Высоково Успение монастыры
Высоково Успение монастыры | |
Нигеҙләү датаһы | 1784 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ковернинский район[d] |
Епархия | Городецкая епархия[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Нижегородская область/Ковернинский район[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Указания, как добраться | на берегу р. Большой Утрус |
Высоково Успение монастыры Викимилектә |
Высоково Успение монастыры (Юғары-Успение пустыны) — ирҙәр монастыры. Ул Түбәнге Новгородтан 160 км алыҫлыҡтағы Ковернин районы Высоково ауылынан ике километрҙағы Волга аръяғы урманында, Утрус йылғаһының бейек ярында, урынлашҡан. Монастырь Рус православие Сиркәүенең Городецкий епархияһына ҡарай[1]. 1784 йылда ул старообрядсы скит сифатында нигеҙләнә, 1801 йылдан алып — бер диндәштәр скиты, ә 1920 йылдан бирле — штаттағы монастырь. 1929 йылда ябылған, ә 1996 йылда — тергеҙелгән.
Высоково Успение монастыры классицизм осороноң һаҡланып ҡалған архитектураһы монастырь комплексы булып тора. Уның таш ҡаралтылары XIХ быуат башында бер үк ваҡытта тип әйтерлек төҙөлгән, шунлыҡтан ул ҙур бер бөтөн архитектура ансамблен барлыҡҡа килтергән.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Екатеринослав Дон казак ғәскәре казагы Григорий Иванов 38 йәшендә старообрядсыларҙың Комаров скитына китә һәм унда Герасим исемендә монахлыҡҡа инә. Бында ул 10 йыл йәшәгән[2]. 1784 йылда ул монах Паисий менән бергә Кострома губернаһының Макарьев өйәҙендәге барлығы ике монах ҡына йәшәгән Утрус йылғаһының бейек ярындағы «Рымов» урманындағы скитка сығып китә. Уларҙың яңы торған урыны янындағы Высоково ауылының исеме менән Высоково скиты тип атала.
Бында бөтә иҫке обрядсы ҡасаҡ руханиҙар һәм монахтар йәшеренеп йәшәй. Ғибәҙәт йорттары төҙөү өсөн ағас алырға рөхсәт донъяуи властар тарафынан бирелә. 1800 йылда бында 50-гә яҡын өй иҫәпләнгән.
Монастырь йылъяҙмаһында ярашлы, инок Герасим 15 йыл буйына «выждан тыныслығы» һаҡлай, әммә һуңынан ул үҙенең һайлаған юлында шикләнә башлай. Герасим үҙенә «Хоҙай өсөн доға ҡылырға ҡуша». Ғибәҙәт ҡылған саҡта Аллаһы Тәғәлә уның үҙенә боронғо нәшер ителгән китаптарҙы: Священное Писание һәм Святой Отецтарҙың архирейлыҡ һәм диндарҙар тураһындағы тәғлимәтен уҡырға ҡуша.
Герасим үҙе артынан башҡа монахтарҙы ышандырып эйәртә. 1801 йылдың 8 октябрендә скитта йәшәүсе 22 кеше үтенес менән Изге Синодҡа мөрәжәғәт итә.
Скиттан власҡа мөрәжәғәт ҡағыҙы менән ике монах: Дионисий (донъялыҡта Мәскәүҙең икенсе гильдия сауҙагәре Рахманов Дмитрий Андреевич) һәм инок Паисий (Мәскәү мещаны Петр Тимофеев)- ебәрелә. Уларҙың, күрәһең, шул ваҡытта паспорттары булған, шунлыҡтан улар ил буйлап иркен йөрөгән була һәм властар тарафынан старообрядсы булараҡ эҙәрлекләнмәй. Высоково скиты үҙенең мөрәжәғәтендә Бер бөтөн сиркәүгә рәсми рәүештә ҡушылыуҙарының айырым шартын билдәләгән.
Башта уларҙың үтенес хаты һөҙөмтәһеҙ ҡала, шунлыҡтан улар хаттарын император Александр Беренсегә ебәрә. Беренсе үтенестәре тулыһынса ҡәнәғәтләндерелмәй. Новгород һәм Санкт-Петербург митрополиты Амвросий (Подобедов) скитта беренсе сиркәүҙе төҙөргә рөхсәт бирә, әммә эске эштәр министры граф Виктор Кочубей рәсми рәүештә монастырь төҙөү өсөн яңы ер биреүҙе тыя.
Хөкүмәт ҡарарын алған инок Паисий 1803 йылдың 4 ноябрендә скит башлығы фатихаһы менән яңынан Изге Синодҡа скиттағы Божья Матерь Успениеһы часовняһын ғибәҙәтханаға әйләндерергә һәм артабан уны Высоково монастыры тип атап йөрөтөргә ризалыҡ һорап мөрәжәғәт итә.
Үрҙәге әмерҙе үтәүҙең урынлы булыуын тикшерергә Высоково монастырына Макарьев Унжа монастырынан игумен Иринах һәм Кострома земство суды исправнигы И. В. Минин ебәрелә. Улар скиттағы часовняны ғибәҙәтханаға әүерелдереүҙе урынлы тип таба, ә скитта йәшәүселәрҙең күпселегенең паспорттары булыу быға хәл иткес ярҙам булып тора.
1804 йылдың 10 авгусында Юғары указға ҡул ҡуя. Указ буйынса Высоково скитындағы часовняны сиркәүгә әйләндерергә һәм унда йәшәүселәр торған ергә монастырь исеме бирелә. Ул саҡта Высоково скитында крәҫтиәндәрҙән 168 кеше монахлыҡҡа инергә әҙерләнгән була һәм 18 инок була.
Кострома Дини консисторияһы Высоковосиркәүен изгеләндерергә 1807 йылдың 7 июнендә указ сығара һәм үҙ фатихын бирә. Ҡорамды изгеләндереү алдынан иҫке йола монахтарының һәр береһенә берҙәм дингә күсеүгә рөхсәт биреүсе тейешле доға уҡыла.
1807 йылдың 13 авгусында ағас ғибәҙәтхана изгеләндерелә. 12 йыл дауамында 500-ҙән ашыу старообрядсы кеше берҙәм дингә ҡушыла һәм Успение сиркәүе мәхәлләһенә инә.
1820 йылдың 13 июлендә Александр I Высоково скитын Высоково Успение монастыры тип атай, шул уҡ ваҡытта Успение монастыры штатлы өсөнсө класлы дөйөм монастырға әйләнә.
Обер-прокурор кенәз Голицын монастырға төрлө ярҙам күрһәтә. Шулай обер-прокуроры ярҙамы менән сиркәү төҙөүсе иеромонах Герасим 1823 йылдың 14 июлендә Петербургтың Ҡышҡы һарайында император Александр Беренсенең кабинетына император менән әңгәмәгә саҡырыла. Әңгәмә ваҡытында иеромонах Герасим императорҙан монастырь төҙөүҙә ярҙам һорай. Батша монастырҙы таштан һалыу өсөн биш мең һум аҡса бирергә була.
1825 йылдың 6 ғинуарында тиҙҙән епископ Преосвященный Самуил тарафынан иеромонах Герасим «төҙөүселәр менән яҡшы идара иткән һәм монастырь төҙөүҙә күрһәткән тырышлығы өсөн» игумен дәрәжәһенә күтәрелә. Ошо уҡ йылдың 29 июнендә игумен Герасим старообрядсыларҙы Рус православие сиркәүенә индереүҙә күрһәткән эштәре өсөн Костроманың Петропавловский сиркәүе епископы Самуил тарафынан архимандрит дәрәжәһенә күтәрелә.
Успение монастыры эргәһендә Выселки ауылы барлыҡҡа килә. Монастырь территорияһында дүрт сиркәү төҙөлә: Успенская Йәмиғ сиркәүе (бер тәхетле, 1834 йылда төҙөлгән); Святитель Николай исемле (таш, йылы, бер тәхетле) сиркәү 1835 йылда төҙөлә һәм изгеләндерелә; Изге мученик Георгий сиркәүе (ағас, йылы, бер тәхетле), 1834 йылда төҙөлә һәм изгеләндерелә[3]. Бина планировкаһы үҙенсәлектәре — биналарҙың барыһы ла өс террасала урынлаштырылған.
1910 йылда, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Высоково монастырында 3 иеромонах, 1 иеродьякон, 14 монах була. Бәхәсһеҙ, кешеләрҙең аҙ һанлы булыуы монастырҙың ҙур ауылдарҙан алыҫ тороуы менән бәйле.
1929 йылда монастырь ябыла, уның территорияһында асфальт юлдар һалына, ә майҙанында магазиндар төҙөлә. Монастырь бинаһы колхозға тапшырыла: Успение соборында бесән һаҡланған, Трех Святителей сиркәүендә ағас эшкәртеү оҫтаханалары, монастырь башлығы корпусында — фатирҙар һәм колхоз конторы була. Монастырь янында Выселки ауылы барлыҡҡа килә. Монастырҙы колхоз ташлап киткәс, уның биналары ташландыҡ хәлдә ҡала.
1979 йылда Горький өлкәһе башҡарма комитеты тарафынан монастырҙың һаҡланған архитектура ансамбле дәүләт һаҡлауы аҫтына алына, ә 1995 йылда уға федераль әһәмиәткә эйә булған һәйкәл статусы бирелә.
Монастырҙы тергеҙеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монастырҙы тергеҙеү 1996 йылда башлана[4].
1999 йылда Түбәнге Новгород һәм Арзамас митрополиты Николай (Кутепов) фатихаһы менән Высоково монастырының һаҡланған ҡаралтылары Сиркәүгә тапшырыла. 2000 йылдың 19-20 апрелендә Изге Синод монстырҙы тергеҙергә һәм монахлыҡты яңынан юлға һалырға тигән ҡарар ҡабул итә.
2002 йылда монастырҙың игумены итеп Александр (Лукин) тәғәйенләнә һәм монастырҙы тергеҙеү әүҙем башлана: 2,5 йыл эсендә бинаның ҡыйығы ҡаплана, уның көмбәҙҙәре тергеҙелә һәм тәреләре ҡуйыла. Ҡыңғырау манараһының баҫҡыстары йүнәлтелә, монастырь дауаханаһы эшләй башлай. 2005 йылда берҙән-бер торлаҡ бинаһы булып монахтар йәшәгән корпус торған, унда Святитель Николай хөрмәтенә часовня булып, ғибәҙәт ҡылыуҙар алып барыла. Комплекста шулай уҡ аш ашау бүлмәһе, ҡаҙанлыҡ, келәттәр бар.
2005 йылда монастырҙа ике кеше йәшәй: иеромонах Паисий һәм монах Андрей, ә Балахна ихатаһында ағас ҡорам-сиркәү була. Төҙөүселәр бригадаһы монастырь башлығы корпустарын реконструкциялай, шулай уҡ Никольский сиркәүендә һәм ҡыңғырауҙар манараһында эске эштәр алып бара.
Ҡаралтылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монастырҙа һаҡланған:
- дүрт антик портиклы, биш башлы Успение соборы (1834),
- Трех святителей сиркәүе аш ашау бүлмәһе менән бергә (1835),
- Никольский ҡорамы (1827),
- монахтарҙың һәм монастыр башлығының торлаҡ корпустары (1860—1870),
- дүрт ҡатлы «ҡолап барыусы» 75 метр бейеклектәге манарана, ундағы күҙәтеү майҙаны — 60 м[5] (1800—1830),
- көньяҡ-көнбайыштағы манара кәртәһе (1820—1830).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Подростки помогают восстанавливать монастырь 2014 йыл 11 август архивланған., Нижегородская епархия, 20 июля 2004 года
- ↑ В Ковернинском районе восстанавливается Высоковский Успенский мужской монастырь(недоступная ссылка), Нижегородская епархия, 2 сентября 2005 года
- ↑ Аветисян В. Б. «Родина Хохломы: Очерки истории Ковернинского края». 2000
- ↑ Действующие монастыри 2007 йыл 22 март архивланған., Нижегородская епархия
- ↑ Святыни земли Нижегородской 2013 йыл 22 май архивланған., Нижегородская епархия
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]О. В. Дёгтева (директор церковно-археологического музея Нижегородской епархии). Высоковский Успенский мужской монастырь. — Нижний Новгород, 2007. — 41 с. — (Святыни Нижегородской епархии).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В Ковернинском районе восстанавливается Высоковский Успенский мужской монастырь(недоступная ссылка) (фото), Нижегородская епархия, 2 сентября 2005 года
- Подростки помогают восстанавливать монастырь 2014 йыл 11 август архивланған. (фото), Нижегородская епархия, 20 июля 2004 года
- Моя родина над Узолой, где людям приснились сказочные цветы