Эстәлеккә күсергә

Витман Ирина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Витман Ирина Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 июнь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2012
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Витман Ирина Ивановна (30 июнь 1916 йыл — 2012 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы, пленэр һынлы сәнғәт оҫтаһы, СССР Рәссамдар союзы ағзаһы (1948).

Ирина Ивановна Витман 1916 йылда Мәскәүҙә тыуған. Атаһы — урыҫлашҡан латыш — Витман Иван Иванович, инженер. Әсәһе — Сусанна Эмилиевна, француз аристократтары нәҫеленән, француз революцияһынан һуң Рәсәйгә килә, филолог, BOKC' консультанты. Ағаһы — Андрей Иванович Витман — астрофизик[1]. Бала сағын Парижда үткәрә, оләсәһе музей һәм күргәҙмәләргә алып йөрөй. Шунда ул француз һынлы сәнғәте рухы менән һуғарыла, ә скульптор Д. Ф. Цаплиндың оҫтаханаһына барғандан һуң, рәссам булырға ҡарар итә.

1930 йылдар башында Ленинградта полиграфия техникумының әҙерлек курстарында буласаҡ ире — рәссам Алексей Соколов менән таныша[2].

1936 йылда Бөтә Рәсәй Художество академияһының ректоры Исаак Бродский, Ирина һәм Алексейҙың эштәрен ҡарағандан һуң, уларҙың икеһендә уҡырға ҡабул итә. 1941 йылда Алнексей үҙ ирке менән фронтҡа китә, Ирина Ленинградта ҡала. Студенттар, ҡыйыҡ баштарынан дошман ташлаған яндырғыс бомбаларҙы алып ташлап, янғын һүндереүсе булып хеҙмәт итә. Был эше өсөн Витман «Янғын һүндереү хеҙмәте геройы» исеменә лайыҡ була. «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

1942 йылда Витман Ирина институт менән Сәмәрҡәнд ҡалаһына эвакуациялана.

Ирина витман 1944 йылда Мәскәүгә ҡайта, Суриков институтына күсә һәм уны Александр Осмеркин оҫтаханаһында «Метро. Эскалатор» диплом эше менән тамамлай. 1948 йылдан И. И. Витман СССР Рәссамдар союзы ағзаһы

Витмандың иғтибарҙы йәлеп иткән ҙур эштәре булып «Цирк. Ирина Бугримова» (1950) и «Пушкин-лицеист в Царскосельском парке» картианалары тора (1954)[3].

1954—1956 йылдарҙа Витман Сиҙәм ерҙәрҙә эшләй. Был сағыу осорҙа рәссамдың ижадында яңы образдар тыуа. Һуңынан, Мордовия (1958 йыл), Ҡаҙағстан, Вьетнам (1969—1970 йылдарҙа) буйлап сәйәхәтендә уның эштәре декоратив тойғо төҫө, ҙур колористик көсөргәнеш, даими һәм ныҡышмалы образдар эҙләү менән билдәләнә

Йыл һайын Мәскәү, республика һәм бөтә союз күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре Мәскәүҙәһәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында, шулай уҡ сит илдәрҙә үтә. Рәсәй Художество академияһының алтын миҙалы менән бүләкләнә (2010).

2012 йылда Мәскәүҙә вафат була.

Ирина Ивановна Витмандың эштәре Дәүләт Третьяков галереяһында, Рус Дәүләт музейында, Мордовия картиналар галереяһында, Рәсәйҙең, БДБ илдәренең, АҠШ, Франция, Германия, Япония, Италия һ.б. шәхси йыйылмаларында һаҡлана[4].

  • Ире — Соколов Алексей Дмитриевич (1912—2004), РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы[2].
  • Ҡыҙы Марина (1939—1992) — театр рәссамы, Валерий Левенталдең ҡатыны[5].
  • Ейәнсәре Екатерина Валерьевна Левенталь (1965 й.р.) — рәссам.