Эстәлеккә күсергә

Лобов Владимир Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Владимир Николаевич Лобов битенән йүнәлтелде)
Лобов Владимир Николаевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 22 июль 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (89 йәш)
Тыуған урыны Boray, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, сәйәсмән, Ликвидаторы последствий аварии на Чернобыльской АЭС, хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы специальный гость Парламентской ассамблеи Совета Европы[d][1]
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Ғилми дәрәжә хәрби фәндәр докторы[d] һәм тарих фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание генерал армии[d] һәм армия генералы[d]
Командалыҡ иткән Среднеазиатский военный округ[d]
Һуғыш/алыш Ввод войск в Чехословакию (1968)[d]
Ғәскәр төрө механизированные войска[d] һәм мотострелковые войска[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Почёт ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены орден Кутузова II степени орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» II степени орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени медаль «За отличие в охране государственной границы СССР» медаль «За укрепление боевого содружества» «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы Дуҫлыҡ ордены Батырлыҡ ордены медаль «В память 850-летия Москвы» "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы медаль «Воину-интернационалисту от благодарного афганского народа» В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» медаль «За безупречную службу» медаль «За безупречную службу» III степени медаль «За безупречную службу» II степени медаль «За безупречную службу» I степени нагрудный знак «Воину-интернационалисту» Халыҡтар дуҫлығы ордены орден «За заслуги перед Отечеством» медаль «За укрепление дружбы по оружию» Медаль «За укрепление братства по оружию» медаль «Братство по оружию»
 Лобов Владимир Николаевич Викимилектә

Лобов Владимир Николаевич (22 июль 1935 йыл) — совет хәрби етәксеһе, армия генералы (1989). СССР Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы начальнигы (1991). Профессор, хәрби фәндәр докторы, тарих фәндәре кандидаты, СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991).

Владимир Николаевич Лобов 1935 йылдың 22 июлендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Борай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған (6 бала). Атаһы машина-трактор станцияһында механик булып эшләгән. 10 йәшенән уҡыу менән бер рәттән МТС-та һәм колхозда эшләй.

Хәрби хеҙмәт башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1954 йылда Совет Армияһына саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алына. Сталинабад ҡалаһында (хәҙер Тажикстандың баш ҡалаһы Дүшәмбе) Төркөстан хәрби округының 201-се тау-уҡсылар дивизияһының артиллерия полкында хеҙмәт итә. 1956 йылдың сентябрь айында сержант Владимир Лобов Рязань артиллерия училищеһына уҡырға ебәрелә, уны 1959 йылда тамамлай һәм курсанттар взводы командиры итеп училищелә ҡалдырыла.

1960 йылда хәрби курстарҙа белемен күтәрә һәм сентябрь айында яңы ғына ойошторолған СССР-ҙың Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә юнәлтелә, курсанттар взводы командиры булып хеҙмәт итә, 1964 йылға тиклем Чита өлкәһенең ракета дивизияһында сержанттар әҙерләү мәктәбендә уҡытыусы һәм уҡытыу бүлеге начальнигы ярҙамсыһы була. КПСС ағзаһы.

Юғары команда вазифаларында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1967 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай, Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмөндә мотоуҡсылар батальоны командиры итеп тәғәйенләнә. 1968 йылдың август айында ғәскәрҙәрҙе Чехословакияға индереүҙә ҡатнаша, үҙенең батальон көстәре менән Прага янындағы хәрби аэродромды, ә һуңынан Прагала бер нисә мөһим объекттарҙы баҫып ала.1969 йылдың май айынан — штаб начальнигы, ә 1970 йылдан — Германия совет ғәскәрҙәре төркөмөндә 74-се айырым өйрәнеү мотоуҡсылар полкы командиры.

1973 йылдың октябренән — Ленинград хәрби округында 63-сө гвардия өйрәнеү мотоуҡсылар дивизияһы командиры, генерал-майор (1975). 1975 йылдың декабренән — Архангельск ҡалаһында 26-сы армия корпусы командиры. 1979 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын тамамлай. 1979 йылдан — Белорус хәрби округында 28-се дөйөм ғәскәри армияһы командующийы. Армия етәкселегендә ҙур совет хәрби «Көнбайыш-81» күнегеүҙәрендә ҡатнаша. Генерал-лейтенант (1980).

1981 йылдың октябренән — Ленинград хәрби округы ғәскәрҙәре командующийының беренсе урынбаҫары. 1984 йылдың июненән — Урта Азия хәрби округы ғәскәре командующийы. 1986 йылдың декабрь айында Ҡаҙаҡ ССР-ы Коммунистар партияһы етәкселеге талабы буйынса Алма-Аталағы митингты ҡыуыу өсөн урамдарға ғәскәрҙәрҙе сығарыуҙан баш тарта. Чернобыль һәләкәте аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эштәрҙә ҡатнашыу өсөн командировкаға ебәрелә, авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса Дәүләт комиссияһы рәйесе урынбаҫары була. Генерал-полковник (20.10.1984).

1987 йылдың ғинуарынан алып — СССР Ҡораллы Көстәр Генераль штабы начальнигының беренсе урынбаҫары, КПСС Үҙәк комитетының Генераль секретары М. С. Горбачев ҡушыуы буйынса хәрби реформа проектын әҙерләй, унда, атап әйткәндә, хеҙмәт срогын 2 йылдан 18 айға тиклем ҡыҫҡартыу күҙ уңында тотола. Әммә төп положениелары менән СССР оборона министры Д. Т. Язов риза булмай, һөҙөмтәлә 1988 йылдың ноябрендә Лобов вазифаһынан ситләтелә һәм күпмелер ваҡыт министр ҡарамағында була. 1989 йылдың 24 ғинуарынан — СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигының беренсе урынбаҫары — Варшава килешеүе ҡатнашыусыларының— дәүләттәрҙең Берләшкән Ҡораллы Көстәре штабы начальнигы. Варшава килешеүе тарҡалғандан һуң, 1991 йылдың мартынан икенсе тапҡыр министр ҡарамағында була. 1991 йылдың июненән — М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияның начальнигы.

1991 йылдың 23 август айындағы ғәҙәттән тыш ваҡиғаларҙан һуң СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә[2], ҡабаттан хәрби реформа концепцияһын әҙерләй, тарҡалыуы көсәйә барған СССР-ҙың армия өсөн кире эҙемтәләрен йомшартырға маташа.

1991 йылдың 1 октябренән алып 25 декабргә тиклем — СССР Президенты ҡарамағындағы Оборона советы ағзаһы[3][4].

СССР Президентының 1991 йылдың 7 декабрендәге указы менән Генераль штабы начальнигы вазифаһынан бушатыла[5]. 1992 йылдың ғинуарынан — Оборона министрлығының Генераль инспекторҙар төркөмөнөң хәрби инспектор-советнигы. 1992 йылдың май айында ул тарҡалғас — Рәсәй Федерацияһының Оборона министры ҡарамағында, күпмелер ваҡыт Рәсәй Федерацияһы Президентының хәрби кәңәшсеһе була. Өсөнсө тапҡыр хәрби реформа проекты өҫтөндә эшләй. Ғәскәрҙәр менән етәкселек итеүҙә Оборона министрлығының административ функцияларын ҡыҫҡартыуҙы һәм Генераль штабтың ролен көсәйтеүҙе, дивизия һәм полк звеноларын бөтөрөп, армияны бригада ойошмаларына күсереүҙе, хеҙмәт срогын ҡыҫҡартыуҙы планлаштыра. Барыһы ла тиерлек Рәсәй Оборона министрлығы етәкселеге тарафынан кире ҡағыла, шунан һуң 1993 йылдың декабрь айында-запасҡа, ә 1994 йылдың мартында отставкаға сыға.

2008 йылда ойошторолған Генераль инспекторҙар хеҙмәтендә Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығында Генераль инспекторҙар идаралығының Генераль инспектор була.[6].

Мәскәүҙә йәшәй. СССР Юғары Советының 11-се саҡырылыш депутаты (1984—1989). СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991), халыҡ-ара эштәр буйынса СССР Юғары Советы Комитеты ағзаһы. 1992 йылдан алып — Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Эксперт советы ағзаһы була. Бер нисә йәмәғәт ойошмаларында әүҙем эшләй.

Күп ғилми хеҙмәттәр авторы, шул иҫәптән «Искусство военной хитрости» (1983), «Ставка на хитрость» (1984), «Информация в экономическом противоборстве систем» (1985), «Военная хитрость в истории войн» (1987), «Место и роль информации» (1987), «Воспитание чести и достоинства в Российской армии» (1988), «Военная реформа: связь времён» (1991), «Военная хитрость» (1992), «Военная хитрость и внезапность», «Энергия власти — Александр I и Наполеон» (2011), йыйынтыҡтарҙа һәм хәрби журналдарҙа 200-ҙән ашыу мәҡәләләре бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР һәм Рәсәйҙеке

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сит ил дәүләттәренән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» алтын орден (Германия Демократик Республикаһы)
  • миҙалдар
  • Военная энциклопедия в 8-ми томах. М.: Военное издательство, 1994—2004. — Т. 4.
  1. http://www.assembly.coe.int/nw/xml/AssemblyList/MP-Details-EN.asp?MemberID=6092
  2. Указ Президента СССР «О назначении Лобова В. Н. начальником Генерального штаба Вооруженных Сил СССР — первым заместителем Министра обороны СССР» № УП-2450 от 23.08.1991.
  3. УКАЗ Президента СССР от 01_10_1991 N УП-2634 2018 йыл 19 октябрь архивланған.
  4. Указ Президента СССР от 25 декабря 1991 года № УП—3162
  5. УКАЗ Президента СССР от 07_12_1991 N УП-3000 2015 йыл 14 апрель архивланған.
  6. Служить на благо Отечества