябрь аҙағында флотилия күп көнлөк штормдан һуң Мосселбай бухтаһында ремонтҡа туҡтай. Йөк судноһын, бик зыян күреү сәбәпле, ремонтлап булмауы асыҡлана, шуға уны яндырырға ҡарар итәләр, өҫтәүенә байтаҡ ҡына моряктар цинганан ҡырыла һәм дүрт карапҡа идара итеү өсөн кешеләр ҙә етешмәй. Ошонда уҡ португалдар үҙҙәрендә булған тауарҙарҙы аҙыҡ-түлек, фил һөйәгенән биҙәүестәргә алмаштыра. Артабан улар Африка ярҙары буйлап төньяҡ-көнсығышҡа хәрәкәттәрен дауам итә.
1497 йылдың 15 декабрендә португалдар Диаш ҡуйып киткән һуңғы Падранды үтә һәм 25 декабрҙә хәҙерге ваҡытта Көньяҡ Африка Республикаһына ҡараған Квазулу-Натал провинцияһына барып етә.
Мозамбик һәм Момбаса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәрхәмәтле Өмәт моронон урап үтеп, португалдар бер нисә йөҙ йылдар буйы Һинд океанының сауҙа маршрутының бер өлөшө булған территорияға килеп инә. Африканың көньяҡ-көнбайыш яр буйҙарында бөтә ерҙә лә ғәрәп сауҙагәрҙәре осрай. Улар урындағы солтандарға[20] сәйәси һәм иҡтисади йоғонто яһай ала. Васко да Гаманы Мозамбиктың солтаны ҡабул итә, әммә португалдарҙың тауарҙары урындағы сауҙагәрҙәргә оҡшамай. Португалдарға солтан да шикләнеп ҡарай, шуға уларға тиҙ арала кире диңгеҙгә сығырға тура килә. Ҡәҙерләп ҡаршы алмағандары өсөн Васко да Гама яр буйындағы тораҡ пункттарын утҡа тоторға ҡуша[21]. Февраль аҙағына флотилия портлы Момбаса ҡалаһына яҡынлаша, ошо урындан йыраҡ түгел Гама, диңгеҙҙә ғәрәп доуын (судноһын) туҡтатып, уны талай һәм 30 кешене ҡоллоҡҡа (әсиргә) ала.
Малинди
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Африка яры буйлап барып, Васко да Гама Малиндиға барып етә. Урындағы шейх уларҙы ҡунаҡсыллыҡ күрһәиеп ҡаршы ала, сөнки уның өсөн дә Момбаса дошман була. Үҙҙәре өсөн таныш булмаған Һинд океанына йүнәлер алдынан Васко Малиндила тәжрибәле лоцман ялларға ҡарар итә. Малинды хакимы ярҙамы менән тәжрибәле лоцман табыла[K 3] Оҙаҡ ваҡыт тарихысылар, шул иҫәптән рус тарихсылары ла[22], лоцмандың исеме Ахмад ибн Маджид булған тигән фекер йәшәй. Әммә хәҙер был кеше Васко да Гаманың лоцманы була алмаған, тип фаразлайҙар[23].
Лоцман төньяҡ-көнсығышҡа табан юл ала, муссондан файҙаланып, караптарҙы Һиндостанға алып барып еткерә. 1498 йылдың 20 майында португал караптары Каликут (хәҙер Кожикоде) ҡалаһы ярҙарына килеп туҡтай.
Каликут, Һиндостан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Каликуттың заморины португалдарҙы ҙур хөрмәт — 3000 һалдаттан торған хәрби парад менән ҡаршы ала, һәм Васко да Гама өсөн аудиенция ойоштора. Ул заморинға алып килгән бүләктәрен тапшыра, әммә был бүләктәр әллә ни юғары ҡәнәғәтлек тыуҙырмай. Заморин даирәһендәге мосолман сауҙагәрҙәре, Европа хакимы затлыраҡ бүләктәр ҙә ебәрә алыр ине, ә Васко да Гама король илсеһенә ҡарағанда пиратҡа оҡшап тора, тигән фекерҙә ҡала[24]. Португалдар замориндан сауҙа факторияһын асырға рөхсәт ала, тик уларҙың тауарҙары әллә ни үтмәй. Һиндтар менән сауҙа һалымын түләү буйынса ла бәхәстәр тыуа. Өмөтө өҙөлгән Васко да Гама Кожикодтан китә, үҙе менән көс ҡулланып, ике тиҫтәгә яҡын балыҡсыны ла тейәп ала[25].
Португалияға ҡайтыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайтыу юлында португалдар бер нисә сауҙа карабын баҫып ала. Гоа хакимы, үҙ сиратында, уларҙы күршеләре менән һуғышта файҙаланырға тырыша. Һиндостандан Африкаға тиклемге араны өс айҙа үтәләр, экипаж эҫенән һәм ауырыуҙарҙан йонсой. Тик 1499 йылдың 2 ғинуарында моряктар Могадишо тигән бай ҡаланы күрә.
7 ғинуарҙа диңгеҙселәр Малиндиға килеп етә, биш көн ял итеп юлға сығырға булалар. Экипаж бик аҙ һанлы булғанға тағы бер карапты Момбасынан көньяҡтараҡ яндыралар. 20 мартта Мәрхәмәтле Өмөт моронон, 16 апрелдә Йәшел морон утрауҙарын үтәләр. Унан Васко да Гама бер карапты алға ебәрә, һәм 10 июлдә экспедицияның уңышлы үтеүе тураһындағы хәбәр Португалияға барып етә. 1499 йылдың авгусында йәки сентябрендә[K 4] Васко да Гама тантаналы рәүештә Лиссабонға ҡайтып төшә. Тыуған иленә ике судно һәм 55 кешегә ҡайтып етергә насип була. Шуға ҡарамаҫтан Васко да Гаманың экспедицияһы бик уңышлы тип иҫәпләнелә, сөнки Һиндостандан алып ҡайтҡан тауарҙарҙы һатыу экспедицияға киткән сығымдарҙан 60 тапҡырға артығыраҡ табыш килтерә.
Һиндостанға беренсе һәм икенсе тапҡыр барыу араһы (1499—1502)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайтҡандан һуң король Васко да Гамаға юғары ҡатлам вәкиле булыуын раҫлаған «дон» титулын бирә һәм 1000 крузад күләмендә пенсия тәғәйенләй. 1502 йылда, икенсе тапҡыр Һиндостанға сәйәхәте алдынан бөтә хөрмәт һәм өҫтөнлөктәр менән бергә «Һинд океаны адмиралы» титулын бирә. Васко да Гама Синиш ҡалаһы сеньоры булырға теләй, әммә Сантьяго Ордены быға ҡары сыға. Шуға ул 1507 йылда Сантьяго Ордены менән араһын тулыһынса боҙоп, уларҙың конкуренты булған Христос Орденына[26] инә.
Һиндостандан ҡайтҡандан һуң Васко да Гама Катарина ди Атаидиға өйләнә. Ҡатыны билдәле Алмейда ғаиләһенә ҡарай, Франсишку ди Алмейда уның ике туған ағаһы була.
Икенсе тапҡыр һиндостанға барыу (1502—1503)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һиндостанға диңгеҙ юлдарын асҡандан һуң португал короллеге йыл һайын Һиндостанға экспедициялар ойоштора башлай. 1500 йылда Педру Алвариш Кабрал етәкселегендәге экспедицияһы (Португалияның 2-се Һинд армадаһы), Каликут заморины менән сауҙа килешеүе төҙөй һәм унда сауҙа факторияһын ойоштора. Ләкин португалдар Каликуттың ғәрәп сауҙагәрҙәре менән бәхәскә инә, фактория яндырыла, ә Кабралға командаһы менән ҡаланан ҡасырға тура килә.
Һиндостанды буйһондороу өсөн 1502 йылда король Мануэль Васко да Гама эскадраһы етәкселегендә эскадра ебәрә. Егерме суднонан торған эскадраның 10-на Һинд океаны адмиралы командалыҡ итә; бишәүһе ғәрәптәргә Һинд океанындағы сауҙаһына ҡамасауларға тейеш була, ә тағы ла бишәүһе сауҙа факторияһын һаҡлау өсөн тәғәйенләнә. Экспедиция 1502 йылдың 10 февралендә юлға сыға.
Васко да Гама юл ыңғайы Софалда и Мозамбикта форттар һәм факториялар аса, ғәрәп әмире Килваны буйһондороп, уға һалым һала. Ғәрәптәр менән ҡаты һуғыш башлап, ул Малабар ярындағы[27] ғәрәп судноһын пассажирҙары менән бергә яндыра.
1502 йылдың октябрендә флот Каннанурҡа килеп етә. Урындағы раджа португалдарҙы тантаналы ҡабул итә һәм ҙур фактория төҙөргә рөхсәт бирә. Судноны тәмләткестәр, тотонолған һыу менән тултырып, адмирал Каликутҡа йүнәлә. Бында ул үҙенең ҡанһыҙлығын асыҡтан-асыҡ күрһәтә[28]. Замориндың зыянды ҡаплатасағы тураһындағы вәғәҙәһе булыуға ҡарамаҫтан, адмирал портта торған бөтә судноларҙы баҫып ала, ҡаланы утҡа тотоп, уны харабаларға әйләндерә. Ә әсиргә алған һиндтарҙы мачталарға аҫып ҡуя.
Ике көндән һуң Васко да Гама Каликутты тағы утҡа тота, тағы ла бихисап ҡорбандар диңгеҙгә ташлана. Емерелгән Каликутты ҡамауҙа тотоу өсөн Висенте Содра[K 5] командалығында ете судно ҡалдырып, Кочинға юл ала. 1503 йылдың 12 февралендә заморин ғәрәп суҙагәрҙәре ярҙамында португалдарға флотилия менән ҡаршы сыға, әммә португалдар артиллерия менән уларҙың еңел судноларын ҡыйрата.
1503 йылдың октябрендә Васко да Гама Лиссабонға ҡайта. Король ул алып ҡайтҡан табыштан бик ҡәнәғәт ҡала һәм пенсияһын арттыра, әммә адмиралды бер ниндәй вазифаға ла тәғәйенләмәй. Тик 1519 йылда ғына да Гама ер биләмәлерен һәм граф титулын алыуға өлгәшә.
Һиндостанға өсөнсө барыу һәм вафаты (1524)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Табышты аҙ алыуҙан көйөнөп, король Жуан III икенсе вице-король вазифаһына 54 йәшлек, ҡаты ҡуллы Васко да Гаманы тәғәйенләй. 1524 йылдың апрелендә адмирал ике улы менән бергә юлға сыға. Һиндостанға килгәс тә колониаль администрацияның баш-баштаҡлығына ҡаршы ҡаты саралар күрә. Диңгеҙсе тапма ауырыуынан 1524 йылдың 24 декбрендә вафат була. 1539 йылда Васко да Гаманың кәүҙәһе Португалияға, Видегейр (Алентеж) графлығына ҡайтарыла, ә 1880 йылда Лиссабонда иеронимиттар монастыренда ҡайтанан ерләнә.
Вариҫтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Васко да Гама һәм уны ҡатыны Катарина ди Атаидиҙың алты улы һәм бер ҡыҙы була[29]:
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Васко да Гама хөрмәтенә Бразилияның футбол клубы «Васко да Гама» исемен йөрөтә.
- Гоала бер ҡалаға Васко-да-Гама исемен бирәләр.
- 1998 йылда беренсе сәйәхәтсе Васко да Гаманың 500 йыллығы киң билдәләнелә. 4 апрелдә Тежу тамағындағы күпер бөйөк диңгеҙсе исеме менән атала(Лиссабон).
- Лиссабонда Португалияның милли пантеоны статусын йөрөткән Изге Энграсия сиркәүендә, Васко да Гамаға кенотаф ҡуйылған.
- В 1935 й. Айҙағы кратер Васко да Гама исеме менән атала.
- 2012 й. Европа ғилми-сәнәғәт консорциумы Васко да Гама исемендәге Алтын Миҙал булдыра (Medal «European scientific and industrial consortia — Vasco da Gama»), уны ғалимдарға география ғилеме өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырылар.[30]
Сәнғәттәге образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2003 — Васко да Гама. Тәмләткестәр утрауын эҙләү / Vasco Da Gama. The Quest for the Spice Islands (реж. Эйке Шмитц / Eike Schmitz) — документаль
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөйөк географик асыштар
- Һинд армадалары
- Португалия-Мысыр һуғышы
- Тәүләп асыусыларға һәйкәл (Лиссабон)
Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Можно встретить, что Васко да Гама родился в Видигейра. Это неверно — информация основывается на факте, что король пожаловал Васко да Гама титул 1-го графа Видигейра
- ↑ В отличие от семьи Содре, служившей Ордену Христа, семья да Гама поддерживала другой рыцарский орден — Орден Сантьяго. После открытия морского пути в Индию между орденами возник спор по вопросу о том, кого из них Васко да Гама поддерживал. Существует неподтверждённая легенда, что Васко да Гама отплыл в 1497 году из Португалии под флагами Ордена Сантьяго, но, как только корабли отошли от берегов, приказал сменить их на флаги Ордена Христа.
- ↑ Первые нанятые лоцманы при первой же возможности сбежали от португальцев.
- ↑ Разные источники указывают разные даты
- ↑ Родной дядя Васко да Гама — брат Изабель Содре
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr. — NYC: OUP, 2012.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118537431 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Gama • Vasco da • 1469-1524 // LIBRIS — 2012.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ http://www.bbc.co.uk/history/historic_figures/da_gama_vasco.shtml
- ↑ Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
- ↑ Modern History Sourcebook: Vasco da Gama: Round Africa to India, 1497—1498 CE 2011 йыл 28 август архивланған., fordham.edu, Retrieved June 27, 2007
- ↑ Catholic Encyclopedia: Vasco da Gama Retrieved June 27, 2007
- ↑ Subrahmanyam, 1997, p. 61
- ↑ Articles from the Encyclopaedia Britannica, 9th Edition (1875) and 10th Edition (1902), Vasco-da-gama
- ↑ Subrahmanyam, 1997, p. 63
- ↑ Ames, Glenn J. (2004). Vasco da Gama: Renaissance Crusader. Longman. ISBN 0-321-09282-1
- ↑ James Bruce, Travels to Discover the Source of the Nile (1805 edition), vol. 3, p. 135
- ↑ Alchin KL, from Elizabethan Era. Bartholomeu Dias . Дата обращения: 2 март 2010. Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Магидович И. П., Магидович В. И. Очерки по истории географических открытий. В 5 т. М.: «Просвещение», 1983. Том II. Великие географические открытия (конец XV — середина XVII в.). Глава 4. Васко да Гама и открытие морского пути в Индию
- ↑ Diffie, Bailey W.; Winius, George D. (1977). Foundations of the Portuguese Empire, 1415—1850. Europe and the World in the Age of Expansion. 1. p. 177. ISBN 978-0-8166-0850-8
- ↑ Pathfinders: Fernandez-Armesto, Felipe (2006). Pathfinders: A Global History of Exploration, 2006, W. W. Norton & Company, isbn= 0-393-06259-7, pages= 177—178
- ↑ Fernandez-Armesto, Felipe (2006). Pathfinders: A Global History of Exploration. W. W. Norton & Company. pp. 177—178. ISBN 0-393-06259-7
- ↑ Zahoor, Akram (2000). Muslim History: 570—1950 °C. E. Gaithersburg, MD: AZP (ZMD Corporation). p. 79. ISBN 978-0-9702389-0-0
- ↑ Vasco da Gamma Seeks Sea Route to India 2011 йыл 22 декабрь архивланған., Oldnewspublishing.com. Retrieved 8 July 2006
- ↑ Шумовский Т. А. Три неизвестные лоции Ахмада Ибн Маджида, арабского лоцмана Васко Да Гамы в уникальной рукописи Института востоковедения — М., 1957. — 230 с.
- ↑ Fernandez-Armesto, Felipe (2006). Pathfinders: A Global History of Exploration. W. W. Norton & Company. pp. 178—179. ISBN 0-393-06259-7.
- ↑ Castaneda, Herman Lopes de, The First Book of the Historie of the Discoveries and Conquests of the East India by the Portingals, London, 1582, in Kerr, Robert (ed.) A General History and Collection of Voyages and Travels Vol. II, London, 1811.
- ↑ M.G.S. Narayanan, Calicut: The City of Truth (2006) Calicut University Publications (The incident is mentioned by Camoes in The Lusiads, wherein it is stated that the Zamorin «showed no signs of treachery» and that «on the other hand, Gama’s conduct in carrying off the five men he had entrapped on board his ships is indefensible.»)
- ↑ Subrahmanyam, 1997, p. 168
- ↑ Subrahmanyam, 1997, p. 205
- ↑ Vasco da Gama Arrives in India 1498 (Google cached version) Dana Thompson, Felicity Ruiz, Michelle Mejiak; December 15, 1998. Retrieved 8 July 2006
- ↑ See also Diogo do Couto (Decadas de Asia, Dec. IV, Lib. 8, c.2); Teixeira de Aragão p.15-16, and Castanhoso (1898: p.viiff.)
- ↑ Geographical — EUSCIENCE 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Харт Г. Морской путь в Индию: Рассказ о плаваниях и подвигах португальских мореходов, а также о жизни и времени дона Васко да Гамы, адмирала, вице-короля Индии и графа Видигейры / Генри Харт; Пер. с англ. Н. В. Банникова; Вступительная статья и редакция И. П. Магидовича; Художник Н. А. Мунц. — М.: Издательство иностранной литературы, 1954. — 332 с. (в пер.)
- Вязов Е. И. Васко да Гама: Первооткрыватель морского пути в Индию. — М.: Географгиз, 1956. — 40 с. — (Замечательные географы и путешественники). — 50 000 экз.
- Хазанов А. М. Тайна Васко да Гамы. — М.: Крафт+, 2010. — 160 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-93675-168-4. (обл.)
- Кунин К. И. Васко да Гама. — Изд. 2-е. — М.: Молодая гвардия, 1947. — 324 с. — (Жизнь замечательных людей). — 30 000 экз.
- Субботин В. А. Великие открытия. Колумб. Васко да Гама. Магеллан. — М.: Изд-во УРАО, 1998. — 272 с.
- Sanjay Subrahmanyam. The Career and Legend of Vasco da Gama. — USA: Cambridge University Press., 1997. — 428 p. — ISBN 978-0521470728.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 1469 йылда тыуғандар
- 1460 йылда тыуғандар
- Португалияла тыуғандар
- 24 декабрҙә вафат булғандар
- 1524 йылда вафат булғандар
- Африканы өйрәнеүселәр
- Португалия диңгеҙселәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Португалия сәйәхәтселәре
- Һиндостанға сәйәхәтселәр
- 3 сентябрҙә тыуғандар
- 23 декабрҙә вафат булғандар
- Бөйөк географик асыштар осоро