Войтюк Светлана Юрьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Войтюк Светлана Юрьевна
Тыуған көнө:

22 ноябрь 1964

Тыуған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

шағир, журналист

Премиялары:

А. Н. Толстой исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр нәфис һәм фәнни-популяр әҙәбиәте халыҡ-ара конкурсы дипломанты 2006 һәм призеры (2007); «Золотое перо Руси» конкурсы көмөш лауреаты (2008); «ДАР-2012» фестивале призеры (3 урын)(2012).

Войтюк Светлана Юрьевна (22 ноябрь 1964) — шағир, журналист. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Войтюк Светлана Юрьевна 1964 йылдың 22 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1987 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Университетта уҡыған саҡта шиғырҙары күпселектә «Ленинец» гәзитендә баҫтырыла.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Светлана Войтюктың шиғырҙары Башҡорт китап нәшриәтендә һәм Рәсәй ҡалалары типографияларында, балалар өсөн журналдарҙа нәшер ителә.

  • Башҡортостан китап нәшриәте, (Өфө): «Как троллейбус с трамваем бодался»(2008), «Веснушки моей бабушки»(2013), «Времена года», 1 класта уҡыу өсөн хрестоматияла;
  • «Умница» нәшриәте, (Силәбе): «Дырка от бублика», «Мама», «Про педали»(2008), «Снеголов». «Коза», «Огородник», «Математика с пеленок» (2014);
  • «Астрель» нәшриәте, (Мәскәү): «300 новых стихов к праздникам»(2009), «400 любимых стихотворений» (2010), «Стихи и рассказы о маме»(2010) китаптар йөкмәткеһендә;
  • «Детская литература» нәшриәте, (Мәскәү): «Исключение из правил» (2011), «Цирк! Цирк! Цирк!»(2014);
  • «Оникс» нәшриәте — «Самые лучшие стихи» китабында (2015);
  • «Восточная печать» нәшриәте, (Өфө, 2011): «Как бегемотик в школу ходил», «Прогулки в САШЕЛЁТЕ»(2015);
  • Башпедуниверситет нәшриәте: «АПЧХИ-СТИХИ»(2013);
  • «32 писателя», «50 писателей» һәм «Праздник слова» (Мәскәү, «Российский писатель» нәшриәте, 2007, 2008, 2009) (Мәскәү хөкүмәте программаһы буйынса);
  • Һуҡыр балалар өсөн (Брайль азбукаһы) «Детское чтение» китабында (2009, «Чтение» Санкт-Петербург);
  • А. Н. Толстой исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн нәфис һәм фәнни-публицистик әҙәбиәте Беренсе халыҡ-ара конкурсының 3 томлығында («Ключ-С» нәшриәте, Мәскәү, 2007);
  • «Волшебный мир чтения» әҙәби-педагогик (Спб.:Культ-информ-пресс, 2010); «Мост» (Санкт-Петербург, 2009) альманахтарында.

2002 йылдан алып 2016 йылға тиклем «Веселые картинки», «Миша», «Мурзилка», «Шишкин лес» (Мәскәү), «Костер» (Санкт-Петербург), «Осьминожка», «Улыбка» (Дондағы Ростов), «Бельские просторы» (Өфө) һәм башҡа федераль һәм региональ журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә, шулай уҡ интернет -баҫмаларҙа шиғырҙары һәм хикәйәләре нәшер ителә.

Ижтимағи эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Войтюк Светлана республика матбуғаты, радио һәм телевидениеһы, Үҙәкләштерелгән балалар китапханалары системаһы менән бик әүҙем хеҙмәттәшлек итә. 20032017 йылдар арауығында Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларында уҡыусы һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар менән 200 ашыу ижади осрашыуҙар үткәрҙе, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа, приюттарҙа сығыштар яһаны. Светлана Юрьевна балалар менән уртаҡ тел таба белә, бындай осрашыуҙар бик йәнле, спектакль формаһында үтә, балалар уйынға, әкиәт донъяһына инеп китәләр, ҙур теләк менән тәҡдим иткән ролдәрҙе башҡаралар[1]. Күп мәртәбә балалар ижади конкурстарында жюри ағзаһы булды, шиғриәткә. прозаға тартылған балалар өсөн мастер-кластар үткәрә. 2008 йылдан 2014 йылға тиклем Учалы ҡалаһындағы «Учалы гәзите» («Учалинская газета») менән хеҙмәттәшлек итте, үҫмер балалар өсөн «Дуҫтар утрауы» («Остров друзей») исеме аҫтында махсус бит (20102013) һәм «Интернет буйлап йәйәүләп» («Пешком по Интернету») рубрикаһын алып барҙы.

2006 йылдан алып Рәсәй яҙыусылар союзының Мәскәү яҙыусылары ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Дәүләт Думаһы рәйесе С. Нарышкин менән балалар яҙыусылары осрашыуында ҡатнашыусы (30 май, 2014).

Конкурстар һәм фестивалдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Войтюк Светлана Юрьевна күп кенә әҙәби конкурстарҙың лауреаты һәм дипломанты.

  • А. Н. Толстой исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр нәфис һәм фәнни-популяр әҙәбиәте халыҡ-ара конкурсының дипломанты  (2006 һәм призеры (2007)[2].
  • «Золотое перо Руси» конкурсы көмөш лауреаты (2008).
  • «ДАР-2012» фестивале призеры (3 урын) — «Балалар өсөн әҙәбиәт» номинацияһында (Екатеринбург).
  • Бөтә Рәсәй «Библиобраз −2009» фестивале (Калининград) һәм «Золотой Витязь-2010» 1 Халыҡ-ара сәнғәт форумы (Москва) ҡатнашыусыһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [1] «Школа весёлых бегемотиков» — встреча с детским писателем Светланой Войтюк.
  • [2] Главное издательство Башкортостана встречает Год литературы новыми интересными проектами.
  • [3] В Москве состоялась церемония награждения победителей II международного конкурса.

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [4] Моя столица. У памятника Мустаю Кариму.
  • [5] Персона. Светлана Войтюк. Часть 1.
  • [6] Персона. Светлана Войтюк. Часть 2.