Эстәлеккә күсергә

Википедия:Йыш бирелгән һорауҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы башлаусыларға · Берләшмә · Порталдар · Наградалар · Проекттар · Һорауҙар · Баһалау
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ЧАВО
ВП:FAQ

Был Википедия эшенә ҡағылған йыш бирелгән һорауҙар һәм уларға яуаптар исемлеге.

Башҡа биттәрҙә тағы ла дөйөм: белешмә, шулай уҡ техник һорауҙарға һәм автор хоҡуғы буйынса һорауҙарға яуаптар бар.

Әгәр ҙә һорауығыҙға яуап тапмаһағыҙ, уны форумда яҙығыҙ.

Дөйөм һорауҙар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла нисек эшләргә?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия тураһында дөйөм мәғлүмәттәрҙән башлағыҙ.

Википедиясылар телен нисек аңларға?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп һәм бигерәк тә йыш һәм әүҙем ҡулланылған һүҙбәйләнештәр һәм профессионализмдар Википедия:Глоссарий битендә тупланған.

Бында модераторҙар бармы?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия — ирекле, үҙидаралы һәм цензураһыҙ проект. Әммә мәҡәләләрҙең әҙәби башҡорт телендә һәм энциклопедик стилдә яҙылыуы мотлаҡ. Ҡатнашыусылар үҙ-ара аралашҡанда уй-фекерҙәрен итәғәтле һәм иң кәмендә бер ниндәй кәмһетеүҙәр булмаған формала белдеререргә тейеш. Проект Хакимдарының ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙе даими боҙоусы ҡатнашыусыларға Википедияға инеүҙе сикләү хоҡуғы бар.

Википедияны тулыһынса күсереп алып буламы?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Була, әгәр ҡыҙыҡ икән, быны эшләп ҡарай алаһығыҙ. Бының өсөн ошо һылтанманы — https://dumps.wikimedia.org/ файҙаланырға мөмкин.

Серһүҙҙе онотһағыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр ҙә теркәлгәндә һеҙ электрон почтағыҙҙың адресын күрһәткән булһағыҙ, уң яҡта өҫтәге «Танылырға/теркәлергә» һылтанмаһы буйынса ҡатнашыусының исемен яҙырғыҙ һәм аҫтараҡ торған «яңы серһүҙ ебәрергә» тигән төймәгә баҫығыҙ.

Ҡатнашыусы исемен үҙгәртергә теләйем

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ошо глобаль иҫәп яҙмаһын үҙгәртеүгә үтенес биреү битен ҡулланып, тәҡдим ителгән форманы тултырығыҙ.

Үҙемдең иҫәп яҙмамды юйырға теләйем

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Был мөмкин түгел. Бары тик уны ҡулланыуҙы туҡтата ғына алаһығыҙ.

Барлыҡ төҙәтеүҙәр иҫәп яҙмаһына бәйле килеш ҡалырға тейеш. Барлыҡ төҙәтеүҙәр иҫәп яҙмаһына бәйле килеш ҡалырға тейеш. Һеҙ барлыҡ шәхсән мәғлүмәттәрҙе, шулай уҡ иҫәп яҙмаһын йәшереүҙе һорап мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, әммә ошо исем менән индерелгән өлөш һаҡланып ҡаласаҡ, сөнки һәр төҙәтеүҙе яһағанда һеҙ лицензион килешеү ҡабул иткәнһегеҙ. Үҙегеҙ хаҡындағы бар мәғлүмәтте юйып була, ә исем яҙмаһын юйырға ярамай! Шулай уҡ һеҙҙең реаль шәхескә ишаралаған төҙөтеүҙәрҙе алып ташлауҙы ла һорарға, иҫәп яҙмаһының исемен икенсегә һәм ябайыраҡҡа (мәҫәлән, «Мөхәррир91») үҙгәртергә була. Артабан серһүҙҙе ҡатмарлыға алыштырағыҙ һәм уны үҙегеҙ өсөн яҙып ҡуймайһығыҙ. Һөҙөмтәлә һеҙ шәхес булараҡ Википедиянан юғалағыҙ, ә бығаса индерелгән өлөшөгөҙ хәҙер инде «һеҙҙеке булмаған» ниндәйҙер «Мөхәррир91» аккаунты менән күренәсәк. Һеҙ төҙөгән мәҡәләләр һәм яһаған үҙгәртеүҙәр һаҡланып ҡаласаҡ. Шәхси фекерләшеү битен архивҡа күсерергә (ҡарағыҙ Википедия:Чистка обсуждений) һәм шаблон ҡуйырға була.

Викимедиа проекттары ниндәй кимәлдә туғандаш?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылдың мартынан башлап, Викимедианың ҡайһы проектында теркәлеүгә ҡарамаҫтан, ҡатнашыусының исеме барлыҡ башҡа проекттарҙа ла автоматик рәүештә сағылыш таба, ентеклерәк бынан meta:Help:Unified login/ru ҡарағыҙ.

Мәҡәләләрҙе мөхәррирләү

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Нисек һүрәт (рәсем) өҫтәргә?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Эште Визуаль мөхәррир менән танышыуҙан башлағыҙ.

Формулаларҙы нисек яҙырға

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Формулалар төҙөү һәм уларҙы яҙып ҡуйыу тураһында Википедия: Формулалар ҡулланмаһында ентекләп һөйләнелә.

Яңынан йүнәлтеүҙе нисек эшләргә?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарағыҙ Википедия: Яңынан йүнәлтеүҙәр.

Википедияның төрлө тел бүлектәре араһында һылтанмалар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарағыҙ Википедия:Интервики һәм Википедия:Ҡағиҙәләр һәм күрһәтмәләр.

Бер төрлө мәҡәләләр араһындағы һылтанмаларҙың төп һаҡланыу урыны булып Викибирелмәләр хеҙмәт итә.

Һыҙыҡ һәм баҫымдарҙы нисек ҡуйырға?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Мөхәррирләү битенең аҫҡы өлөшөндә «Символдар» тигән юл бар. Нәҡ шунда әле әйтелгән һәм башҡа символдар төймәгә баҫып ҡына яҙыу өсөн тупланған: курсорҙы кәрәкле символға ҡуйырға һәм төймәгә баҫырға, ул автоматик рәүештә тексҡа ҡуйыла. Унда баҫым, һыҙыҡ, тырнаҡтар һәм башҡа символдар бар. Бында булмағандарын Википедия:Махсус символдар битенән күсереп алырға була. Һаналған һәм ҡайһы бер башҡа билдәләрҙе ҡулдан ҡуйып ултырыуҙың кәрәге юҡ — быны төймәгә баҫыу менән Викиҡорал «Викификатор» эшләй.

2. Кәрәкле символды мәғәррирләү тексына шулай уҡ Windows символдар таблицаһынан да туранан-тура күсерергә була. Бының өсөн түбәндәгене эшләргә: Win+R төмәләренә баҫырға һәм «charmap» һүҙен йыйырға. Шунан «ввод» төймәһенә баҫырға. Сыҡҡан таблицанан үҙегеҙгә кәрәкле символды табырға һәм уны, күсереп алып, тексҡа ҡуйырға. Уңайлылыҡ өсөн был таблицаны мәҡәләне яҙып бөткәнсе япмаҫҡа кәрәк.

3. Үҙеңдең компьютер йә ноутбугыңа клавиатураның типография формаһын ҡуйырға.

4. Windows операция системаһында һанлы клавиатура булған осраҡта ҡайһы бер символдарҙы туранан-тура клаиатура ярҙамында ҡуйырға мөмкин. Быны, әлбиттә, символ Стандарттарҙың Америка милли институты — ANSI таблицаһына индерелгән осраҡта ғына эшләп була. Уның тәртибе түбәндәгесә:

  1. Num Lock төймәләренең тоҡанғанын тикшерегеҙ, юҡ икән — тоҡандырығыҙ.
  2. Alt төймәһенә баҫығыҙ һәм шулай тотоғоҙ.
  3. Уңдағы һанлы («телефон») клавиатураһында символдың ANSI-кодын йыйығыҙ (әгәр ул нулдән башлана икән, уны ла йыйырға кәрәк).
  4. Alt төймәһен ебәрегеҙ— был кәрәкле символдың тексҡа ҡуйылыуына килтерәсәк.

Быны тиҙ генә эшләргә өйрәнгән хәлдә, иғтибарығыҙ текстан айырылмаясаҡ, етмәһә кәрәкле символды биттән һайлап эҙләүгә ҡарағанда әйтелгән ысул күпкә тиҙерәк башҡарыласаҡ. Символдарҙың кодтарын ҡайҙан алырға һуң? 2-се пунктта күрһәтелгәнсә символдар таблицаһын асығыҙ. Уларҙың береһен һайлап алығыҙ. Мөхөрриләү тәҙрәһенең аҫҡы өлөшөндә ике код күренәсәк: Юникод —һулда һәми ANSI (булған осраҡта) уңда. Йыш ҡулланылған кодтарҙы яҙып алырға, ә уларҙың ҡайһы берҙәрен былай иҫтә ҡалдырырға ла мөмкин.

Кәрәкле кодтарҙың бер нисәһе (онотмағыҙ — Alt+код):

  • 0150 – (тире)
  • 0151 — (оҙон тире)
  • 0133 … (күп нөктә)
  • 0171 « (алғы тырнаҡ)
  • 0187 »(артҡы тырнаҡ)
  • 0170 Є
  • 0160 (өҙөлмәгән буш урын — неразрывный пробел)
  • 0149 •
  • 0176 ° (градус)
  • 0169 © (копирайт)
  • 0174 ® (теркәлгән марка)
  • 0177 ± (плюс-минус)
  • 0167 § (параграф)
  • 0134 †
  • 0135 ‡
  • 0136 € (евро)
  • 0139 ‹
  • 0155 ›
  • 0153 ™ (сауҙа маркаһы)

Мәҡәлә эсендә нисек һылтанмалар эшләргә?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарағыҙ: Википедия:Ҡыҫҡа дәрестәр һәм ентеклерәк — Википедия: Мәҡәләне төҙәтеү § Һылтанма, URL. Ҡыҫҡаса:

  1. Башҡа мәҡәләләргә һылтанмала — әгәр Рәсәй мәҡәләһенән уның баш ҡалаһына һылтанма эшләргә кәрәк икән, уның атамаһын ике квадрат йәйә эсенә яҙығыҙ: [[Мәскәү]]: Мәскәү.
  2. Шул уҡ мәҡәләнең икенсе башҡа бүлегенә һылтанма — шулай уҡ ике квадрат йәйә эсенә: [[Мәҡәлә исеме#Бүлек исеме]];мәҡәлә исемен яҙмаҫҡа ла мөмкин, мәҫәлән, бүлеккә һылтанма[[#Дөйөм һорауҙар]] түбәндәгесә килеп сыға[[Википедия:Йыш бирелгән һорауҙар# Дөйөм һорауҙар]]: #Дөйөм һорауҙар
  3. Һылтанма маҡсатынан айырылған текстар менән һылтанма — бына ошолай була: [[# Дөйөм һорауҙар| «Дөйөм һорауҙар» бүлеген ҡара]]: «Дөйөм һорауҙар» бүлеген ҡара.

Башҡа мәҡәлә бүлегенә һылтанмалар: нисек эшләргә?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа мәҡәлә бүлегенә һылтанма—ике квадрат йәйә эсендә: [[Мәҡәлә исеме#Бүлек исеме]]

Бында инде мәҡәлә исемен яҙмай булмай; яҙыу форматы: «Википедия:Бүлеккә һылтанма» мәҡәләһенең «Шулай уҡ ҡарағыҙ» бүлегенә һылтанма ошолай яҙыла[[Википедия: Бүлеккә һылтанма # Шулай уҡ ҡарағыҙ]]: Википедия: Бүлеккә һылтанма # Шулай уҡ ҡарағыҙ. Тағы ла ентеклерәкте ҡарағыҙ — Википедия: Бүлеккә һылтанма.

Мәҡәлә эсендә нисек төшөрмә эшләргә?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Был турала ентеклерәк тәҡдимдәрҙе Википедия:Төшөрмәләр мәҡәләһенән ҡарағыҙ.

Баш битте нисек үҙгәртергә?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияның Баш бите ҡайһы бер башҡа биттәр менән бер рәттән вандализм осраҡтарын булдырмау маҡсатынан үҙгәртеүҙәрҙән һаҡланған. Ҡарағыҙ: Википедия:Биттәрҙе һаҡлау. Баш битте үҙгәртеү буйынса конструктив тәҡдимдәрҙе уның фекер алышыу битенә яҙырға мөмкин.

Нисек категория өҫтәргә

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр һеҙ атамаһы "Категория: " һүҙенән башланған биткә юлыҡтығыҙ икән, мәҫәлән, «Категория: Миҙалдар менән наградланыусылар» һәм унда һаналғандар араһында кемдер юҡ тип һанайһығыҙ икән:

  • «Категория» — Википедиялағы махсус арауыҡ, уға ориентирлашыу еңелерәк булһын өсөн бары тик Викила булған мәҡәләләр генә өҫтәлә. Шулай булғас, һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған объектҡа һылтанма категорияла күрһәтелһен өсөн, уның тураһында мәҡәлә булырға тейеш. (Ентекләберәкте Википедия:Категория битенән ҡарағыҙ.)
  • Шулай уҡ «Исемлек» һүҙенән башланған йә атамаһында ошо һүҙ булған мәҡәләләр ҙә бар, мәҫәлән, «Иң ҙур дәүләттәр исемлеге». Улар ниндәйҙер билдә буйынса берләштерелгән объекттарҙы һанау өсөн тәғәйенләнгән. (Ентекләберәкте Википедия:Исемлектәр битенән ҡарағыҙ.)

Булыуы ихтимал проблемалар

[сығанаҡты үҙгәртеү]
Экран аныҡлығы 800 × 600 һәм кәмерәк булғанда, сайт дизайны боҙола, рәсем-һүрәттәр бер-береһенең өҫтөнә һалына.
Теркәлгән ҡатнашыусылар экран биҙәлешенең альтернатив стилен һайлай ала. Бының өсөн экрандың өҫкө өлөшөндә уртанан уң яҡтараҡ торған «Көйләүҙәрем» һылтанмаһы буйынса инергә һәм өҫтәге «Күренеш» тигәнгә баҫырға.
Төп проект менән әленән-әле синхронлашып торған күсермә эшләп буламы? Проекттың көтмәгәндә коммерция нигеҙенә күсеп, уға инеү мөмкинлеге ябылып ҡуйыу ихтималлығы ҡурҡыта.
Ҡарағыҙ: Википедия:Википедия күсермәһен нисек эшләргә. Синхронлаштырыу — дамптар буйынса уртаса айға бер тапҡыр эшләнә.
Структураны яҡшыраҡ аңлау маҡсатында категория һәм подкатегорияларҙы ботаҡлы ағас рәүешендә ҡарау мөмкинлеге бармы?
Викимедиа проекттарындағы mw:Extension:CategoryTree киңәйтеүе <categorytree>теги ярҙамында теләһә ниндәй категорияны ағас рәүешендә күрһәтә ала. Шулай уҡ махсус битте лә Служебная:Дерево категорий ҡулланырға була.
Тағы ла ваҡыты-ваҡыты менән яңыртылып торған категорияларҙың тулы (күләме ҙур!) һәм ҡыҫҡартылған исемлектәре лә бар.
Ҡайһы бер символдар урынына шаҡмаҡтар/һорау билдәләре күренә. Шрифттарҙы ҡайҙан алырға?
Улар булырға тейеш — шрифт Arial Unicode MS, мәҫәлән, Microsoft Office системаһында бар. Күп символлы башҡа шрифттар урыны — Gentium һәм Code2000.
Был шрифттарҙы Internet Explorer системаһында ҡулланыуға алыу юлы: СервисСвойства обозревателя → Закладка Общие → Кнопка Шрифты һәм «кириллица» билдәләрен йыйыу өсөн Arial Unicode MS өсөн веб-битенең шрифтын ҡуйырға.
Firefox, Opera, Konqueror һәм башҡа заманса веб-браузерҙар шрифттарҙы үҙҙәре тәҡдим итә.
Ҡарағыҙ: en:Help:Multilingual support
Мин яңы мәҡәлә төҙөнөм, уны яҙҙырып ҡуйҙым, ә биттә «текст юҡ» тип сыға. Сәбәп нимәлә?
Ҡурҡырлыҡ бер ни юҡ — битте яңыртырға ғына кәрәк, әгәр текст бары күренмәһә, бер аҙ (иң күбе 1—1,5 минут) көтөргә һәм битте тағы ла бер тапҡыр яңыртып ҡарарға кәрәк. Алдағы эш барышында ниндәйҙер хата тураһында хәбәр яҙылмаған булһа, һеҙҙең текст күренергә тейеш.
Күпселек осраҡта был проблеманы булдырмауға Википедия биттәрен кэшлауҙы тыйыу ярҙам итә

(Настройки → «Запретить кэширование страниц») һәм/йәки браузер менән (Firefox өсөн — кэшлауҙы тыйыу йә кэш күләмен мөмкин булғанса кәметеү ). Әгәр проблема хәл ителмәһә, ә Интернетта эшләү прокси-сервер аша булһа, кэшлауҙы тыйыуҙы прокси өсөн дә ҡулланып ҡарарға мөмкин. Әммә Интернеттың тиҙлеге бәләкәй булған осраҡта кэшлауҙы тыйыу битттәрҙе асыу ваҡытының оҙайыуына, шулай уҡ Интернет трафигының артыуына килтереүен иҫәпкә алырға кәрәк.

Рәсем-һүрәттәрҙе һәм фотоларҙы икенсе тел бүлегенән алырға булғайным, тик улар минең биттә күренмәй.
Файл барлыҡ вики-проектар өсөн дөйөм булған һаҡлағыста түгел, ә бары тик шул телдәге бүлектә генә һаҡлана. Ирекле ҡулланыу мөмкин булғанда, файлды Викиһаҡлағысҡа ҡуйырға кәрәк, әгәр юҡ икән, әммә намыҫлы ҡулланыуҙы нигеҙләп була икән — башҡорт телендәге бүлеккә.
Ҡыҙыҡлы бер сайтҡа һылтанма ҡуйғайным, уны юйҙылар.
Тышҡы һылтанмаларҙың ҡайһы берҙәре Википедияға бармай. Юйылғанды тергеҙергә теләһәгеҙ— уның хаҡында фекер алышыу битенә яҙығыҙ һәм башҡа ҡатнашыусыларҙың фекерҙәрен көтөгөҙ. Тағы ла—беҙҙә Википедия:Тышҡы һылтанмалар тигән ҡулланма бар, нәҡ унда ниндәй һылтанмалар яраҡлы, ниндәйҙәр юҡ икәне аңлатыла.
URL-һылтанма уҡылмай
Яңы башлаусыларға · Берләшмә · Порталдар · Наградалар · Проекттар · Һорауҙар · Баһалау