Эстәлеккә күсергә

Вологда өлкәһе тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вологда өлкәһе тарихы
 Вологда өлкәһе тарихы Викимилектә

Вологодчина — Көньяҡ Заволочьела тарихи өлкә. Диңгеҙ буйы һәм Үрге Волга буйы араһында көньяҡта урманлы зонала урынлашҡан. Вологодчина борон-борондан Урыҫ Төньяғы төбәге составына инә.

Вологодчина территорияһы, боҙлоҡ сигенеп, голоцен башланғас мезолит дәүеренән даими йәшәгән урын булып тора. Шул уҡ ваҡытта бында Веретье археология мәҙәниәте (9-8 мең йыл элек) булған. Хәҙер 200-ҙән ашыу мезолитик тораҡтар билдәле. Йәшәү урыны көнбайыштан көньяҡҡа күсә барған.

Күпселек неолит тораҡтар һырлы-соҡорло керамика мәҙәниәтенә ҡарай, улар яр буйҙарында ер өйҙәрҙә йәшәгән Урал расаһы балыҡсыларынан ғибәрәт. Мезолитик һунарсыларҙан айырмалы рәүештә неолитик балыҡсылар балсыҡ һауыт-һаба яһағандар һәм шулар менән файҙаланғандар. Неолит дәүере менән Модлона ҡатаулы ауылы даталана. Беҙҙең эраға тиклемге III мең йыллыҡта көньяҡтан Волосов мәҙәниәте вөкилдәре барлыҡҡа килә, улар Балтика буйы менән сауҙа бәйләнештәре булдыра. Кеолит дәүеренә Каргаполь мәҙәниәтенең Модлонаның уң ярындағы Сауҙа яры буйы ҡаршыһы һәм Еломаның уң ярында Караваих тораҡтары ҡарай[1]. Иртә неолитик KAR001 (б.э. тиклем 6457–6258 йыл.) өлгөһөнөң 1-се Караваих ҡәберлегенән митохондриаль T2 гаплотөркөмө асыҡланған[2].

Бронза дәүерендә Вологда ерҙәре Фатьяново мәҙәниәтенең малсылыҡ менән шөғөлләнгән һуғышсан ҡәбиләләре һөжүменә дусар була.

Бронза дәүеренең селтәрле керамикаһының финға тиклем булған мәҙәниәтенән һуң б.э. тиклем I мең йыллыҡ уртаһында уның территорияһының өлөшөндә (Аҡ, Воже күлдәре бассейны) һуңғы Каргаполь мәҙәниәте барлыҡҡа килә, ул саам этногненезының процессы менән бәйле була[3].

Тимер быуатта Вологодчинала дьяк мәҙәниәте башлана, уның нәҫелдәре йылъяҙмалы весь һәм хәҙерге вепстар була. Йылға ярҙары буйлап нығытылған ауылдар күтәрелә. Мәрхүмдәрҙе ерләү усаҡтарында яндырыу һәм көлдәрен «үлем өйҙәрендә» ерләү йолалары барлыҡҡа килә. Сәнғәттә урман хужаһы булараҡ айыу һәм өйрәк-демиург образдары нығына.

Боронғо Русь дәүере

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
XIII быуатта Бөйөк Владимир кенәзлеге составында Вологодчина (Белозерск һәм Бөйөк Устюг)

Вологодчинаның беренсе славян колонистары кривичтар була. Белоозеро ҡалаһының барлыҡа килеүе 862 йылға ҡарай, уның халҡы Боронғо Русте төҙөүҙә ҡатнаша. Нәҡ бында варяг Синеус кенәзлек итә башлай. Вологодчина, Бөйөк Устюг, Вологда, Тотьма ҡалаларына нигеҙ һалған новгородлыларҙың бик иртә көнәркәшлек аренаһы була, һәм Владимир кенәздәре әкренләп крайҙы үҙенә буйһондора[4].

Шексна йылғаһының уң ярында, Суда тамағынан 1 км түбәндә боронғо (X—XII быуат) Луковец ауылы (хәҙер Рыбинск һыуһаҡлағысы тарафынан күмелеп ҡалған) урынлаша[5] , ул Рустә туҡыусылыҡ үҙәктәренең береһе була. XI — XII быуаттарҙағы ҡурғандар комплексы Куреваниха ауылында урынлашҡан[6][7].

1207 йылда Вологодчина Ростов кенәзлеге составына инә, унан 1238 йылда Белозерск кенәзлеге айырылып сыға. Үҙ-ара ыҙғыштар дәүерендә Вологодчина Новгород республикаһының, Тверь һәм Мәскәү кенәзлектәренең көнәркәшлек аренаһы була. 1273 йылда Тверь кенәзе Святослав Ярославич «татарҙар менән берләшеп», Вологданы емерә һәм яндыра

1352 йылда Белоозерола чума эпидемияһы башлана, ҡала халҡының күпселек өлөшө вафат була, ә ҡала үҙе көнбайышҡа, Аҡ күлдең көньяҡ ярына күсерелә[8].

XIV быуатта Вологодчина (Белоозеро, Бөйөк Устюг, Вологда)

Куликов һуғышынан һуң, 1389 йылда, Белозерск кенәзлеге Мәскәү кенәзлеге составына инә. Әммә 1398 йылда новгородлылар Белоозероны яндыра[9]. XIV быуатта Кирилло-Белозерский монастыры ойошторола. Мәскәү кенәзе Дмитрий Шемяка 1446 йылда Вологданы үҙенең ике туғаны Василий II Ҡараңғы өсөн кенәзлек үҙәгенә әйләндерәI[10]. Әммә үҙ-ара һуғыш барышында Василий II Тверь кешеләре ярҙамында дәғүәсеһен ҡолата һәм Мәскәү тәхетенә ултыра. XV быуатта Белозерск кремле төҙөлә. Вологодчина (башлыса Бөйөк Устюг) Югра төньяҡ- көнбайыш (1465), Пермь крайының (1472) и Вятка еренең (1489) территорияларына Мәскәү экспансияһының плацдармына әүерелә.

1567 йылдан өс йыл ярым дауамында Иван IV йыш ҡына Вологдала йәшәй, ҡәлғә һәм Успение (София) соборының төҙөлөшөн күҙәтә

Вологодчина тарихында иң драматик осорҙарҙың Буталсыҡ ваҡытта була[11]. 1608 йыл аҙағында воевода Никита Пушкин ярославлылар миҫалында Тушино бурына тоғролоҡҡа ант итә[12], ләкин һуңынан Василий Шуйский яғына күсә. 1612 йылдың июнь айында Вологданан Минин һәм Пожарский ополчениеһына ярҙамға воевода Петр Мансуров етәкселегендә ғәскәр сыға.

1612 йылдың 22 сентябрендә билдәһеҙ өйөр (йыш ҡына Польша интервенттары тип ҡабул ителә, әммә кенәз Трубецкойҙың хыянатсылары ла булыуы мөмкин[13]) Вологдаға һөжүм итә. Үлтереү, талау, янғындар башлана. Воевода кенәз Григорий Долгоруков, дьяк Истома Карташев һәм ҡаланың күп халҡы һәләк була. Күбеһе утта һәләк була. Архиерей палаталары яндырыла, епископ Сильвестрҙы әсиргә алалар һәм дүрт көн буйы язалайҙар. Иҫке сауҙа майҙанында Сауҙа ихатаһын талайҙар һәм яндыралар, Зарядьела посад сауҙагәрҙәренең амбарҙарын яндыралар. Боронғо ҡалала, Рощенье, Фроловка, Козлен, Обухов, Заречный посадта ун алты ағас сиркәү яна. Һөжүм ваҡытында ккремль ҡоролмаларының: ағас стеналарының һәм ҡала башняларының өлөшө яна, уттан София соборы зыян күрә. Янмай ҡалған стеналары бер нисә йылдан туҙа[14].

1614 йылдың 1 майында Шексна йылғаһы, Череповец улусы һәм Белоозеро өйәҙе яғынан, Вологда епархияһы территорияһына атаман Баловень казактары һөжүм итә, улар архиерей кафедраһы биләмәләре урынлашҡан улустарҙы, шулай уҡ Павло-Обнорский, Корнилиево Комельский һәм Николо-Катромский монастырҙарын талай[15]. 1614 йылдың көҙөндә Вологда ерендә тәртип урынлаштырыу маҡсатында Ярославлдән Валуев ғәскәре юллана. Юлбаҫарҙар һуғыштан ҡаса, улар йә батшаға хеҙмәт итергә вәғәҙә итә, йә ҡабаттан монастырҙарҙы талай (1614 йылдың декабрендә Спас-Прилуцкий монастыры талана). Воевода Лыковтың икенсе каратель походы кәрәк була, ул 1615 йылдың ғинуарында Вологдаға инә. Боласылар Тихвинға шведтар менән алышҡа ебәрелә.

Тыныслыҡ урынлаштырылғандан һуң Вологда ере ҡабаттан Мәскәү дәүләтенең Себергә ҡуҙғалыу урыны була. Ошонан үҙҙәренең юлын Семен Дежнев һәм Владимир Атласов башлай.

XVIII быуатта Вологда губернаһы ойошторола. Вологда өлкәһенең хәҙерге ҡалаларының күп өлөшө Екатеринаның административ реформалары ваҡытында барлыҡҡа килә: Вытегра 1773 йылда Кириллов 1776 йылда, Череповец 1777 йылда, Грязовец, Кадников һәм Никольск ҡалалары 1780 йылда. 1788 йылда Вологдала Рәсәй йәмәғәт банкы асыла, ә 1889 йылда Рәсәйҙәге беренсе ломбард асыла. 1835 йылдың май эшкәртеү сәнәғәте барлыҡҡа килә, ә 1881 йыл башы Вологда губернаһында май эшләү сәнәғәтенең башы тип ҡабул ителә. Был махсуслаштырылған май эшләү заводы Вологда губернаһында ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙә беренсе завод була.

XX быуат башында Вологод ере айырым округ булып Төньяҡ крайы составына инә, 1936 йылда Төньяҡ өлкәһе итеп үҙгәртелә. 1937 йылда унан Вологда өлкәһе айырылып сыға. Мәсьәлә 1937 йылдың 23 авгусында Ленинградта Төньяк-Көнбайыш партия активының киңәйтелгән кәңәшмәһендә хәл ителә, 23 сентябрҙә Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән рәсмиләштерелә. Һатыулышыу предметы булып Вологда ерҙәренең хәҙерге көнбайыш райондары мәсьәләһе тора: төньяҡ-көнбайыш территориялар Веппс милли округы составына, ә көньяҡ-көнбайыш Ленинград өлкәһендә ҡалырға тейеш була. Алмашҡа Ленинград өлкәһе Карел АССР-ы ерҙәренең өлөшөн ала[16].

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрби хәрәкәттәр Ошта районының (хәҙер Вытегорский районы өлөшө) өлөшөндә генә бара

1955 йылда Череповец суйын етештереү буйынса эре үҙәккә әүерелә

  1. Уткин А. В., Костылева Е. Л. Погребения на стоянке Караваиха // Российская археология. М., 2001 № 3.
  2. Lehti Saag et al. Genetic ancestry changes in Stone to Bronze Age transition in the East European plain (Table 1), July 03, 2020
  3. Манюхин И. С. Этногенез саамов (опыт комплексного исследования), 2005
  4. Страницы истории 2020 йыл 25 февраль архивланған.
  5. «Череповецкая Атлантида»
  6. Санкина С. Л. Этническая история средневекового населения Новгородской земли по данным антропологии. С.-Пб., 2000. - С.98
  7. Санкина С. Л. О скандинавском присутствии на Русском Севере: Могильник Куреваниха-2 (к историографии норманнской проблемы в антропологии), 1998
  8. История Белозерска 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
  9. Древний град Белозерск
  10. Вологда — столица княжества (вторая половина XV века) 2017 йыл 22 март архивланған.
  11. Век для Вологды тяжелый и славный (XVII век) 2019 йыл 3 июнь архивланған.
  12. Деятельность городов нынешней Вологодской губернии в Смутное время
  13. Казачество в битвах за царя Дмитрия 2008 йыл 23 октябрь архивланған.
  14. Вологодский кремль
  15. История Вологодской епархии (XVII век)(недоступная ссылка)
  16. Как Вологодская область Вологодской стала